18 июн. 2012 г.

16 июнь—Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө

Күңелдәргә дәрт өҫтәүсе

Бәғзе берәүҙе күреү менән донъя йәмләнеп, нурланып китә, хатта күңелдәрҙе шатлыҡ солғап ала. Шундай матур, һоҡланғыс кеше беҙҙең ауылыбыҙҙа ла бар.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны Факиһа Нәбиулла ҡыҙы Таштимерова Байыш ауылы мәҙәниәт йорто директоры булып 34 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Үҙ эшенең оҫтаһы, алмаштырғыһыҙ ойоштороусы, тынғыһыҙ, дәртле, кешелекле Факиһа инәйҙе ауылда йәше-ҡарты ихтирам итә. Уны барыһы ла тик маҡтау һүҙҙәре менән генә телгә ала.

Һүҙендә тора белгән, вәғәҙәләрен үтәгән Факиһа Нәбиулла ҡыҙына ауылдаштары ышаныс белдереп, уны биш тапҡыр Ишмөхәмәт ауыл Советы депутаты итеп һайлай. Бер проблемаға ла битараф ҡалмаған, күңеленән үткәргән Факиһа инәй оҙайлы йылдар ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы ла булды. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн уны бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” таҫмаһы менән бүләкләнеләр.
Факиһа Нәбиулла ҡыҙы үҙенең “Иҫтәлек” фольклор ансамбле менән әле лә төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнай. Бынан тыш ул ағинәйҙәр клубында ла әүҙем эшләй. Факиһа инәйебеҙ кешегә ярҙамсыл, иғтибарлы, үҙенең аҡыллы кәңәштәре менән беҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора. Хөрмәтле Факиһа Нәбиулла ҡыҙы мәҙәниәт йортона килеп инһә, күңелдәр күтәрелеп, мәҙәниәт йорто яҡтырып киткәндәй тойола. “Һоҡланғыс кеше ул беҙҙең Факиһа инәй!” – тиҙәр йәштәр уның тураһында.
Һәр кем менән уртаҡ тел табып, мәктәп коллективы, ҡатын-ҡыҙҙар советы, китапхана менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Факиһа инәй улар менән бергә төрлө-төрлө матур саралар ойоштороп, хаҡлы рәүештә ауыл халҡының ихтирамына төрөнөп йәшәй.
Шундай һоҡланғыс кешеләр күберәк булһын ине донъяла. Факиһа Нәбиулла ҡыҙын Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Уға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, алдағы тормошонда гел шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ. Ауылыбыҙҙың йәме булып йәшә лә йәшә, Факиһа инәй!

Ауыл халҡы исеменән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре – Нурзиә
Абдуллина, Эльвира Хәсәнова.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.