14 мая 2012 г.

Саралар

Ҡурайсы рухы һүнмәҫ!
Икенсе Этҡолда тыуып үҫкән сәнғәт эшмәкәре, ҡурайсы,
ҡумыҙсы Зыя Ишбулды улы Хәлиловтың исеме районда ғына түгел, республикала ла киң билдәле.
Ошо кесе йома З.Хәлиловтың тыуған йортонда ҡурай һәм ҡумыҙҙы мәңгеләштергән стеланы асыу тантанаһы ла ауыл тарихында ҡала торған ҙур ваҡиғалар рәтенә инде.  
 

Арабыҙҙан бик иртә – 56 йәшендә генә киткән Зыя Ишбулды улының яҡындары, алыҫ тарафтарҙан – Өфөнән, Күмертауҙан коллегалары, дуҫтары ла килгән ине. Тантана башында муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин һәм Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы А.Ә. Тажетдинов стеланы асты. Унан Илдус Әдиф улы үҙенең телмәрендә Икенсе Этҡолдоң күренекле шәхестәргә бай булыуын, халыҡтың уларҙы онотмауын, бөйөк эштәрен үҫеп килгән быуынға еткереүен белдерҙе. Ул стела проектын төҙөүсе Дамир Яҡуп улы Аҡназаровҡа һәм уны эшләүҙә ҙур ярҙам күрһәткән “Строймеханизация” ЯАЙ-һының генераль директоры Н.А. Тажетдиновҡа, ҡунаҡтарға хакимиәт исеменән рәхмәт белдерҙе.
Азамат Әғзәм улы, Зыя Хәлилов минең уҡыусым булды, музыкаль ғаиләлә үҫкәс, уның һәләттәре бик иртә асылды, тип үҙенең иҫтәлектәре менән бүлеште. Әйткәндәй, Зыя Ишбулды улының дуҫы, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, атаҡлы ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов та уның менән бергә уҡыған, остаздары – данлыҡлы Әҙеһәм Исҡужиндан музыка серҙәренә белем алған мәлдәрен һөйләп бирҙе.
З.Хәлиловтың ҡустыһы Мораҙым Ишбулды улының, киләһе йылдан ағаһы иҫтәлегенә уҡыусылар араһында район ҡурай бәйгеһе үткәреүҙе планлаштырҙыҡ, тип белдереүе ҡунаҡтар араһында хуплау тапты.
Күмертауҙан килгән ҡунаҡтар үҙ сығышында заманында Зыя Ишбулды улы ойоштороуға күп көс һалған, юғары кимәлдәге конкурстарҙа уңышлы сығыш яһаған Кинйә Арыҫланов исемендәге фольклор ансамбле тураһында һөйләне.
Сараның аҙағында Зыя Хәлиловтың туғандары мәктәп коллективына, уҡыусыларға һәм ауыл халҡына рәхмәтен белдерҙе.    
               
А. Ишназаров.
Автор фотоһында: бына ул стела.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.