8 июн. 2012 г.

2012 — Рәсәй тарихы йылы

Әмин ауылы тураһында мәғлүмәттәр

Һаҡмар йылғаһының һул яҡ ярына һыйынып, иҫ киткес матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ул Әмин ауылы. Бында әҙәм балаһына матди байлыҡ та, күңеленә рух, дәрт-дарман биреүсе тәбиғи шарттар ҙа Хоҙай тәғәләнең үҙе тарафынан бирелгән. Улар ҡара тупраҡлы уңдырышлы ер, Һаҡмар һыуы, уға ҡушылыусы тау шишмәләре, урмандары, ағас-ташы, болондары, еләк-емеш, йылға балыҡтары, ҡыр хайуандары, тауҙары һәр кемгә күңеле һөйгән һөнәрен һайлап уңышлы кәсеп итергә тәбиғи тәүшарттар булып тора.

Рәсәйҙең рәсми статистика материалдарында Әмин ауылы тик 1795 йылғы рәүиз ҡағыҙында иҫәпкә алынғаны күрһәтелгән. Был ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Сөнки 1755 йылда урындағы башҡорт халҡына яуызлыҡ, йәбер-золом ҡылып йөрөгән Е.Е. Брагинға ҡаршы ихтилал ойоштороусы-етәкселәрҙең береһе Әмин һәм Сураш Ҡолмырҙиндар булыуы билдәле. Ул ихтилалдан күпкә алда XVIII быуат башында Әмин утары, һуңынан ауыл булып киткән. Ихтилалдан һуң карателдәр тарафынан ауыл яндырылған. Ул урында яңынан барлыҡҡа килгән ауылды Ташаул тип атай башлағандар. Яҡташ ғалимдарыбыҙ профессор Әнүәр Зәкир улы Әсфәндиәров Ташаул исемен Брагиндың ауыл эргәһендә тау аҡтартып ҡиммәтле төҫлө таштар сығарыуы менән бәйләй. Профессор Миңһылыу Усманова үҙенең “Имя отчей земли” исемле китабында “название восходит к имени башкирского батыра Амин-батыр” тип әйткән (Уфа,” Китап”, 1994 г.)
 
Артабан Ә.З. Әсфәндиәров түбәндәгесә яҙа: “Әмин Ҡолмырҙин үҙенең уландары һәм ейәндәре менән Иҙристә йәшәгән һәм йәйҙәрен хәҙерге Әмин ауылы урынында утарлаған. Һуңыраҡ йәйләү ҡышлауға әүерелгән.
Әмин Ҡолмырҙиндың өлкән улы Тәңребирҙе, уның улы Сәлимйән, уның улдары Ғәлимйән, Мөхәмәтйән; Әминдең икенсе улы Монасип, улы Абдрахман, уның улы Бирғәле; Монасиптың икенсе улы Иҙрис, уландары Солтанғол һәм Мөхәмәтғәле. Һуңғыһы, Мөхәмәтғәлеһе, Ырымбур хәрби госпиталендә биш йыл хеҙмәт итә һәм уҡый. Унда ул сәсәк сиренә ҡаршы көрәшеү һөнәрен (оспопрививатель) үҙләштерә”.
 
Үтәгән, Самат, һатыбалды һәм Ишбирҙе Әминевтар, шулай уҡ Әмин Ҡолмырҙиндың ағаһы Ғәбит Ҡолмырҙин (1736 йылда тыуған) үҙенең ғаиләһе менән – балалары Әбделнасир, Әбделғәфәр һәм Әбделкәрим – Иҙрис ауылында йәшәгәндәре күренә. Тик 1843-1850 йылдарҙан Әмин утары Әмин ауылы булып аталып киткән.
 
Профессор Әнүәр Зәкир улы Ырымбур губернаһының ташҡа баҫылып сыҡмаған бер картаһында Түбәнге Таһир һәм Һәмән ауылдарына яҡын Һаҡмар йылғаһының уң яҡ ярында Әминдең атаһы Ҡолмырҙа утары булыуын күрһәтә. Ләкин был утар һуңыраҡ юҡҡа сыҡҡан.
Әмин ауылы халҡының үҫеш динамикаһы архив документтарында түбәндәгесә күренә:
 
1842 йылдың 22 июлендә Ырымбур хәрби губернаторы В.А. Перовскийға Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы генерал-майор Н.В. Балкашин тарафынан бирелгән рапортта Ырымбур губернаһының 6-сы кантонының 4-се йортона ҡараған Әмин ауылында бөтәһе 215 кеше (136 ир заты һәм 79 ҡатын-ҡыҙ) йәшәүе, уларҙың 30 дисәтинә ярауай һәм 10-ға яҡын дисәтинә ужым игене сәскәне күрһәтелгән (ЦГИА РБ, Фонд-И-2, оп.1, ед.4873). 1859 йылғы иҫәп алыуҙа был ауылда 32 йорт-хужалыҡта 207 кеше булыуы яҙылған.   
 
