1 июн. 2012 г.

Еңеү еңел бирелмәй


Бына шаулап-гөрләп 67-се Еңеү яҙы ла артта ҡалды. Илебеҙ Бөйөк Еңеү байрамын йыл да ҙур әҙерлек менән ҡаршы ала һәм билдәләй. Республика күләмендә уҡыусылар  араһында иғлан ителгән “Еңеүгә – дан!” йыр бәйгеһе ҙур байрам сараларының бер тамсыһы ғына булғандыр.

Был конкурс район кимәлендә үткәндән һуң һайлап алыу туры Өфөлә уҙҙы. Әйтергә кәрәк, 150-ләгән конкурсант араһынан 20 генә ҡатнашыусы Гала-концертҡа үтте. Улар араһында Басай ауылы мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Инйәр Сәйетов та бар ине. Ул “Батырҙар” йыры менән сығыш яһаны һәм үҙенең моңло тауышы менән бөтәһен дә әсир итте. Бәйгенән Инйәр  республика конкурсы дипломанты булып ҡайтты. Афарин!

Үҙенсәлекле, моңло тауышлы йырсыбыҙға уҡытыусыһы Гөлйемеш Әҙеһәм ҡыҙы Әйүпова тәүге дәрестәрҙән үк иғтибар итә. Быға ҡәҙәр бер тапҡыр ҙа сәхнәгә сыҡмаған егет менән ныҡлы әҙерлек алып бара. Ҙур тырышлыҡ һөҙөмтәһе үҙен оҙаҡ көттөрмәне – Инйәр беренсе бәйгелә үк Дипломант исеменә лайыҡ булды.
Уға киләсәктә лә ижади үрҙәр теләйбеҙ.

З. Сапарова,
муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса сектор белгесе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.