27 мая 2012 г.

Сәсеүгә йомғаҡ яһалды

     Кисә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Э.Ф. Исаев етәкселегендә үткән республика видеоселектор кәңәшмәһендә яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһалды, малсылыҡты үҫтереү, “Ғаилә һөтсөлөк фермалары”, “500 ферма” программаларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре көн үҙәгенә сығарылды.
    
     –Яҙғы баҫыу эштәрен ҡулайлы ваҡытта атҡарып сыҡтыҡ,  – тип билдәләне Эрнст Фәрит улы. – Хәҙер инде төп көстө сәсеүлектәрҙе тәрбиәләүгә, ҡоротҡостар менән көрәшкә йүнәлтергә, техника-агрегаттарҙы әҙерлек һыҙығына баҫтырып, мал аҙығын хәстәрләүгә тотонорға кәрәк. Дөйөм алғанда, мал ҡышлатыу уңышлы тамамланды, 4 айлыҡ эш йомғаҡтары ла яҡшы.  Шул уҡ ваҡытта быйыл “500 ферма” проектын тормошҡа ашырыуҙа һынылыш булырға тейеш.

     Артабан БР ауыл хужалығы министры урынбаҫарҙары В.Н. Незнанов (яҙғы баҫыу эштәре йомғаҡтары һәм мал аҙығы әҙерләү миҙгеленә әҙерлек тураһында), Ф.Р. Шәйхетдинов (мал аҙығы әҙерләү техникаһының торошо), А.С. Йыһаншин (малсылыҡ тармағының эш һөҙөмтәләре), Р.Р. Нуриәхмәтов (дәүләт ярҙамы һәм ауыл хужалығы культураларын страховкалау), Н.А. Коваленко (“500 ферма” программаһын тормошҡа ашырыу) сығыш яһаны.
     Һуңынан Э.Исаев урындағы хәлдәр менән танышты. Үҙенең сығышында район башлығы И.Х. Ситдыҡов, иген культураларын сәсеү тамамланды, тик судан үләне менән кукуруз ғына сәсәһе ҡалды, тип белдерҙе. Быйыл район аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәрен ҡулайлы ваҡытта атҡарып сыҡты, 1080 тонна минераль ашлама, 800 тонна элиталы орлоҡ ҡулланды. Иҫке күп йыллыҡ үлән баҫыуҙары ошоғаса 4800 гектар тәшкил итһә, быйыл шуның 4200 гектары ҡуҙаҡлы культуралар менән яңыртылды. Был, әлбиттә, бик яҡшы. Әйткәндәй, министр районда башҡарылған эштәрҙе яҡшы баһалап, төбәк ҡайтанан үҙ позицияларын яулар, тигән ышаныс белдерҙе.
     Аҙаҡтан кәңәшмә район кимәлендә дауам итте. Унда баш агроном Р.Ғ. Рәхмәтуллин, “Урал аръяғы” МТС-ының генераль директоры И.Ә. Хәсәнов, хакимиәт башлығы урынбаҫары К.П. Замотаев, район Советы секретары Р.З. Ишбулатов сығыш яһаны. Илшат Хәмит  улы йомғаҡлау телмәрендә агросәнәғәт комплексы тармағындағы мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итеү, малсылыҡ тармағындағы эштәрҙе яйға һалыу, һабантуйға ентекле әҙерләнеү бурысын ҡуйҙы.

     А. САЛАУАТОВ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.