Ырымбур губернаһы ауылдары тураһында 1866 йылғы статистика мәғлүмәттәрендә Әмин ауылында 28 йорт-хужалыҡта 231 кеше (ир затынан 105, ҡатын-ҡыҙ затынан 126), мәсет, тире эшкәртеү заводы булыу теркәлгән.
1891 йылғы Орск өйәҙендәге ауылдар тураһындағы мәғлүмәттәрҙә Әмин ауылында 44 йорт-хужалыҡта 209 кеше (110 ир-егет һәм 99 ҡатын-ҡыҙ) күрһәтелгән.
 
1900 йылғы статистика мәғлүмәттәрендә 2-се Бөрйән волосы Әмин ауылында 40 йорт-хужалыҡ, 241 кеше иҫәпләнгән һәм “близ деревни Аминево находится кожевенный завод орских мещан Ивановых”, – тип өҫтәлгән.
 
1917 йылғы Орск өйәҙе 2-се Бөрйән волосы дәүләт статистикаһы мәғлүмәттәрендә йорт-хужалыҡтар һаны 93-кә етеп, 16 йыл эсендә ике тапҡырҙан ашыуға артһа ла, халыҡ һаны бигүк үҫешмәгән, 382 кеше тәшкил иткән. 1939 йылғы статмәғлүмәттәрҙә Темәс ауыл советына ҡараған Әмин ауылында 313 кеше (144 ир-егет, 169 ҡатын-ҡыҙ), 1989 йылда – 282, 1999 йылда – 296 кеше күрһәтелгән. Демографик баланстың кире күрһәткестәренең сәбәптәре граждандар һуғышы, 1921 йылғы йот, коллективлаштырыу һәм 30-50 йылдарҙағы сәйәси золом менән бәйле.
 
Ауыл халҡы шөғөлөнөң бер төрө – игенселек тураһында үрҙә һүҙ ыңғайында әйтелгәйне инде, ә әминдәрҙең төп шөғөлө малсылыҡтан ғибәрәт булған. Халыҡ сәсеүҙе тамамлағас, 1 июндән башлап ғаиләһе, ҡыш буйына күпләп үрсегән мал-тыуары, ҡош-ҡорто менән йәйләүгә сыҡҡан һәм ул 1 октябргә тиклем дауам иткән.
 
Улар үҙҙәренең йәйләү урындарына, тәбиғәткә хужаларса һаҡсыл ҡараған. Был турала “О некоторых картографических сведениях об отношении кочевания башкирского народа 1864-1865 гг.” исемле документтан күреп була ( ЦГИАРБ, Ф-И-2, оп. 1, д.13068).
 
Унда Әмин ауылы халҡының даими йәйләү урындары һәм ваҡыты күрһәтелгән. “Кочевка деревни Аминевой: 1) Кочевка по Уральским горам. Занимает пространство в окружности на 10 верст горно-лесной местности по рекам Бетеря, Курьелга, Яйкар, Тупаргус. Кочуют от 1 июня по 1 июля.
 
2) Кочевка на западном склоне Ирандыкского хребта. Занимает пространство на 4 версты лесной и гористой местности по речке Сапсал с 1 июля по 1 августа.
 
3) Занимая в окружности 4 версты пространства по реке Изебика. На этой местности кочуют от 1 августа по 1 октября» (Мәғлүмәт һүҙмә-һүҙ төҙәтмәйенсә бирелә – Ә.С.)
 
Әминдәрҙең ҡырағай йәнлектәр аулауҙа, һунарсылыҡ шөғөлөндә лә маһирлыҡтары билдәле. Йәнлек тиреһе әҙерләүҙә әүҙем эшләнеләр. Үткән быуаттың 50-се йылдары башында ауыл һунарсыһы бүреләрҙе тереләй тотоп, ауыҙлыҡланған килеш Темәскә алып килеп күрһәтеп йөрөгәйне.
 
