18 мая 2012 г.

Беҙҙең интервью

Баймаҡта ла юғары белем алырға мөмкин

Яңыраҡ Баймаҡ ҡалаһында дистанцион технологиялар пункты (ДТП) асыу маҡсаты менән Магнитогорск дәүләт университеты вәкилдәре булып китте. Беҙ ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн педагогик белем һәм сервис технологиялары факультеты деканы, тарих фәндәре докторы Ю.Д. Коробковҡа мөрәжәғәт иттек.
– Юрий Дмитриевич, ни өсөн һеҙҙең уҡыу йорто дистанцион технологиялар пунктын тап беҙҙең ҡалала асырға йыйына?
– Беҙҙең уҡыу йортоноң уставында университет һәм Магнитогорск ҡалаһы сиктәренән тыш белем биреү хеҙмәте күрһәтеү тураһындағы положение бар. Шуға күрә беҙ Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләре, Башҡортостандың күрше райондарының мәғариф учреждениелары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Был, берҙән, халыҡ араһында төрлө рәүештә белем биреү эшмәкәрлеге алып барырға тейеш булған классик университет статусына яуап бирә, икенсенән,  дистанцион әҙерлек элементын ҡулланыу мәғарифты үҫтереүҙең заманса бер тенденцияһы булып тора. 
– Был формалағы уҡыуҙың үҙенсәлектәре нимәлә?
– Минеңсә, уның өҫтөнлөктәре күп. Беренсенән, ДТП студенттары беҙҙең университеттың ситтән тороп уҡыу бүлеге студенттары һанала һәм уларға Баймаҡтан ситкә сыҡмайынса ғына юғары белем алыу мөмкинлеге бирелә. Был матди яҡтан отошло һәм мораль-психологик йәһәттән дә бик уңайлы. ДТП-ла уҡыу хаҡы Магнитогорскиҙағы университеттың үҙендә уҡыуға ҡарағанда байтаҡҡа кәмерәк һәм төбәктә иң түбәне булып ҡала.
Икенсенән, ДТП студенттары менән беҙҙең уҡыу йортоноң әйҙәүсе уҡытыусылары, фән докторҙары һәм кандидаттары эшләйәсәк. Әйткәндәй, беҙ бының менән башҡаларҙан, айырыуса уҡыу процесына урындағы мәктәптәр һәм колледждар уҡытыусыларын йәлеп иткән баш ҡала вуздарынан ҡырҡа айырылып торабыҙ. Һөҙөмтәлә, быйылғы сығарылыш уҡыусылары, шулай уҡ мәктәпте элегерәк тамамлағандар ташламалы шарттарҙа сифатлы белем һәм классик университет дипломы ала ала.
– Быйыл уҡыуға ҡабул итеү үҙенсәлектәре ниндәй?
– Уҙған йылдан башлап илдең барлыҡ юғары белем биреү йорттары көндөҙгө бүлектә 4, ситтән тороп уҡыу бүлегендә 5 йыл уҡыу ваҡыты менән бакалаврҙар әҙерләүгә күсте. Юғары белемле һәм урта махсус белемле кешеләр өсөн ситтән тороп уҡыу формаһы 3 һәм 4 йыл тәшкил итә. ДТП-ла белем алырға теләүселәр документтар тапшыра (3х4 см ике фото, паспорт, белем тураһындағы документ (ҡушымтаһы менән нотариус тарафынан раҫланған булырға тейеш) күсермәләре, БДИ таныҡлығы, фамилия үҙгәргән булһа, шул хаҡтағы документ).
– Быйыл ниндәй һөнәрҙәр буйынса студенттар йыясаҡһығыҙ? Уларҙың үҙенсәлектәре нимәлә?
– Баймаҡ районы халҡына түбәндәге йүнәлештәр буйынса уҡырға тәҡдим итәбеҙ:
Документтар алып барыу һәм архив эше (профиле – “Документтар менән эшләү һәм идара итеүҙе документтар менән тәьмин итеү”). Ҡабул итеү имтихандары: тарих, рус теле, йәмғиәтте өйрәнеү.
Махсус (дефектологик) белем – (профиле – “Логопедия”). Ҡабул итеү имтихандары: биология, рус теле, математика.
Туризм (профиле – “Туроператорҙар һәм турагентлыҡтар хеҙмәте технологияһы һәм ойоштороу”). Ҡабул итеү имтихандары: тарих, рус теле, йәмғиәтте өйрәнеү.
Сервис (профиле – “Социаль-мәҙәни сервис”). Ҡабул итеү имтихандары: математика, рус теле, йәмғиәтте өйрәнеү.
Педагогик белем (профиле – “Башланғыс белем биреү һәм информатика”). Ҡабул итеү имтихандары : математика, рус теле, йәмғиәтте өйрәнеү.
Бизнес-информатика (профилдәре – “Электрон бизнес”, “Контент менән идара итеү”). Ҡабул итеү имтихандары: математика, рус теле, йәмғиәтте өйрәнеү.
Социаль эш (профиле – “Ғаиләләрҙе һәм балаларҙы социаль яҡлау һәм социаль хеҙмәтләндереү”). Ҡабул итеү имтихандары: тарих, рус теле, йәмғиәтте өйрәнеү.
Транспорт саралары технологияһы. Ҡабул итеү имтихандары: математика, рус теле, физика.
Дизайн (профилдәре – “Графика дизайны”, “Костюм дизайны”, Мөхит дизайны”, “Мебель дизайны”, “Текстиль дизайны”). Ҡабул итеү имтихандары: әҙәбиәт, рус теле, ижади конкурс.
– Юрий Дмитриевич, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
– Беҙҙең әңгәмә халыҡта ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр һәм халыҡтың белемен арттырыу һәм мәҙәни кимәлен күтәреү буйынса башланған эш уңышлы булыр, тип ышанам. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән түбәндәге телефондарға шылтыратырға була:  Баймаҡ ҡалаһы – 3-14-14, 3-10-33, Магнитогорск ҡалаһы –  8 (3519) 236328.

Сәлимә Кейекбирҙина әңгәмәләште.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.