18 июн. 2012 г.

17 июнь—Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө

“Һәр кем һаулығын үҙе хәстәрләргә тейеш...”


Һаулыҡ ҡына булһын... Сәләмәтлегең булһа, ҡалғаны килә ул... Һаулыҡ тураһында ошондай изге теләктәр, яҡшы һүҙҙәрҙе күп ишетергә мөмкин. Ысынлап та, бер ере лә һыҙламаған, борсомаған кешеләр генә тулы тормош менән йәшәй, рухы ныҡ, ә кәйефе күтәренке була. 


Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының инфекция бүлеге хеҙмәткәрҙәре тураһында ябай халыҡтан күп йылы һүҙҙәр, йөрәктән урғылып сыҡҡан ихлас теләктәрҙе ишетергә тура килә. Билдәле табип, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы Латыпова өс тиҫтә йыл етәкләгән бүлек һәр саҡ ауырыуҙар күплеге менән айырылалыр ул. Инфекция бүлеге хеҙмәткәрҙәре геморрагик биҙгәк, талпан ҡаҙалған, гепатит сиренә дусар булған һ.б. ауыр сирҙәр менән яфаланған кешеләрҙе аяҡҡа баҫтыра, ВИЧ-инфекциялыларға консультация үткәрә, һаулығын күҙәтә. Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы әйтеүенсә, хәҙер инде егерменсе генә түгел, ә егерме беренсе быуаттың да афәтенә әүерелгән ВИЧ-инфекция көндән-көн арта. Бер нисә йыл элек кенә үлемесле сиргә наркомандар дусар булһа, хәҙер ауырыу енси бәйләнеш аша тарала. Аянысҡа ҡаршы, ауырыуҙар араһында ауырлы ҡатындар, ғаилә парҙары бар.
Инфекция бүлегендә ололар ҙа, балалар ҙа, сабыйҙар ҙа дауалана. Шәфҡәт туташтарының шифалы һәм еңел ҡулдары ауырыуҙарҙың тиҙ арала һауығыуына булышлыҡ итә. Туғыҙ медсестраның етәүһе юғары квалификацияға эйә булыуы ҙур әһәмиәткә лайыҡ. Өлкән шәфҡәт туташы, һаулыҡ һаҡлау отличнигы Миңзиә Мөхәмәтйәнова, медсестралар Альбина Бәхтийәрова, Тәнзилә Иҙрисова, Люциә Иҫәнгилдина, Фирүзә Юнысбаева, Мәҙинә Ғирфанова, Гөлсәсәк Йәрмөхәмәтова, Гөлназ Карибекова, Сания Хәмитова һәр кемгә мөләйем, иғтибарлы булыуҙары менән айырылып тора. Шулай уҡ бүлектең хужалыҡ эштәрен алып барған Сәғидә Ғәлина, санитаркалар Гөлдәр Нәҙербаева, Нәсимә Ғүмәрова, Гөлниса Һағынбаева эштәренә яуаплы ҡарағанға тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булып эшләй.
Әлбиттә, хәлһеҙләнгән, кәйефһеҙ кешеләрҙең һәр береһенә тел асҡысы табыу, уларҙы тиҙ арала аяҡҡа баҫасағына ышандырыу еңел түгел. Шулай ҙа инфекция бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәр кемдә киләсәккә ышаныс уята белә. Бигерәк тә бер нисә аҙна буйы ҡуҙғалмай ятҡан биҙгәк сирлеләрҙе ҡарауы ауырға төшә. Шулай ҙа эшен намыҫ менән башҡарған аҡ халатлылар уларҙың һаулығын һаҡлап ҡалып, аяҡҡа баҫтырыуға өлгәшә. Инфекция бүлеге хеҙмәткәрҙәре киләсәктә төҙөләсәк яңы бинаға (хәҙерге ваҡытта улар ниндәй ауыр шарттарҙа эшләгәндәрен унда ятып сыҡҡан ауырыуҙар яҡшы аңлай) күсеү тураһында хыялланып, тырышып эшләй.
Врачтар династияһын тәрбиәләгән Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы (ҡыҙы Эльвира Фәрит ҡыҙы, йәш булыуына ҡарамаҫтан, танылыу яулап өлгөргән педиатр, улы Радмир Фәрит улы медицина университетында тик “бишле”гә уҡый, районыбыҙҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләү тураһында хыяллана) профилактик эштәр алып барыу, төрлө сирҙәрҙе булдырмау өсөн әңгәмәләр үткәреүгә ҙур иғтибар бирә.
Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы үҙен борсоған проблемалар менән дә уртаҡлашты: “Һуңғы осор әсәләр араһында балаһына прививка эшләтеүгә ҡаршы килеүселәр булыуы күңелде әрнетә. Ҡатындар яңы донъяға килгән сабыйҙарын ниндәй ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуҙарын аңламай. Төрлө ерҙән прививканың хәүефе тураһында ялған мәғлүмәт йыялар ҙа, шуға ышанып йәшәйҙәр. Ә бит улар үҙҙәренең генә түгел, ә тотош йәмғиәттең һаулығын хәүеф аҫтына ҡуя. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, ошо прививкалар булмағанда кешеләр ниндәй генә эпидемиянан ҡырылмаған! Уйламай эш итһәк, кешелек ҡасандыр еңгән, юҡҡа сыҡҡан сирҙәрҙең кире әйләнеп ҡайтыуы ихтимал. Шулай уҡ баймаҡтар районыбыҙҙа СПИД ауырыуының ҡурҡыныс тиҙлек менән таралыуына иғтибар итһен ине. Йәштәр түгел, ә аҡыл ултырған 35-50 йәштәге кешеләрҙең ВИЧ-инфекцияға дусар булыуы, уларҙың һаулығына иғтибар бирмәүе йәмғиәтебеҙҙәге әхлаҡһыҙлыҡты ла күрһәтә бит. Әҙәм балаһы үҙенең сәләмәтлеген үҙе хәстәрләмәһә, һаҡламаһа, уға бер ниндәй ҙә табип ярҙам итә алмаясаҡ. Шулай уҡ дауаханаға хәлһеҙләнеп ҡолағас түгел, ә ауырыу башланыу менән килергә кәрәклеген хәтерегеҙҙән сығармағыҙ”.
Эйе, инфекция бүлеге хеҙмәткәрҙәренең көндәлек эше мең мәшәҡәттән, кеше һаулығы өсөн көрәштән, көйөнөс-һөйөнөстәрҙән тора. Медицина хеҙмәткәрҙәренә яуған ихлас рәхмәт һүҙҙәре, йөрәктән урғылып сыҡҡан изге теләктәр тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА. 
Һүрәттә: инфекция бүлеге хеҙмәткәрҙәре.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.