Башлыса Әмин тоҡомонан булған ауыл халҡы мал табыу, матди донъя мәшәҡәттәре менән бер рәттән рухи донъяһын да теүәлләргә тырышҡан. Быны беҙ, беренсенән, милләттең әхлаҡи ҡанундарын, динен яҡлап үҙҙәрен аямайынса ҡомһоҙ, хаяһыҙ сит-ят заттарға ҡаршы сая көрәшкән Сураш һәм Әмин Ҡолмырҙиндар йөҙөндә күрәбеҙ. Икенсенән, Әминдә XIX быуат башында уҡ мәхәллә һәм мәсет булыуына дәлилдәр бар. Мәҫәлән, Әмин мәсете имамы вазифаһында торған Йонос Юлғотлин бер нисә йыл Ырымбур мәҙрәсәһендә уҡып, 1831 йылдың 31 декабрендә руханилыҡҡа указ алған, таныҡлығы 2929-сы һанлы. Уның менән эшләгән мәсеттең мәзине Мөхәмәткәрим Ғөбәйҙуллин 1098-се һанлы таныҡлыҡ менән 1851 йылдың февраленән ошо вазифаны биләй. 1863 йылғы “Ведомость о составе магометанских приходов, состоящих в 1, 2, 3 Бурзянских и Карагай-Кипчакских волостных обществах Верхнеуральского уезда Оренбургской губернии за 1863 год” исемле документта (ЦГИА РБ Ф-И-295, оп.-3, д. 5616) Әмин ауылы мәсетенә ғибәҙәткә мәхәллә үҙәге булараҡ (107 кеше) Ғөбәйҙулла (70), Иҙрис (36 кеше) мосолмандары ҡараған.
 
1870 йылғы архив документында Әмин мәсетендә имамлыҡ вазифаһын Үтәмеш Ирназаров, ә тағы ла һуңыраҡ 1886 йылғы документтарҙа имам шул уҡ Үтәмеш мулла, ә мәзине Фазулла мулла Мәхмүтов теркәлгән.
 
1910 йылда Әмин мәсете руханиҙары – имам Фәтхулла Үтәбаев һәм мәзин Ғәбдрафиҡ Байрамғолов (1895 й. 7 июленән) тип яҙылған. Ул Иҙрис ауылынан күсерелгән.
 
Фәтхулла мулланың Муллаҡай мәҙрәсәһендә уҡып, төплө белемгә эйә булыуы, алдынғы фекерле шәхес, ауылда халыҡтың ислам дине нигеҙендә әхлаҡи тормошта йәшәүен талап иткәне билдәле. Хәмер, тәмәке кеүек мосолман өсөн сит ғәҙәттәр менән халыҡ бөтөнләй мауыҡмаған.
 
Халыҡ хәтерендә әле лә бер булған хәл һаҡланған. Әмин ауылы кешеһе 1914-1917 йылғы Герман һуғышынан тәмәке тартырға өйрәнеп ҡайтҡан икән. Уны мәхәллә ағзалары мәсеткә саҡырып, халыҡ алдында тәмәке төтөнө һурыуҙан ваз кистергән.
 
Совет власы осоронда 1930 йылда Әминдә промартель ойошторола, ә 1934 йылда уның базаһында колхоз төҙөлә. Уға “Коминтерн” (Коммунистик Интернационал) исеме бирелә. Ул колхоз 1950 йылда “Һәүәнәк” совхозына ҡушылып, уның Темәс бүлексәһе составында була.
 
Фәтхулла мулла дини хеҙмәтен совет власы осоронда ла дауам итә. Дин хеҙмәткәрҙәрен эҙәрлекләү башланғас, ул Магнитогорск ҡалаһына барып эшкә төшә, шунда йөрөп сәйәси золомдан ҡотолоп ҡала. Ауылында әлеге көндә лә олаталарының ғәмәлен тергеҙергә булышлыҡ итеүсе ейәндәре йәшәй. 
 
Үрҙә әйтеп үтелгән 1834, 1859 йылғы рәүиз ҡағыҙҙарында Әмин ауылында иң таралған фамилиялар Әминев, Юлғотлин, Ғәбитов, Мәмбәтов, Аҡмәмбәтов, Аллағыуатов, Санъяров һ.б. булған.
 
Үрге Иҙрис һәм Әмин ауылдары халҡы борондан аралашып йәшәгәндәре асыҡ күренә. Миҫал өсөн һуңғы бер фамилияны – Санъяровтарҙы ғына ҡарап үтәйек.
 
Иҙрис ауылының 1834 йылғы рәүиз ҡағыҙында 94-се һан аҫтында Санъяр Аҡҡусҡаров яҙылған. Ул 1827 йылда 84 йәшендә вафат булған. Уның улы Йәнгилде, 47 йәштә, 3 улы бар: Быштаҡ, 8 йәштә, Усман, 5 йәштә, Ғәйет, 2 йәштә.
 
