28 мая 2012 г.

Матурлыҡты юлдаш итеп


Матурлыҡты, гүзәллекте күҙҙәре менән генә түгел, йөрәге менән дә тойоп йәшәүсе, һүҙҙәрҙең тәмен, ҡәҙерен белгән нескә күңелле Айгөл Сөләймән ҡыҙы Мырҙабулатова быйыл һөнәри байрамын үҙенең алтын юбилейы  менән ҡаршылай.

Эшлекле, уңған ғаиләлә 5  бала араһында өсөнсөһө булып донъяға килгән Айгөл кескенәнән күңеле менән тәбиғәткә ерегеп үҫә. Йәмле Ҡаратал ауылының сылтырап аҡҡан шишмәләре, хуш еҫле болондары, үҙәктәрҙе өҙөп һайраған ҡоштары, атай йортоноң изге лә, ҡәҙерле лә булыуы, әлбиттә, Айгөлдөң ауылда ҡалыуына йоғонто  яһамай ҡалмай.
Совхозда лаборант, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып, унан һуң бына 20 йылдан ашыу китапханала эшләй. Ә китапханасы һөнәре, кешелектең мәңге таймаҫ тағандарының береһе булараҡ, кешеләрҙе китап аша тәрбиәләй, уларҙың йәнен йылытырлыҡ, күңелдәрен елкетерлек әҫәрҙәр, ижадсылар менән осраштыра.
Китаптар донъяһы хужабикәһе төрлө мөһим саралар уҙғара: бәйгеләр, осрашыуҙар, байрамдар, юбилейҙар, Ҡәҙер һәм Хәтер кисәләре… Китапхана эргәһендә төрлө ҡатлам китап уҡыусыларын берләштергән клубтар ойошторолған. “Атайсал, тип янған йөрәктәр”, “Ағинәйҙәр” клубтарында элекке матур йолаларҙы ҡабаттан тергеҙеү, исемдәре юғалған шәхестәрҙе барлау, йәштәрҙе үҙҙәренең тормош үрнәгендә тәрбиәләү кеүек саралар уҙғарылһа, “Таңсулпан”, “Шоңҡар” клубтарында үҫмерҙәр өсөн тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле булған эштәр башҡарыла. Мәҫәлән: “Ҡыҙ тыйнаҡ булһа, егет йыйнаҡ була” темаһына «түңәрәк өҫтәл», “Ҡыҙ балаға нәсихәттәр” исемле әңгәмә-һөйләшеү; “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет”, “Иман нуры” бәйгеләре. Айгөл Сөләймән ҡыҙы үткәргән һәр сара ауылдаштарының йәшәйешенә биҙәк өҫтәй, уны рухи яҡтан байыта.
Донъя ҡуласаһы әйләнә-әйләнә, кешене тормош тигән үҙәндең бормалы һуҡмаҡтарынан атлатып, бейек үрҙәргә саҡыра. Ә үрҙәр, ҡаялар иһә ҡыйыуҙарға, эшһөйәрҙәргә генә буйһона. Айгөл Сөләймән ҡыҙының үҙ эшен йөрәгендә сәм, ижади ҡомар, ныҡышмалылыҡ менән башҡарыуы һоҡландыра. Кеше менән уртаҡ тел табып эшләү, кеше хәтерен һаҡлай белеү һәләтенә эйә ул. Уңған хужабикә бешергән тәмле бәлештәрҙән, аш-һыуҙан ғаиләһе, туғандары, дуҫтары кинәнһә, күңелендәге яҡтылыҡты, илаһилыҡты башҡалар менән уртаҡлашып дәрт, рухи аҙыҡ өләшеп йәшәүҙән үҙенә тормош мәғәнәһе, йәшәү кинәнесе таба Айгөл.
Тормошобоҙ йәме әсә, хеҙмәткәр, иренең кәңәшсеһе һәм таянысы булған ҡатындарҙан тора. Тормош юлдашы Фәйзрахман Фазулла улы менән өс бала – ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтереп, башлы-күҙле иттеләр. Һәр балаһының тормошона ҡыуанып, дүрт ейән-ейәнсәренең йылылығын татып, шатлыҡ нурына ҡойоноп йәшәй Айгөл Сөләймән ҡыҙы. Ғаилә девизы булып “Изгелектән донъя яҡтыра, изгелек ҡыл яҡты донъяла” тигән төшөнсә тора. Күңелеңде һалып башҡарған яратҡан эшең, эшеңдән осоп ҡайтыр яратҡан ғаиләңдең булыуынан да оло бәхет бармы?

Нәсимә Солтанова,
үҙәк район китапханаһының методик бүлек мөдире.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.