11 июн. 2012 г.

“ЙӘШЕЛ УРАҠ-2012”

    НЫҠЛЫ АҘЫҠ БАЗАҺЫ БУЛДЫРЫЛАСАҠ

    Ленин исемендәге АХК бесән һәм сенаж әҙерләүҙе башланы

Бесәнселәр звеноһы

    БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғ.Б. Сәлимов етәкләгән Ленин исемендәге АХК райондың агросәнәғәт комплексында лайыҡлы урын биләй. Был хужалыҡ төп тармаҡтарҙы, социаль инфраструктураны үҫтереү буйынса йылдың-йылы юғары күрһәткестәргә өлгәшеп, башҡаларға өлгө булып тора. Яҙғы баҫыу эштәрен дә кооператив игенселәре, районда иң тәүгеләр рәтендә һәм тейешле агротехник талаптар менән ҡулайлы ваҡытта атҡарып сығып, беренсе булып мал аҙығы әҙерләү кампанияһын башланы. Бөгөн төп көс хужалыҡта бесән һәм сенаж әҙерләүгә йүнәлтелгән.
Сенажсылар Фәнис Хәмитов менән Хадарис Мортазин
    Шуныһы үҙенсәлекле, коллектив етәкселеге ныҡлы мал аҙығы базаһы булдырыуға маҡсатлы иғтибар бүлә. Иҫке күп йыллыҡ үлән баҫыуҙарын яңыртыу, уларҙы даими рәүештә ҡуҙаҡлылар менән байытыу, һуңғы осорҙа кукуруз, рапс майҙандарын арттырыу был мәсьәләне уңышлы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирә. Шул уҡ ваҡытта мал аҙығы әҙерләү комплексын яңы, юғары етештереүсәнле техника-агрегаттар менән тәьмин итеү ҙур роль уйнай. Былтыр, мәҫәлән, ПРФ-180 пресс-йыйғысы, ГВК-6м, ГПП-12 тырмалары һатып алынһа, ошо көндәрҙә хужалыҡтың техник потенциалы “Полесье-КГ-1-6” комбайны менән тулыланды.
    Кооператив быйыл 6000 тонна сенаж, 2500 тонна бесән әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Айырым булдырылған бесәнселәр һәм сенаж әҙерләүселәр звенолары әле “Янғаҙы” һәм “Уҫаҡ түше” тип аталған баҫыуҙарҙа эшләй. Был участкаларҙа үҫтерелгән ужым арышынан яҡшы уңыш көтөлә. Бөгөн шул майҙандарҙан бесән һәм сенаж әҙерләү киң йәйелдерелгән. Бесәнселәр Зәки Ҡотлоғужин, БР-ҙың атҡаҙанған механизаторы Фәррәх Мәхмүтов, Биктимер Килдин, Альберт Шаһморатов, Ҡәнзәфәр Гөлбәйетов, Руслан Ғәйетбаев, Ғәфүр Абдуллин, сенажсылар Фәнис Хәмитов, Хадарис Мортазин, Йәмил Үтәғолов, Мостафа Салиховтарҙың тырыш хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Был звеноларҙы Урал Гөлбәйетов менән Азат Исхаҡов уңышлы етәкләй. Әйткәндәй, ужым арышы сәсеү майҙандары структураһында 500 гектарҙы биләй. Күреүебеҙсә, күп хужалыҡтар хәҙерге заманда был страховка культураһынан баш тартҡанда, Ленин исемендәге АХК унан һәр яҡлап файҙа күреү ысулдарын таба. Ҡоролоҡ йылдарында арыштың баһаһы айырыуса ҙур. Быны хужалыҡ үҙ тәжрибәһенән сығып белә.
    Күп йыллыҡ үлән баҫыуҙары кооперативта 972 гектарҙы биләй, быйыл шуның 470-е күстерә менән яңыртылған. Бынан тыш, 417 гектарҙа судан үләне, 120 гектарҙа кукуруз сәселгән.  Көҙ малды өҫтәмә туҡландырыу өсөн 82 гектарҙа рапс сәсеү күҙ уңында тотола.
    Социаль мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеүгә, дәртләндереү сараларына иғтибар көслө, кеше факторы беренсе урынға ҡуйыла бында. Мал аҙығы әҙерләү осорона ла ярыш шарттары булдырылып, уға даими йомғаҡ яһап барыла, аҡсалата премиялар бирелә. Хеҙмәт күрһәткестәрен сағылдырған “молния”лар сығарыу ҙа яйға һалынған. Ғөмүмән, хеҙмәтсәндең ауыр эшен тейешле баһалай беләләр хужалыҡта.
    Ленин исемендәге АХК-ның башҡа производство участкаларында ла конвейер тотороҡло эшләй. Малсылыҡтан юғары продукция алыу (бөгөн көндәлек тулайым һауым 79  центнер, уртаса һауым 15,8 кг тәшкил итә), иген йыйыу комбайндарын ремонтлау, малсылыҡ базаларын ҡышҡа хәстәрләү, ырҙын табағын яңы уңышты ҡабул итеүгә әҙерләү  уңышлы дауам итә. Ғөмүмән, алдынғы хужалыҡтың хужалыҡ итеү алымдары ла алдынғыса.

    Азамат МӨХӘМӘТШИН.
    Автор фотолары

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.