6 июн. 2012 г.

2012 – Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы

Тормошҡа ашҡан хыял


Һәр баланың матур, яҡты хыялы була. Бигерәк тә Яңы йыл төнөндә ҡайһылары тормошҡа ашып ҡуя: теләгән бүләкте Ҡыш бабай йә шыршы төбөнә, йә яҫтыҡ аҫтына һалып китә. Шуға ла кескәйҙәр Яңы йылды бигерәк өҙөлөп көтөүсән. Ә бына иң яҡшы патронат ғаиләлә тәрбиәләнгән, үҙе лә яҡшы уҡыған, бигерәк тә спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн 4-се мәктәптең 9-сы класын тамамлаусы Илдар Хәмитовҡа 1 июнь Яңы йылды хәтерләтте. Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы һәм Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан “Хыял” акцияһын уҙғарыусылар уның күптәнге хыялын тормошҡа ашырҙы – имтихан тапшырып ҡайтыуына уны өйҙә ноутбук көтә ине. Дөрөҫөрәге, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдус Зәйнуллин, балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия белгесе Зинера Шаһиева менән Ғаиләгә, йәштәргә һәм балаларға психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге директоры Эльвира Мукаева  уны тәбрикләп ҡаршы алды. Ошондай тантаналы шарттарҙа район хакимиәте әҙерләгән был ҡәҙерле бүләкте Илдус Әдиф улы тулҡынланыуҙан баҙап ҡалған егеттең ҡулына тотторҙо.
– Мин киләсәктә иҡтисадсы булырға теләйем. Шуға күрә Интернет аша донъя иҡтисады менән танышыу өсөн миңә ноутбук ныҡ кәрәк ине, – тине Илдар ҡыуаныстан да, оялыуҙан да ҡыҙарып.
Альбина Дәүләтбирҙина Илдарҙы бер үҙе тәрбиәләй. Үҙенең улына 23 йәш, Сибай ҡалаһында йәшәй, ғаиләле. Илдар менән 2006 йылда танышҡандар. Ул саҡта малайға 9 йәш булған. Уны көҙгө каникул мәлендә ике аҙнаға алып ҡайтҡан һәм 2007 йылдың 5 февралендә рәсми рәүештә патронат тәрбиәгә алған. Тәүҙә тормоштоң әсе һурпаһын күп татыған ауыр холоҡло, һәр нәмәгә агрессив ҡарашлы булған үҫмер әле әсәһен шул тиклем ярата, буш ваҡыттарында ярҙам итә. “Иҡтисадҡа ынтылыуы ғаилә өсөн дә файҙалы: магазиндарҙа ҡайҙа ниндәй әйбер йәки ризыҡтың осһоҙ икәнен белеп тора”, – тип йылмая әсәһе Альбина Николаевна. Тиҙҙән, имтихандар тамамланғас, малай Иҫән ауылында йәшәгән өләсәһенә барып ял итергә, баҡса үҫтерешергә ярҙам итергә хыяллана. Был ғына теләген тормошҡа ашырыр ул. Ни тиһәң дә, ноутбук алырға ине тигән иң ҙур хыялы тормошҡа ашты бит. Тимәк, хыялланырға кәрәк! Тағы ла тырышып уҡыу, бөтә өлкәлә лә уңыштарға өлгәшеү ҙә маҡсаттарға ирешергә ярҙам итеүенә ул ныҡлы инанды.
... Йәйгеһен дә Яңы йыл, “Ҡыш бабай”ҙар була икән дә!

Айгөл Иҙелбаева.
Автор фотоһы.

Нимә ул балалыҡ бәхете?

С.Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан ойошторолған “Бәхетле бала саҡ” тип аталған байрамда район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдус Зәйнуллин шау-гөр килгән балаларға ошондай һорау менән мөрәжәғәт иткәс, барыһы ла бер аҙға тынып ҡалды.
– Тимәк, бөтә теләгәнегеҙҙең тормошҡа ашыуы ул, – тип Илдус Әдиф улы фекерен дауам итте. – Мин һеҙгә балалыҡ бәхетен теләйем. Насар балалар булмай, улар барыһы ла һәйбәт, тик матур, дөрөҫ итеп тәрбиәләргә генә кәрәк. Ата-әсәләргә һаулыҡ, педагогтарға сабырлыҡ теләйем.
Ҡала биләмәһе Советы рәйесе Геннадий Давыдов байрамдың  йәйҙең тәүге көнөндә, каникул башланған мәлдә бушҡа ғына үткәрелмәүен билдәләп үтте, ғәмһеҙ бала саҡтарының ҡәҙерен белергә өндәне.
Муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторы ойошторған был матур сараны балалар ижады үҙәге педагогтары ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп алып барһа, “Алло, таланттар эҙләйбеҙ”, бейеү марафоны үткәрһә, йәш натуралистар, йәш техниктар станциялары һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе педагогтары ҡыҙыҡлы уйындар менән кескәйҙәрҙе йәлеп итте. Эшҡыуар Альберт  Сәйетов бар көсөн һалған аттракциондарҙа балалар рәхәтләнеп роликтарҙа, самокаттарҙа шыуҙы, батутта туйғансы һикерҙе. Шәкәрле вата, попкорн һатҡан урындарҙы “тәмлетамаҡтар” бал ҡорттары һымаҡ һырып алғайны. Ҡыҫҡаһы, ағай-апайҙар тарафынан ысын байрам тантанаһы ойошторолдо.
Шулай уҡ «Өлкәндәр – балаларға» акцияһы ла гөрләп үтте: «Арҡайым», сауҙа-сервис комплексы һәм «Имамов» магазины янында ауыр тормош хәленә тарыған балаларға кейемдәр, уйынсыҡтар һ.б. таратылды.

Айгөл Иҙелбаева.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.