1 июн. 2012 г.

Балалар һабантуйы


Был көндө ҡояш та нурҙарын йәлләмәне, бар йылыһын һабантуйға йыйылған балаларға өләште: Баймаҡ ҡалаһының С.Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында муниципаль район хакимиәтенең мәғариф бүлеге һәм инвалидтар ойошмаһы физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн һабантуй уҙғарҙы.

Шуныһы ҡыуаныслы, был сараға ҡаланан ғына түгел, ауылдарҙан да килеүселәр булды.

Был көндө йәш техниктар станцияһы, балалар ижады үҙәге, инвалидтар ойошмаһы төрлө конкурстар, спорт ярыштары үткәрҙе. Йыр, бейеү, нәфис һүҙ һөйләү, бәләкәстәр өсөн асфальтта һүрәт төшөрөү конкурсы ойошторолдо. Ҙурыраҡтар иһә спорт яланында төрлө ярыштарҙа көс һынашты.
– Районда физик мөмкинлектәре сикләнгән 276 бала иҫәпләнә, – тине инвалидтар ойошмаһы рәйесе А.И. Ламзина. – Уларҙың һәр береһе менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған һәм кемгә нимә кәрәклеген аныҡ беләбеҙ. Берәйһенә кейем, йә булмаһа дарыу кәрәк булһа, мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышабыҙ.


 Ниндәй байрам инде ул бүләкһеҙ?! Һабантуйҙа ҡатнашҡан бер кем дә призһыҙ ҡалмағандыр, моғайын. Кемгәлер уйынсыҡ машина, телефон эләкһә, кемдер ҡулдарына китап алып һөйөндө. Ә бына татлы приз һәр кемгә эләкте. Шәхси эшҡыуарҙар А.Сәйетов, Д.Сәйетова, Г.Байрамғолова, М.Сәйфетдинов, Л.Хафизова, шулай уҡ район һәм ҡала биләмәһе хакимиәттәре, парк директоры Р.Ю. Нәбиуллин балаларға ҡыуаныс һәм шатлыҡ бүләк итер өсөн бағыусы булараҡ сығыш яһаны. Ошонда уҡ “Тәмлекәс” кафеһы  ойошторған байрам табыны артында сәй эсеп, күңел асыу мөмкинлеге булдырылды.
Күңелле һәм дәртле йыр-моң, музыка аҫтында балалар өсөн ойошторолған һабантуй гөрләп-шаулап уҙып та китте. Байрамдан һәр кем дәрт алып, шатланып таралышты.

Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.