3 июн. 2012 г.

2012 – ИМЕН БАЛА САҠ ҺӘМ ҒАИЛӘ ҠИММӘТТӘРЕН НЫҒЫТЫУ ЙЫЛЫ

     Бәпес ҡайта, бәпес ҡайта,
     Мәшәҡәт һәм шатлыҡ арта


     Йәйҙең тәүге, етмәһә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә ғаиләгә бер бәпес өҫтәлеүе – ниндәй шатлыҡлы күренеш! Кисә  районыбыҙҙың өс ғаиләһе ошондай ҡыуаныс кисерҙе:  Ғәҙелбайҙан Ҡасҡыновтар, Урғаҙанан Янышевтар һәм Түбәнән Ҡотлоғәлләмовтар тантаналы шарттарҙа бала табыу йортонан сыҡты.
     Әсәләренең йылы ҡосағында бер нәмә лә белмәй иҙрәп йоҡлаған сабыйҙарҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен ЗАГС бүлегенең белгес-эксперты Рәзилә Йәндәүләтова ҡотлап, уларҙың тәүге документын – тыуыу тураһындағы таныҡлығын тапшырҙы. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдус Зәйнуллин Президенттың ҡотлау Хатын уҡып, бәхетле ата-әсәләргә Президент бүләген бирҙе. Ҡала биләмәһе Советы һәм хакимиәтенән Нурия Сирбаева, үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары Линера Хисмәтуллина менән бала табыу бүлеге мөдире Ғәфүр Сәғитдинов кескәйҙәргә һаулыҡ, бәхет теләне, әсәйҙәрҙе тағы ла был бүлеккә саҡырып ҡалды.
     Бала табыу һөнәр түгел, бағыу һөнәр, тиҙәр. Был бәхетле кескәйҙәр ата-әсәле булып үҫһен, тыуған еребеҙҙең арҙаҡлы ул һәм ҡыҙҙары булып барыбыҙҙы ла һөйөндөрһөн!

     Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.
     Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.