27 мая 2012 г.

Яңылыҡтар

     Хәрби йыйын башлана
     27 майҙа Бәхтегәрәй ауылы эргәһендә буласаҡ һалдаттар өсөн хәрби-ялан уйындары башлана. Унда мәктәптәрҙән өлкән класс уҡыусылары, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы, 105-се һөнәрселек лицейы студенттары ҡатнашасаҡ. Дөйөм алғанда 327 үҫмер һалдат һурпаһын тәмләп ҡараясаҡ. Уйындар 31 майға тиклем дауам итәсәк.

     “Ирәндек моңдары”
     1 һәм 2 июндә Сибай ҡалаһында башҡорт йырҙарын башҡарыусылар араһында “Ирәндек моңдары” бәйгеһе була. Гала-концерт 2 июндә үтәсәк.

     “Айыҡ ауыл” билдәләнде
     Уҙған аҙнала Өфөнөң Конгресс-холында «Айыҡ ауыл» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда Башҡортостандың 41 районынан 99 ауыл биләмәһе ҡатнашҡайны. Һөҙөмтәләр буйынса, Салауат районының Көҫәпәй ауылы, Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылы һәм Йылайыр районының Ишбулды ауылдары конкурстың еңеүсеһе тип билдәләнде. Баймаҡ районының Буранбай ауылы милли-мәҙәни эшмәкәрлектә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкәне, ауыл биләмәһендә ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҫтереүгә тос өлөш индергәне һәм конкурста әүҙем ҡатнашҡаны өсөн ике номинацияла еңеү яулап, диплом һәм 10 мең һум күләмендә аҡсалата премия менән бүләкләнде.
     Сара һуңында “Айыҡ ауыл – 2012” конкурсы иғлан ителде.
 
     “Тамаша”ны бушлай алдырығыҙ
     Бары тик Баймаҡ районында ғына 2012 йылдың икенсе ярты йыллығына 7 танышығыҙҙы, дуҫығыҙҙы, туғанығыҙҙы “Тамаша” журналына яҙылыуға күндерһәгеҙ, үҙегеҙ “Тамаша” журналын бушлай аласаҡһығыҙ. Йәшәгән йорт адресы, исем-фамилияғыҙ һәм 7 яҙылыу квитанцияһының күсермәһен 25 июнгә тиклем (адрестарҙың Баймаҡ районыныҡы булыуы мотлаҡ) tamasha03@yandex.ru адресы буйынса электрон почтаға йәки редакция адресына ебәрегеҙ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.