11 июн. 2012 г.

Ғ.СӨЛӘЙМӘНОВТЫҢ ТЫУЫУЫНА – 100 ЙЫЛ

    Сәнғәт тип янды


    Мәшһүр ҡурайсы, йырсы һәм педагог, Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ғата Зөлҡәфил улы Сөләймәновтың тыуыуына 14 июндә 100 йыл тула.
    Ул районыбыҙҙың Төркмән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә, бала сағы ошо ауылда үтә. Йәштән үк йыр-моң, бигерәк тә ҡурайҙы ярата. Шуға күрә 1927 йылда Ғата  Өфөгә килә һәм театр техникумында уҡый башлай. Ошо уҡыу йортонан башлап Ғата Сөләймәновтың тыуған Төйәләҫ буйҙарынан сыҡҡан йыр-моң шишмәләренә республиканың төрлө мөйөштәренән көмөштәй саф көйҙәр ҡушылды. Йылдар һәм юлдар үткән һайын был ағым тағы ла тәрәнерәк, тағы ла ҡеүәтлерәк була барҙы. Уның ҡурайы Прага һәм Бухарест майҙандарында яңғыраны. СССР-ҙың мәҙәниәт делегацияһы составында Ғата Сөләймәнов Һиндостанға барҙы һәм башҡорт ҡурайы азатлыҡ һөйөүсе һинд халҡының күңелендә ауаздашлыҡ тапты.
    Ҡурай уның тормошонда айырым урын биләй, әммә Ғата Сөләймәновтың ҡурайға ҡушылып йырлаған йырҙары, шул йырҙар хаҡындағы тиҫтәләрсә легендалар беҙҙең рухи байлығыбыҙҙың тағы ла бер балҡышы ине. Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында уның исеме күренекле оҫталар менән бер рәттә тора.
    Ғата Сөләймәновтың халыҡ ижады өлгөләрен йыйыу һәм баҫтырыу эшмәкәрлегенә килгәндә, ул күп йылдар буйы ауылдан-ауылға, ҡаланан-ҡалаға йөрөп, халҡыбыҙҙың 250-нән ашыу йыр һәм легендаһын яҙып алған, 150-һен ҡурайҙа уйнау өсөн эшкәртеп, баҫтырып сығарған.
    Ғата Сөләймәнов композитор Камил Рәхимов менән башҡорт мәктәптәренең 1-се, 2-се кластары өсөн “Йыр һәм музыка дәрестәре” тигән методик ҡулланма әҙерләне, ә уның “Ҡурай” тигән хеҙмәте был музыка ҡоралының тарихында өр-яңы бер баҫҡыс булды. Ғата Сөләймәнов иң беренсе булып ҡурайҙа уйнау теорияһын, ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү методикаһын эшләне, үҙен ҙур фольклорсы, музыка белгесе итеп күрһәтте. Ул ҡурайҙы донъя аренаһына алып сығыусыларҙың береһе.
    Эшмәкәрлегенең бик мөһим тармағы – уның актерлыҡ ижадында. Асылда был күренекле сәхнә оҫтаһының бөтә ижади биографияһы башҡорт театр сәнғәте менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Өфө театр техникумын тамамлағандан һуң ул Баймаҡ колхоз-совхоз театрында эш башлай. Шул ваҡытта башҡорт опера театрына кадрҙар әҙерләү өсөн театр артистары араһынан Ғата Сөләймәновты һайлап алып, Мәскәү дәүләт консерваторияһының башҡорт бүлегенә уҡырға ебәрәләр. 1942 йылда ул консерваторияны тамамлай һәм Башҡорт дәүләт опера театрында эш башлай. Йәш солист “Аҡбуҙат”, “Ҡарлуғас”, “Ашҡаҙар” кеүек тәүге башҡорт операларында баритон партияларын башҡара.
    Артабан сәхнә оҫтаһы 1947 йылдан алып 1972 йылғаса Башҡорт академия драма театрында эшләй. Ундағы 25 йыллыҡ ижад күгендә артист 90-ға яҡын образ тыуҙырған.
    Оҫтаның остазлығы бөгөнгө эште киләсәк алдында торған бурыстар менән үлсәй белеүҙә. Ә был инде эстафетаны дауам итерҙәй алмаш үҫтереү тигән һүҙ. Ҡурайсы-педагог Ғата Сөләймәнов күп йылдар ошо уй, ошо маҡсат менән йәшәне. Уҡыу йорттарында, эшселәр араһында ҡурайсылар түңәрәктәре ойоштороп, күп йәштәрҙе сәнғәт серҙәренә өйрәтте. Беренсе башлап Өфө сәнғәт училищеһында   киң профилле ҡурайсы-музыканттар әҙерләү өсөн махсус бүлек асылды. Был эште ойоштороуҙа ла Ғата Зөлҡәфил улының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ҙур булды. Ул бит 1972 йылдан 1979 йылға хәтлем был училищела уҡытты. Ошо йылдарҙа бик күп профессиональ ҡурайсылар әҙерләп сығарҙы.
    Әгәр ҙә Ғата Сөләймәнов шәхесен юғары күтәрәбеҙ икән, беҙ үҙебеҙҙе һәм милләтебеҙҙе ихтирам итәбеҙ, тигән һүҙ. Тыуған илгә, туған халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итте халыҡ артисы һәм ҡурайсы Ғата Сөләймәнов. Халыҡсан рухлы, йырлы-моңло, изге йөрәкле был шәхесте онотмайыҡ.

    Фуат ИШМОРАТОВ,
    Ғата Сөләймәнов исемендәге музей хеҙмәткәре.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.