14 мая 2012 г.

Сәйәсәт

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр йыйылды
Ошо кесе йомала муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Баймаҡ районы урындағы бүлексәһенең конференцияһы үтте. Уның эшендә партияның урындағы 74 беренсел ойошмаһынан 59 делегат, урындағы политсовет, мандат, контроль-ревизия комиссиялары ағзалары ҡатнашты. Әйткәндәй, әлеге көндә беҙҙең районда 1018 кеше – “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы. 

Конференцияны хакимиәттең эштәр идарасыһы, урындағы башҡарма комитет етәксеһе  Р.Ф. Иҫәнбаев алып барҙы.
Көн тәртибенә ике мәсьәлә сығарылды. Уның тәүгеһе – 2012 йылдың 4 мартындағы һайлау кампанияһы йомғаҡтары буйынса муниципаль район Советы секретары Р.З. Ишбулатов сығыш яһаны. “Берҙәм Рәсәй” – илебеҙҙең әйҙәүсе сәйәси көсө булып тора. Быны Дәүләт Думаһы, РФ Президенты һайлауҙары һөҙөмтәләре асыҡ күрһәтә, халыҡ партия тарафынан күрһәтелгән кандидатҡа – Владимир Путинға ҙур ышаныс белдерҙе. Граждандарҙың әүҙемлеге күҙгә ташланып торҙо: урналарға сират булды, күптәр он-лайн режимда тауыш биреү барышын күҙәтергә теләк белдерҙе. РФ Президенты вазифаһына кандидат В.В. Путин өсөн район һайлаусыларының 91,3 проценты тауыш биргән”, – тине ул һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән участка һайлау комиссияларын атап үтте. Фекер алышыуҙарҙа ҡаланың 1-се мәктәбе, 105-се һөнәрселек лицейы, Бикеш, Аҡморон ауыл биләмәләрендәге партияның беренсел ойошмалары секретарҙары ҡатнашты.
Артабан икенсе мәсьәлә – “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһына делегаттар һайлау ҡаралды. Асыҡ тауыш биреү һөҙөмтәһендә партия ағзалары – муниципаль район Советы секретары Р.З. Ишбулатов һәм район элемтә үҙәге начальнигы А.М. Ҡадыров делегат итеп һайланды. Конференцияла, һайланған депутаттарҙан тыш, партия Уставы буйынса урындағы политсовет секретары муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов, урындағы башҡарма комитет етәксеһе Р.Ф. Иҫәнбаев һәм партия яҡлылар советы етәксеһе С.Р. Ярҡынбаев ҡатнашасаҡ.
Конференция аҙағында Илшат Хәмит улы уҙған һайлау кампанияларын үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡандары һәм яҡшы эш һөҙөмтәләре күрһәткәндәре өсөн участка һайлау комиссиялары рәйестәренә һәм партияның беренсел ойошмалары секретарҙарына Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Рәхмәт хаттарын һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы логотиптары төшөрөлгән футболкалар тапшырҙы. Ул конференцияға йомғаҡ яһап, ҡатнашыусыларға партия эшендә тағы ла әүҙемерәк булыуҙарын, алға ҡуйылған бурыстарҙы бойомға ашырыуҙа уңыштар теләне.

Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.