8 июн. 2012 г.

Сәсеү-2012

Баҫыу эштәре тамамланды


Районыбыҙ игенселәре ҡулайлы агротехник ваҡытта яҙғы сәсеү эштәрен тамамланы. Сәсеү майҙаны быйыл бөтәһе 115 мең гектарҙы тәшкил итте, был үткән осорға ҡарағанда 4 процентҡа күберәк. Шул иҫәптән иген культуралары 65831 гектарҙы биләне (+4 %). Төп аҙыҡ-түлек культураһы – бойҙай – 32336, арпа – 22162 (+39 %), һоло 5272 (+6 %) гектарҙа сәселде.
Иҡтисади яҡтан файҙалы культуралар – ҡарабойҙай (3463 гектарҙа сәселде, был 4,6 тапҡырға күберәк), борсаҡ (1417 га, +54 %) һәм ҡаты бойҙайҙың майҙандары артты.

Һуңғы осорҙа малсылыҡ тармағы өсөн ныҡлы аҙыҡ базаһы булдырыу, иҫке күп йыллыҡ үлән баҫыуҙарын яңыртыу йүнәлешендә маҡсатлы эш алып барыла. Мал аҙығы культуралары күләме быйыл 36800 гектар тәшкил итте, был 4 процентҡа күберәк. Кукуруз, ҡуҙаҡлы культураларҙың майҙандары артты. Иҫке күп йыллыҡ үлән майҙандары район буйынса 4800 гектарҙы биләһә, быйыл шуның 4480 гектары яңыртылды, 90 процентын ҡуҙаҡлылар тәшкил итте.
 
Һис шикһеҙ, яҙғы баҫыу эштәрен ойошҡанлы атҡарып сығыуҙа БР Хөкүмәтенең һәм район хакимиәтенең ярҙамы ҙур булды – бюджеттан 51 млн һум аҡса бүленде. Ошо сараларға 800 тонна элиталы орлоҡ, 1087 тонна минераль ашлама, ағыулау препараттары һ.б. һатып алынды.
 
Яҙғы баҫыу эштәрен Ленин исемендәге, “Рассвет”, “Уңыш”, “Аҡморон” АХК-лары, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе, “Толпар” ЯСЙ-һы ойошҡанлы атҡарып сыҡты. Фермер хужалыҡтары ла һынатманы. А.Шәрәфетдинов, А.Мырҙаҡаев, Б.Фролов, Борис һәм Анатолий Новиковтар етәкләгән КФХ-ларҙы айырым билдәләп үтергә мөмкин.
 
Район аграрийҙары әле сәсеүлектәрҙе химик утау, пар ерҙәрен эшкәртеү менән мәшғүл. Райондың алдынғы хужалығы – Ленин исемендәге АХК мал аҙығы әҙерләүҙе башланы.

Р. Рәхмәтуллин,
“Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгенең үҫемлекселек буйынса директор урынбаҫары, райондың баш агрономы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.