30 мая 2012 г.

Һөйөнөслө яңылыҡ

Басайҙа ла мәсет асылды


Районда тағы ла бер иман йорто ҡалҡып сыҡты – Басай ауылы уның манараһынан түгелгән нурға сорналды. Ауыл халҡы әйтеүенсә, бында электән мәсет булмаған. Бары тик бер өйҙөң мөйөшөндә генә намаҙ уҡыу өсөн урын булған. Уны ла ситтән килгән ҡаҙаҡтар яндырып киткән.
Төҙөлөш эштәре былтыр майҙа башлана. Теүәл бер йыл тигәндә күмәк көс менән мәсет файҙаланыуға тапшырыла. Уны асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов, Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев, Баймөхәмәт хәҙрәт Ғиззәтуллин, Сибай ҡалаһының “Тәҡүә” мәсете имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәт Ғәзизов ҡатнашты. Шулай уҡ мөбәрәк был байрамға Әбйәлил районынан һәм күрше ауылдарҙан имам-хатиптар, тамырҙары Басай менән тоташҡандарҙың барыһы ла йыйылды. Ауыл старостаһы Илдар Зәйнуллин мәсетте асыу тантанаһында барыһына ла рәхмәттәрен еткерҙе.

– Муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов, Өфөнән Әнисә Кәримова, Ғилмиә һәм Илдар Йосоповтар, Данил Баймырҙин, Сибай ҡалаһынан бер туғандар Ришат, Фуат, Фирғәт Ноғомановтар, Баймаҡтан Наил Саптаров, Нефтекама ҡалаһынан Зәйтүнә һәм Рауил Мусиндар ҙур ярҙам күрһәтте. Мәсеттең тәүге буралары Ишморат Ғәлин, Мансур Йосоповтың (хәҙер гүр эйәһе инде) оҫта ҡулдарынан ҡалҡып сыҡты, – тине ул. – Азат Кәримов, Фәнил Байбуловтар ҙа ҙур тырышлыҡ һалды. Һәр береһенең исем-шәрифен һанап бөтөү мөмкин түгел. Изге эште Аллаһы Тәғәлә үҙе күреп, сауаптарын насип итһен.
– Районда тағы ла бер мәсет асылды, тимәк, ауылға иман ҡайтыр, тигән өмөт бар, – тине И.Х. Ситдыҡов. – Мәсет тәрбиәүи эштәр алып барыусы усаҡ булып торорға тейеш. Уның ишектәре һәр саҡ асыҡ булһын.
Күсей ауыл биләмәһе башлығы С.Р. Йыһаншина: “Басайҙың 200 йыллыҡ юбилейын билдәләү маҡсатында урында бихисап эштәр башҡарыласаҡ, – тип белдерҙе. – Басай – уңғандар һәм тырыш халыҡ төбәк иткән ауыл. Мәсеттең күмәк көс менән ҡалҡып сығыуы быға кире ҡаҡҡыһыҙ бер дәлил”.
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ла был сарала ихлас ҡатнаша, буяу, һылау эштәрен күмәкләп атҡарып сығалар. Өмәлә ҡатнашҡан ир-егеттәрҙе ашатыу мәсьәләһен дә үҙ өҫтәренә алалар.
Мәсет асыу тантанаһынан һуң барыһы ла Ғилмиә һәм Илдар Йосоповтар, Люциә Иманғолова, Менәүәрә менән Салауат Яхиндарҙың байрам хөрмәтенә бағышлап салған ҡорбан ашына йыйылды.
Мәсетегеҙ ҡотло булһын, басайҙар! Иман нуры бер ваҡытта ла һүнмәһен!

Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.