22 июн. 2012 г.

22 ИЮНЬ—ХӘТЕР ҺӘМ ҠАЙҒЫ УРТАҠЛАШЫУ КӨНӨ

 “Әле лә көтәм ағайҙарымды...”


   “Һуғыш” тигән һүҙҙе ишетеү менән йөрәгем әле лә тетрәп китә. Күңел һыҙламаҫлыҡ та түгел шул! Сөнки һуғыш минең ғаиләмдән дүрт кешенең башына етте.
 

   Бар донъяны ҡан илатҡан Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда, мин бәләкәй инем әле. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡтың хәсрәтле йөҙө, әсәйҙәребеҙ-апайҙарыбыҙҙың ҡарашындағы ҡайғы шәүләһе күңелемдә уйылып ҡалды. Ауыр йылдар, аслыҡ... Хәйер, һуғыштан килгән “ҡара ҡағыҙҙы” алыуы күпкә ҡурҡынысыраҡ ине. Беҙҙең ғаиләне лә ҡайғы урап үтмәне. Өлкән ағай фронтта һәләк булды, ә еңгәйебеҙ, өс улын үкһеҙ етем итеп, ауылда күҙҙәрен мәңгелеккә йомдо. Шулай итеп, бер өйҙә 5 етем бала, бер ауырыу әсәй тороп ҡалдыҡ. Иң кесе ағайым 18 йәштән үк яуға китте. Ул тәүҙә уҡып, кесе лейтенант званиеһын алды. Ағайҙар һуғышта ҡабалан ғына осрашып та өлгөрә. Тик «Тиҙҙән Днепрҙы кисергә йыйынабыҙ”, – тип һөйләгән Мазһар ағайым хәбәрһеҙ юғалды. Күрәһең, йылғаны сыҡҡанда һәләк булғандыр.
 
    Атайымды хеҙмәт армияһына алғайнылар. Ул һал ағыҙып йөрөгәндә, ныҡ ҡына һалҡын тейҙереп, үлеп ҡала.
 
     Ул замандарҙы уйлаһаң, закондарҙың аяуһыҙлығына иҫең-һушың китер! “Һалым түләмәйһегеҙ!” – тип, беҙҙең аҡтыҡ һыйырҙы һуйып, тейәп алып киттеләр. Ауырыу әсәйгә һыйынған биш етем бала, йәшәүгә булған һуңғы өмөтөбөҙҙән яҙып, ҡайғыға батып тороп ҡалдыҡ. Ул саҡта күргән аслыҡ әле лә үҙәккә үткәндәй.
 
     Тиҙҙән Әбүзәр ағайыбыҙ һуғыштан ҡаты яраланып ҡайтты. Ул райсоветта эшләне һәм бер үк ваҡытта бухгалтерҙар курсын алып барҙы.
Михнәтле һуғыш йылдарын кисергән кешеләр ул заманды бер ҡасан да онотмаҫ. Улдары, ирҙәре, ҡустылары-ағалары һәләк булыуы тураһында хәбәр алыуҙарына ҡарамаҫтан, һәр ғаилә яугирҙарҙы өҙөлөп көттө. Беҙ ҙә көттөк, өмөтләндек, хәйер, өмөт ептәре әле лә өҙөлмәгән, буғай...
 
     Һуғыш тамамланғанда Баймаҡта Пушкин урамында йәшәй инек. Бар ерҙә “Ур-ра!” тип ҡысҡыралар, беҙҙе йөк машинаһына ултыртып урам буйлап алып йөрөнөләр. Унан  райсоветтың бер бүлмәһенә индереп, тәмле сәй эсерҙеләр. Шул саҡта үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр шәкәрле сәй эстем. Уның тәме әле лә хәтерҙә, тел осомда ғына.
 
     Беҙ хәрби комиссариатҡа яҡын ғына йәшәй инек. Һалдаттар ҡайта башлауын күреп, елкенеп ағайҙарҙы көттөк. Яугирҙарҙың кемеһенең бер ҡулы юҡ, икенсеһенең аяғы, бәғзеләренең күҙҙәре бәйле, ә атлай алмағандарын медсестралар оҙатып йөрөй ине.
 
     Эйе, йылдар үтһә лә, ағайҙарымды өҙөлөп көттөм дә көттөм. Юҡ шул, ҡайтманылар. Һуғыштан һуң ҡаты яраларынан мандый алмай мәрхүм булған Әбүзәр ағайымдың һүҙҙәрен тотоп, уҡытыусы һөнәрен үҙләштерҙем. Ағайым Еңеүҙең биш йыллығын ҡаршылағанда Түбә дауаханаһында вафат булды. Аяғында баҫып тора алмаһа ла, аҡтыҡ көстәре менән һуңғы тапҡыр демонстрацияға йыйылған халыҡҡа күҙ һалды. Уның, ҡулымдан тотоп: “Сәлимә, һиңә уҡытыусы булырға кәрәк”, – тип шым ғына әйткән һүҙҙәрен васыят итеп ҡабул иттем һәм 36 йыл ғүмеремде уҡытыусы һөнәренә бағышланым.
 
     Эйе, ҡәһәрле һуғыш беҙҙең ғаиләнең бар ир балаларын һәләк итте. Шулай ҙа, бәхетебеҙгә, ағайҙарымдың нәҫеле улдарында дауам итте.
     Ошо ҡәһәрле һуғышты, аслыҡтан илаған сабыйҙарҙы, уларға ярҙам итә алмағандан һығылып төшкән әсәләрҙе, һуғышта һәләк булған, әммә ғүмер буйы көткән ғәзиз кешеләребеҙҙе онотмайыҡ. Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек, туғандар!

     Сәлимә ХӘСӘНОВА.
     Икенсе Этҡол ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.