18 мая 2012 г.

Рухиәт

Яҡташ яҙыусылар аҙналығы

Баймаҡ ере башҡорт әҙәбиәтенә, сәнғәтенә таланттар үҫтереү төйәге булараҡ дан тота. Тыуған ерен данлаған, йөрәгендә уның хуш еҫен йөрөткән, ергә ғүмер буйы атайсал тип өҙөлөп-янып ижад итер өсөн тыуған тынғыһыҙ, сәмле,  рухлы ҡыҙҙарын, улдарын һәр кемебеҙ белергә, уларҙың ижадын өйрәнергә, башҡаларға еткерергә тейеш.
Яҡташ шағирҙарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ, Баймаҡ яҡтарында яҙмыш елдәре ташлауы буйынса йәшәп, ижад иткән әҙиптәр тураһында Баймаҡ районының әҙәби картаһы төҙөлдө. Ул ете бүлектән тора: 
  1. Башҡорт әҙәбиәте күгендә – Баймаҡ йондоҙҙары (А.Игебаев, Т.Ғарипова, М.Иҙелбаев, Дәртмәнд, Ә.Хәйбуллин, А.Баһуманов, Б. Байымов, А.Ҡәҙерғолов, Р.Түләков, Ә.Үтәбай, Н.Ғәйетбаев, Б.Исҡужин, Л.Ҡәйепова, У.Мостафин, З.Ҡаҙаҡбаева).
  2. Билдәле сәсән-импровизаторҙар (Ғәбит Арғынбаев, Хәмит Әлмөхәмәтов, Шәһәрғәзе Ғәбдиев, Хәбибулла Ғәбитов).
  3. Яугир-шағирҙарҙың исемдәре һәм ижады үлемһеҙ (Н.Иҙелбаев, С.Күлибай, Б. Вәлид, Х.Ҡунаҡбаев).
  4. Баймаҡ ере уларҙы ижадҡа әйҙәне (З.Биишева, Һ.Дәүләтшина, М.Фәйзи, Р.Өмөтбаев).
  5. Иҫтәлекле урындар.
  6. Әҙәби премиялар.
  7. Әҙәби ойошмалар.
Тәрбиәүи әһәмиәте ҙур булған  был карта, әлбиттә,  китапханаларҙа оло хазиналарҙың береһе булып урын аласаҡ, һәр кемгә ҡиммәтле  мәғлүмәт сығанағы булып  хеҙмәт  итәсәк.
Китапханаларҙа, һәр йылдағыса, яҡташ шағир, яҙыусыларыбыҙҙың ижадын тәрәнерәк өйрәнеү буйынса 14-18 майҙа әҙәби аҙналыҡ иғлан ителде. Аҙналыҡ сиктәрендә ойоштороласаҡ сараларҙа һәр төбәк үҙ  еренең  әҙип, әҙибәләрен барлаясаҡ, данлаясаҡ. Яратҡан яҙыусың, йәиһә шағирың менән осрашып, уның ҡул йылыһын тойоу, иҫтәлекле автограф алыу һәр кемгә эләкмәйҙер ҙә. Ә был бәхетле осраҡ хәтерҙә оҙаҡҡа уйылып ҡала, күптәргә киләсәккә йүнәлеш бирә, дәрт-дарман, ижади илһам өҫтәй. Беҙҙең китап уҡыусыларыбыҙҙы ла ошондай бәхетле мәлдәр көтә. Баймаҡ еренең арҙаҡлы ҡыҙы, әҙибә Таңсулпан Ғарипова киләсәк. Ул 15 майҙа – Билал, Темәс, 16  майҙа – Татлыбай, Урғаҙа ауылдарында булды, бөгөн 1-се мәктәптә, халыҡ ижады үҙәгендә үтәсәк яугир-яҡташ  шағирҙарыбыҙ Х.Ҡунаҡбаев, Н.Иҙелбай ижадына арналған йомғаҡлау кисәһендә, 18 майҙа Әбделкәрим, Сәйғәфәр, Аҡморон ауылдарында  осрашыуҙа ҡатнашасаҡ.
Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе үҙәк китапханала – Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, Баймаҡ лицей-интернатында, Икенсе Этҡолда – Урал Мостафин, балалар китапханаһында – Вара Буранбаев, Үрге Яйыҡбайҙа – Зилә Ғәйетҡолова, Ҡараталда – Шәфҡәт Әбйәлилов, Борис Хәйретдинов, Иҫке Сибайҙа – Фәнис Сирбаев, Түбәнге Иҙристә – Рәмилә Торомтаева менән  осрашыуҙар көтә.

Нәсимә Солтанова, методик бүлек мөдире.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.