23 мая 2012 г.

Рәсми бүлек

Район Советы ултырышы үтте
 
Кисә халыҡ ижады үҙәгендә муниципаль район Советының 43-cө ултырышы үтте. Уны Совет рәйесе Д.Ю. Сәйғәфәрова алып барҙы. Ултырышта муниципаль район хакимиәте башлығы
И.Х. Ситдыҡов ҡатнашты.
Көн тәртибенә дүрт мәсьәлә сығарылды. Иң тәүҙә Совет депутаттары Баймаҡ районы муниципаль районы Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында ҡарар ҡабул итте. Әйткәндәй, быға тиклем Устав проекты буйынса асыҡ тыңлауҙар ойошторолдо һәм унда әйтелгән тәҡдимдәр индерелде.
Артабан үҙәк ҡала дауаханаһының баш врач урынбаҫары Ш.Т. Әбдрәхимов районда эшкә һәләтле йәштәгеләр араһында үлем осраҡтарының артыуы тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, беҙҙә һуңғы өс йылда эшкә һәләтле йәштәгеләр араһында үлем осраҡтары уртаса республика күрһәткестәре менән сағыштырғанда 3 тапҡырға күберәк. Анализ күрһәтеүенсә, Өмөтбай, Икенсе Этҡол ауылдарында үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары йыш теркәлә. Быйыл 13 суицид осрағы булған, үҙ-үҙенә ҡул һалыусыларҙың уртаса йәше – 38. Шулай уҡ юл-транспорт фажиғәләре һәм тышҡы башҡа факторҙар арҡаһында ла (туңыу, һыуға батыу һ.б.) байтаҡ кеше һәләк була. Мәҫәлән, быйыл 283 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, улар һөҙөмтәһендә 7 кеше вафат булған, бихисап кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған. Быларҙан тыш, районда ҡан әйләнеше ауырыуҙары ла (инсульт, инфаркт) ныҡ таралған. Был һорау буйынса фекер алышыуҙарҙа Билал ауыл биләмәһе башлығы Ф.Ф. Садыҡов, ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү  республика үҙәгенең көньяҡ филиалы директоры Э.И. Мукаева, ЮХХДИ бүлеге начальнигы А.К. Ғәбитов, имам-мөхтәсиб Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев ҡатнашты.
Унан һуң район биләмәһендә спорт-масса һәм физкультура-һауыҡтырыу саралары һәм уны үҫтереү мәсьәләһе буйынса физкультура һәм спорт секторы мөдире И.Н. Хәмитов сығыш яһаны. Ул район буйынса ошо юҫыҡта үткәрелгән сараларға байҡау эшләне, төрлө спорт ярыштарында әүҙем һәм пассив ҡатнашҡандарҙы телгә алып үтте. Ул шулай уҡ киләсәккә бурыстар һәм хәл итәһе мәсьәләләр тураһында һөйләне. Ошо темаға ҡағылышлы һорауҙар буйынса Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе башлығы Г.Й. Азаматова, Йомаш ауыл биләмәһе башлығы М.М. Баййегетов, урындағы хәрби комиссариат бүлеге начальнигы Х.Х. Хәмитов, 4-се мәктәптең физкультура уҡытыусыһы М.Х. Яҡшыбаев сығыш яһаны.
Ултырышта 19-сы һайлау округы буйынса район Советы депутаты К.С. Аралбаева үҙенең эшмәкәрлеге буйынса отчет бирҙе.
Аҙаҡтан муниципаль район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов сығыш яһап, әлеге көндәге иң мөһим мәсьәләләргә туҡталып үтте. Ул район Советы ултырышында күтәрелгән мәсьәләләрҙең бик актуаль булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм ошо йүнәлештәрҙә етди эшләргә саҡырҙы. Шулай уҡ 8-9 июндә Сибай ҡалаһында уҙасаҡ инвестиция форумына әҙерлек барышы, уның мөһимлеге тураһында һөйләп үтте.
Әйткәндәй, ултырыш барышында уҙған һайлау кампанияларын яҡшы ойошторған участка һайлау комиссиялары рәйестәренә Рәсәй һәм Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияларының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.