30 мая 2012 г.

Яңылыҡтар

Төрөк шиғырҙары – башҡорт телендә

Стамбул ҡалаһында билдәле төрөк шағиры Юнал Карҙың “Ҡош телендәге серенада” тип аталған шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыҡты. Уның әҫәрҙәре донъяның 25 теленә тәржемә ителгән. Был китапта шағирә Лилиә Һаҡмар һәм Әхәт Салихов тарафынан башҡортсаға тәржемә ителгән шиғырҙар ҙа урын алған.

Яҙыусылар менән осрашабыҙ

Мерәҫ ауыл китапханаһында Баймаҡ районы яҙыусылары ижадына арналған аҙналыҡ үтте. Унда А.Игебаев, У.Мостафин, Т.Ғариповаларҙың әҫәрҙәре буйынса китапхана дәрестәре булды. Шулай уҡ яҡташ шағирҙарҙың ижады буйынса шиғыр бәйгеһе ойошторолдо. Ошо арала Фәниә Кәримова менән осрашыу үтәсәк.
Аҙналыҡты ойоштороуға ярҙам иткән мәктәп администрацияһына, уҡытыусылар Д.Ғ. Мырҙағәлина һәм М.Ф. Ямантаеваға рәхмәтемде еткерәм.
Д. Яхина, ауыл китапханасыһы.

Һауынсылар ярыша

Бөгөн Салауат исемендәге АХК-ның “Шөгөр” йәйләүендә һауынсыларҙың һәм техник-осеменаторҙарҙың район конкурсы ойошторола. Унда малсылар теоретик һәм практик белемдәрен күрһәтәсәк. Семинар-кәңәшмәлә шулай уҡ малсылыҡ тармағының биш айлыҡ эшенә йомғаҡ яһаласаҡ.

Һөт комбинаты төҙөлә

Темәс ауылында Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комп лекслы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә район өсөн мөһим объект – һөт комбинаты төҙөлә. Объекттың генподрядсыһы – “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы тарафынан бында буласаҡ бинаның нигеҙен күтәреү тамамланған, әле металл конструкцияларын монтажлау бара. Был участкала 1,2 млн һум үҙләштерелгән дә инде. Производствоны быйыл файҙаланыуға тапшырыу маҡсат итеп ҡуйыла.

Тәжрибә уртаҡлашып

Үткән аҙнала райондың ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре Әбйәлил районының “Красная Башкирия” АХК-һына сәфәр яһаны. Унда аграрийҙар төбәктә генә түгел, ә республикала алдынғы хужалыҡтың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Был кооператив ауыл хужалығы производствоһын ойоштороуҙа ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә, алдынғы технологияларҙы уңышлы файҙалана, үҫемлекселектә нуль технологияһын ҡулланып, һоҡланғыс уңыштарға ирешә. Cәфәрҙән беҙҙекеләр ҙур тәжрибә туплап ҡайтты. Ошо арала хужалыҡҡа агрономдар ҙа барасаҡ.

А. Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.