24 мая 2012 г.

ЙЫЛЫ ҺҮҘ – ЙӘН АҘЫҒЫ

     Бар булмышы – уҡытыусы
 

     Уҡыусының бәхетле киләсәгендә, дөрөҫ һөнәр һайлауында, оло маҡсаттарға өлгәшеүендә яратҡан уҡытыусыһының роле баһалап бөткөһөҙ. Ысын уҡытыусының яғымлы һүҙе бик ҙур көскә эйә, ул һине үҫтерә, ҡыуандыра, киләсәгеңә ҡанат ҡуя. Әлфиә Байсыуаҡова – барлыҡ ыңғай сифаттарҙы үҙенә туплаған тәжрибәле, талапсан уҡытыусыларҙың береһе.
      Әлфиә Әғзәм ҡыҙы 1980 йылда БДУ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлағас, Баймаҡ районы Әбделкәрим мәктәбенә эшкә килә. Йәш белгес ҡайнап-гөрләп торған шаулы мәктәп тормошона сума.
     Туған телгә һөйөү уятыу өсөн талантлы уҡытыусы бар көсөн һала, түңәрәктәр ойоштора, төрлө саралар үткәрә. Ә иң мөһиме – балаларҙы ихлас яратыуы һәм уларҙың да һөйөүен яулау – уҡытыусы өсөн ҙур ҡаҙаныш. Уның хеҙмәт емештәре лә тос. Уҡыусылары район, республика конкурсында, олимпиадаларҙа призлы урындар яулай, төрлө юғары уҡыу йорттарына инә. Юғары категориялы уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф отличнигының һәр дәресе юғары методик кимәлдә үтә. Ул терәк схемалар ҡулланып эшләй, күргәҙмә материалдарҙы оҫта файҙалана.
     Класс етәксеһе булараҡ, тәрбиә эшен һәр ваҡыт ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә алып бара.
     Әлфиә Әғзәм ҡыҙы 1996 йылда Әбделкәрим урта мәктәбенең уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, артабан 7 йыл коллективҡа етәкселек итә.
     Эшлекле, һәләтле етәксе мәктәптең матди-техник базаһын нығытыуға, уҡытыусыларҙың педагогик оҫталығын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлде. Мәктәптә берҙәм һәм эшлекле коллектив тупланы.
     Йәмәғәт эштәренә лә бик яуаплы ҡарай. Ваҡытында ауыл хакимиәтенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, урындағы ҡоролтай етәксеһе вазифаларын башҡарҙы. Мәктәптә яҡшы эшләп килгән Хәбибулла Ғәбитов исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейын асыу һәм экспонаттар туплау өсөн күп көсөн һалды.
     Әлфиә Әғзәм ҡыҙы Байсыуаҡова – уңған әсәй ҙә, хәстәрлекле ҡартәсәй ҙә. Өс ул тәрбиәләп, юғары белем алырға ярҙам итте. Тормошона йәм өҫтәп ейән һәм ейәнсәрҙәре үҫеп килә. Улар – Әлфиә апайҙың шатлығы, ҡыуанысы.
     Ул шулай уҡ уҡытыусыларының, мәктәп коллективының, ауыл халҡының ихтирамын яулаған хөрмәтле педагог. Уның менән кәңәшләшәләр, ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр. Сөнки ул ябай ҙа, сабыр ҙа, яғымлы ла. Әлфиә Әғзәм ҡыҙы – үҫеп килеүсе йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә ҙур өлөш индергән ысын уҡытыусы. Артабан да үҙенең барлығы менән беҙҙе ҡыуандырып, аҡыллы кәңәштәрен өләшеп йәшәргә яҙһын!

     Р. СОЛТАНҒОЛОВА,
     Әбделкәрим мәктәбе директоры.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.