1 июн. 2012 г.

1 июнь – халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

Үҙҙәрен бәхетле тойһондар


Йәйҙең беренсе көнө йылы ҡояш менән ҡыуандырһа, ул икеләтә байрамға әйләнә, сөнки ошо көндә күп илдәрҙә Халыҡ-ара балалар көнө билдәләнә. Был байрам Рәсәйҙә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө тип атала.

Халыҡ-ара балалар көнө – боронғо байрамдарҙың береһе һанала. Уны үткәреү тураһындағы ҡарар 1925 йылда Женева ҡалаһында балалар именлеге мәсьәләләренә арналған Бөтә донъя конференцияһында ҡабул ителгән. Балалар һаулығын һәм именлеген яҡлау проблемалары бик актуаль булған ваҡытта, Икенсе донъя һуғышынан һуң, Парижда 1949 йылда ҡатын-ҡыҙҙар конгресы үтә, унда ҡатнашыусылар балаларҙың берҙән-бер бәхет гарантияһы донъяла тыныслыҡ булдырыу тураһында ант бирә. Унан һуң бер йыл үткәс, йәғни 1950 йылдың 1 июнендә беренсе тапҡыр Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө үткәрелә һәм ул йыл да ойошторола башлай.

Шуныһы ҡыҙыҡлы: был байрамды социалистик үҫеш юлын һайлаған илдәрҙә дәррәү күтәреп алалар. Советтар Союзы осоронда мәктәптәрҙә йәйге каникул 1 июндән башланған. Байрам айҡанлы балалар хоҡуҡтары һәм именлеге тураһында сығыштар ойошторолған, балалар өсөн яңы нәфис фильмдар һәм телетапшырыуҙар күрһәтелгән, спорт саралары уҙғарылған, уларға ата-әсәләр ҙә йәлеп ителгән. Әле лә был традиция дауам итә. Ошо тәңгәлдәге федераль һәм республика закондарына нигеҙләнеп, балаларҙы яҡлау, һаҡлау, белем биреү, илдең лайыҡлы граждандары итеп үҫтереү өсөн күп эшләнә.
Мәҫәлән, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар тураһында ла етди хәстәрлек күрелә. Урындағы опека һәм попечителлек секторы мәғлүмәттәре буйынса етем балаларҙың 97 проценты ғаиләләргә урынлаштырыла. Былтыр – 16, быйыл 7 бала уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған. 2007 йылдан алып Түбә балалар йортонда патронат хеҙмәте эшләй. Шулай уҡ балаларҙы тәрбиәгә алған ғаиләләр һаны арта бара (2011 йылда – 7, 2012 йылдың уҙған осоронда – 8 бала). Үкенескә күрә, атап үткән категория балаларҙың күпселеге – социаль етемдәр.     
Әйткәндәй, ошо байрам уңайынан ҡалала һәм ауылдарҙа төрлө саралар, акциялар ойошторола. 1 июндә муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторы ҡаланың С.Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында «Бәхетле бала саҡ» тип аталған байрам үткәрәсәк. Концерт, «Ололар – балаларға» акцияһы һ.б. буласаҡ. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан хакимиәттең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү буйынса бүлеге тарафынан 31 майҙа “Тура бәйләнеш” ойошторола.
Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.