10 мая 2012 г.

Ултырыштар

Хәл итәһе мәсьәләләр бар әле

Күптән түгел муниципаль район хакимиәте ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы БР Законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияның сираттағы ултырышы булды һәм унда барлығы алты мәсьәлә ҡаралды.
Комиссия рәйесе урынбаҫары, муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге начальнигы Р.В. Ишембәтов Моҡас ауыл биләмәһе башлығы М.С. Солтанғазиндың юлламаһын уҡып ишеттерҙе. Ауыл биләмәһе башлығы һорауы буйынса ағымдағы йылдың 16 февралендә уҙған ултырышта Моҡас ауыл биләмәһе буйынса атап үтелгән етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү 28 майға тиклем кисектерелде.
Шулай уҡ ултырышта Аҡморон ауыл биләмәһендә атап үтелгән Закондың үтәлеше тураһында ла һүҙ булды. Ауыл биләмәһендә был тәңгәлдә башҡарылған эштәр буйынса муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге белгесе Б.Ф. Тайбугин күҙәтеү яһаны. Алдан биргән күрһәтмәләргә ярашлы, был мәсьәлә буйынса документтар папкаһы яңыртылған. Ҡарттар йортондағы бүлмәләр атамалары, “Тыныслыҡ”, “Хужабикә”, “Уралочка”  магазиндарындағы алтаҡталар, “Һатып алыусы мөйөшө” һ.б. Закон талаптарына яраҡлаштырылған. Шулар менән бер рәттән алтаҡталарҙы биҙәүҙә етешһеҙлектәр күҙгә ташлана. Шулай уҡ ябылған сауҙа нөктәләрендәге алтаҡталарҙы алып ҡуйырға кәрәк.
Артабан комиссия ағзалары Әбделкәрим ауыл биләмәһендә башҡарылған эштәрҙе лә ҡараны. Унда 2012 йылдың 21 мартында ауыл биләмәһе хакимиәте ҡарамағында  “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы БР Законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссия төҙөлгән. Әбделкәрим, Алғаҙы ауылдарының ауыл мәҙәниәт йортонда, балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә, фельдшер-акушерлыҡ пункттарында алтаҡталар дөрөҫ яҙылған. Әбделкәрим мәктәбендә һәм балалар баҡсаһында уҡыу кластары, кабинеттар атамалары, төрлө стендтар һәм башҡа күргәҙмә материалдар ике дәүләт телендә бирелә. Ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһында алтаҡталар һәм табличкалар ике телдә яҙылһа ла, хәреф хаталары бар.
Үҙәк ҡала дауаханаһында атап үткән Законды тормошҡа ашырыу эшен комиссия ағзалары ыңғай, тип баһаланы. Дауахананың статусы үҙгәреү сәбәпле, бында алтаҡталар һәм табличкалар тулыһынса алмаштырыла. Уларҙың яҙылышы комиссияның терминологик хеҙмәте тарафынан тикшерелгән.
Ултырышта ҡалалағы Рәсәй Һаҡлыҡ банкы һәм “УралСиб” ААЙ-һының филиалдары  бүлексәләрендә Законды бойомға ашырыу буйынса эш ҡәнәғәтләнерлек түгел, тип табылды. Банк бүлексәләре етәкселәренә етешһеҙлектәрҙе 2012 йылдың 1 июненә тиклем бөтөрөргә тәҡдим ителде.
Ҡала биләмәһендәге сауҙа нөктәләрендә “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы БР Законын бойомға ашырыу хаҡында сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ буйынса сектор мөдире Г.М. Асылова сығыш яһаны. Күп кенә сауҙа объекттары был эшкә намыҫ менән ҡарай. Шулай ҙа Законды бойомға ашырыу буйынса эш барлыҡ сауҙа нөктәләрендә лә тейешле кимәлгә ҡуйылған, тип әйтеп булмай. Мәҫәлән, бер нисә тапҡыр иҫкәрмә яһауға ҡарамаҫтан, “Рәхәт” магазиндары (Әлибаев урамы, 55, Тыныслыҡ урамы, 4а) алтаҡталары Закон талаптарына яуап бирмәй. Әлибаев урамында урынлашҡанында эш графигы, эш ваҡыты, ял көндәре тураһында мәғлүмәт бөтөнләй юҡ. Шулай уҡ ошо уҡ урамда урынлашҡан “Стиль” магазинында (Аҫылов Н.М. шәхси предприятиеһы) һаман да алдан әйтелгән етешһеҙлектәр бөтөрөлмәгән. 19-сы магазин буйынса ла һорауҙар күп: бина тәрбиәһеҙ, фасады емерелеп тора. Әлеге ваҡытта бер бинала тиҫтәгә яҡын сауҙа нөктәһе урынлашҡан, ләкин уларҙың хужалары тейешле тәртип булдырырға уйламай ҙа. Тыныслыҡ урамы, 19 адресы буйынса урынлашҡан магазинда ла (“Зоомагазин”дан башҡа) алтаҡталар, “Һатып алыусы мөйөшө”, магазин хужалары тураһында мәғлүмәт юҡ. Атап үтелгән сауҙа нөктәләре хужаларына ла 1 июнгә тиклем етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә һәм комиссияға отчет бирергә тәҡдим ителде.

Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.