Санъярҙың икенсе улы Әбделфәрүәз, 25 йәштә, уның улы Нәбиулла 10 йәштә, 95-се һан аҫтында Йәнмырҙа Санъяров (йәғни Санъярҙың башҡа торған улы), 37 йәштә, ул указлы мәзин. Йәнмырҙаның беренсе ҡатынынан тыуған уландары: Сәйетбаттал, 7 йәштә һәм Сәйетмөхәмәт, 4 йәштә. Уның улдары: Юлдашбай, 22 йәштә, Шәрәфетдин, 17 йәштә.
 
97-се һан менән Исмәғил Санъяров яҙылған, 55 йәштә. Уның улы Әбделманаф, 17 йәштә.
 
Шул уҡ кешеләр 25 йылдан һуң Әмин ауылының 1859 йылғы рәүиз ҡағыҙында яҙылған: 29-сы һан аҫтында Йәнгилде Санъяров, 1854 йылда 63 йәшендә вафат. Уның уландары Бәғишйән, 29 йәштә, Таһир, 24 йәштә, Ғосман, 30 йәштә (Ғосмандың улы Әйүп, 9 йәштә).
 
31-се һан аҫтында Ниғмәтулла Санъяров, 1852 йылда 76 йәшендә вафат була. Уның улы Юлдашбай, 47 йәшендә. Юлдашбайҙың ике улы бар: Яныбай, 32 йәштә, Аҫылбай, 13 йәштә.
 
Ниғмәтулла Санъяровтың икенсе улы Шәрәфетдин, 42 йәштә. Шәрәфетдиндең уландары Ҡотлобай, 3 йәштә, Байғужа, 4 йәштә, Ҡотлоғужа, 9 йәштә. 
 
32-се һан менән Исмәғил Санъяров, 80 йәштә, уның улы Әбделманаф, 42 йәштә. Әбделманафтың уландары Сирүбай, 26 йәштә, Имелбай, 21 йәштә. Исмәғилдең икенсе улы Абдулла, 37 йәштә. Абдулланың улы Таштимер, 4 йәштә. Исмәғилдең өсөнсө улы Кинйәбай, 33 йәштә.
 
Быларҙан күренеүенсә, ике перепись араһында Иҙристән байтаҡ ғаиләләр Әмин ауылын үҙ иткән.
 
Әмин ауылында башлыса бөрйән ҡәбиләһе башҡорттары ғүмер кисерә. Улар элек араларға бүленгән: сорҡолдаҡтар, һәпештәр, ташпаштар, суҡлытояҡтар, ҡатайҙар һ.б.
 
1816 йылғы документта Әмин ауылында 2-се Бөрйән волосы старшинаһы Әҙеһәм Әминев йәшәгәне күрһәтелгән.

1859 йылғы рәүиз ҡағыҙында теркәлгәнсә, Әминдә урядниктар Камалетдин Кинйәбулат улы Иманғолов һәм Ишҡыуат Иманов йәшәгән.
Шул уҡ ҡағыҙҙа Юлғотлиндарҙың береһе – Ғәйнулла Ноғман улы, 22 йәштә “Отдан в солдаты в 1854 году”, – тип яҙылһа, артабан “его брат Фатхулла Нугманов Юлгутлин в 19 лет принял святое крещение”, –  тиелгән. Шул уҡ ваҡытта Йонос Юлғотлин 50 йәштә Әмин ауылының указлы муллаһы, имамы вазифаһында хеҙмәт итә.

Рәсәйҙә йәшәгән урыҫ булмаған халыҡтарҙы урыҫлаштырыу, христиан диненә йәлеп итеү сәйәсәте хөкүмәт ҡарарҙары нигеҙендә үткәрелгән. 1866-1880 йылдарҙа Рәсәй мәғариф министры Д.А. Толстой: “Просвещать инородцев, сближать их с русским духом и с Россией составляет задачу величайшей политической важности в будущем,” – тигән йәки Ҡазандағы башҡа милләттәр семинарияһын асыу тантанаһында шул уҡыу йорто директоры Н.М. Ильинскийҙың сығышында: “Обрусение инородцев и совершенное слияние их с русскими и по вере и по языку – вот конечная цель, к которой должна стремиться система инородческого образования...” – тигән һүҙҙәр бар.

(И.И. Неплюев. Историческая монография В.Н. Витевского, вып.4-ый, Казань, 1895 г.).

Әмир СӘЙҒӘФӘРОВ, крайҙы өйрәнеүсе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.