23 мая 2012 г.

Төҙөлөш

Мәсет яңырыу кисерә


Баймаҡ ҡалаһындағы “Нәсихәт” мәсете әле яңырыу кисерә. Ҡалалағы ойошма, предприятие коллективтары уны төҙөкләндереү өсөн ярҙам йөҙөнән аҡса йыйғайны. Бөгөн унда эштәр нисек бара? Ҡайҙа, ниндәй саралар күрелгән һәм тағы ла нимәләр башҡарыласаҡ? Ошо ҡыҙыҡһыныу беҙҙе мәсеткә алып килде.
Йома намаҙынан һуң халыҡ таралыша башлаған ғына мәл ине.  Килеүемдең сәбәбен аңлатыу менән апай-инәйҙәр шатлыҡтары менән уртаҡлашып, мәсеттә барған үҙгәрештәр менән таныштырҙы. Барлыҡ төҙөлөш эштәрен “Баймаҡ ПМК-һы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт оҫталары үҙ өҫтөнә алған. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҙур залда тулыһынса реконструкция үткән. Стеналарҙың буяуҙары яңыртылған. Түшәме заман талаптарына яуап биргән яңы төҙөлөш материалына алмаштырылған. Ә инде күҙҙең яуын алырлыҡ нурҙар уйнаған шәмдәлдәр һуң! Иҙәндәргә ковролин түшәлгән. Тулыһынса евротәҙрәләр ҡуйылған. Баҡсаға “Баймаҡ урмансылығы” коллективы ағас ултыртҡан.
Мәсеттең аҫҡы ҡатына ла төшөп әйләндек. Ул уҡыу класы итеп йыһазландырылған. Унда ғәрәп графикаһын һәм дин тәғлимәттәрен өйрәтәләр.
– Үҙебеҙҙең көс менән генә бындай эштәрҙе атҡарып сығыу мөмкин түгел, – тине Баймөхәмәт хәҙрәт әңгәмәгә ҡушылып. – Мәсетте төҙөкләндереү буйынса инициативаны үҙ ҡулына алып, шундай ҙур күләмдәге эштәрҙе башлап ебәргән муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡовҡа ҙур рәхмәтемде белдерәм. Шулай уҡ “Баймакгазспецстрой” ЯСЙ-һына, “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һына, район һәм ҡала хакимиәтенә, ярҙам иткән барлыҡ учреждение, ойошма, предприятие коллективтарына рәхмәт әйткем килә. Әгәр ҙә кемделер әйтеп еткермәһәм, ғәфү итегеҙ. Аллаһ сауаплы эштәрҙең барыһын да күреп  тора.
Тамсынан күл хасил була, тиҙәр. Бөгөн мәсетебеҙ яңы һулыш кисерә. Ләкин башҡарыласаҡ эштәр ҙә күп әле. Уҡыу кабинеттары тулыһынса реконструкцияланасаҡ. Имам-хатип өсөн эш кабинеты, йыуыныу бүлмәһе, мәсеткә килеүселәрҙең өҫ кейемдәрен элеү өсөн айырым мөйөш булдырыу ҡарала. Ҡыҫҡаһы, эштәр артабан да дауам итәсәк.
Төҙөлөш барыуға ҡарамаҫтан, иман йорто эшләүен дауам итә. Шуныһы һөйөндөрә: мәсеттән халыҡ өҙөлмәй. Беҙ барғанда ла йәш әсә сабыйына исем ҡуштырырға килгән, никах уҡытырға теләгән йәш пар сират көтә ине.
– Ремонт тамамланыу менән биш тапҡыр намаҙ уҡыуҙы индерергә уйлайбыҙ, – тине Баймөхәмәт хәҙрәт. – Даими дежурлыҡ та буласаҡ. Йәғни, халыҡ ҡасан ғына килһә лә, уларҙы ҡабул итәсәкбеҙ.
Һүҙ аҙағында шуны өҫтәгем килә: һәр көн иртән, төш һәм кис Баймаҡта аҙан тауышы яңғырай торғайны. Хәҙер ул тынып ҡалды: тауыш көсәйткес аппарат сафтан сыҡҡан икән. Бәлки, был проблеманы ла хәл итеп, ярҙам итергә теләүселәр табылыр.

Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.