3 мая 2012 г.

Бөйөк еңеүҙе ҡаршылап

Минең ҡаһарман олатайым
 
Минең олатайым Әкрәм Динислам улы Исҡужин армия сафына алынғанда уға 18 йәш тә тулмаған була. 1942 йылда саҡырылған йәш һалдаттар Калинин өлкәһенә килеп еткәндә, унда ҡаты һуғыштар бара. Яңы ойошторолған частарҙы (уларҙың береһендә Темәс ауылы егете лә була) ут эсенә индерәләр. Смоленск янында ул йәрәхәтләнә. Мәскәүҙә дауаланып сыҡҡан элекке пулеметсы танк часына эләгә, автоматсы булып китә. Һәр танк броняһында бишәр кеше ултыра. Уларға ел-ямғырҙан, пуляларҙан һаҡланыр урын булмай, шуға ла “тере сәп” тип йөрөтәләр. Һалдаттар аяуһыҙ ҡырыла, әммә олатайымды Хоҙай Тәғәлә аралай. Бынан тыш ул дүрт тапҡыр ҡамауҙан сығыуҙа ҡатнаша. Һуңғы тапҡыр Берлиндың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә ҡамауға эләгәләр, әммә батыр башҡорт егете бында ла һынатмай.


Олатайым “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана, командованиеның рәхмәт хаттарына лайыҡ була. Һуңғы наградаһы – ”Батырлыҡ өсөн миҙалы” – һуғыш тамамланыуға 49 йыл үткәс кенә эҙләп таба. Уға яугир “Берлин” операцияһында күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ булған. Олатайым тыуған яғына 1947 йылда әйләнеп ҡайта. Комбайнсы булып эшләй, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн исеме Почет таҡтаһынан төшмәй. Шул йылдарҙа сыҡҡан совхоз һәм район гәзиттәрендә уның ҡаҙаныштары тураһында бик күп яҙыла. Хәрби наградаларына “Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалдары ла өҫтәлә.
Олатайым тәнендә Смоленск ерендә эләккән снаряд ярсыҡтарын йөрөтмәһә, һуғышты иҫкә лә алмаған булыр ине. Балалары, ейәндәре, тыуған ере өсөн ҡан ҡойған яугир иҫ киткес ябай, баҫалҡы ла ине. Ул өләсәйем Фәрхизә Ғәббәс ҡыҙы менән 2 ул һәм 1 ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Өлкән улы Әхтәм Темәстә ата йортонда донъя көтә, бер ҡыҙ һәм бер ул үҫтерә. Әғзәм Баймаҡта йәшәй, Мәрхәбә Сибайҙа ғүмер итә. Улар ҙа икешәр бала тәрбиәләй.
Олатайымдың ҡаһарман юлы, батырлығы беҙҙең бар быуыныбыҙ өсөн үрнәк булып тора. Уның йәшләй генә михнәтле йылдар кисереүен уйлап, “бер ҡасан да һуғыш булмаһын” тип теләйем. Беҙҙең тыуған тупраҡ, Ватаныбыҙ өсөн һәләк булған, унда алған яраларынан йәшләй вафат булған яугирҙарыбыҙҙы онотмайыҡ, тереләренә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәйек. Илебеҙҙе фашизм ҡоллоғонан ҡотҡарған һалдаттар—ысын батырҙар ул.

Варис ИСҠУЖИН, Темәс мәктәбе уҡыусыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.