3 июн. 2012 г.

БЕҘҘЕҢ ИНТЕРВЬЮ

КЕМ МӘҒЛҮМӘТЛЕ
         – шул донъя менән идара итә


          Япондарҙың “Кем мәғлүмәтле – шул донъя менән идара итә” тигән бик тә отошло мәҡәле бар. Ысынлап та, бөгөн заманға яраҡлашып йәшәгәндәр, күберәк мәғлүмәт туплаусылар ота. Эшкә урынлашыу, һөнәр һайлау кеүек еңел булмаған мәсьәләләрҙе хәл иткәндә лә тап шундай һәләткә эйә булыусыларға бәхет йылмая. Хеҙмәт баҙары бөгөн кемдәрҙе талап итә? Кемдәргә эш табыуы еңелерәк? Ошондай һорауҙар менән беҙ халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге психологы Г.И. СИРУСИНАҒА мөрәжәғәт иттек.
          – Гөлнара Ильяс ҡыҙы, бөгөн эшһеҙлеккә башлыса кемдәр дусар була?
     – Йәштәр. Был бер нисә фактор менән бәйле. Беренсенән, улар бөгөн талап ителмәгән һөнәр ала. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ уҡыусылар маркетинг, презентация, конкуренция, мобиллек тигән яңы һүҙҙәрҙең мәғәнәһе менән яҡындан таныш булырға тейеш. Тик шул ваҡытта ғына беҙ киләсәк быуынға заман һулышын тойорға, уның менән йәнәш атларға, донъяуи яңылыҡтар менән хәбәрҙар булырға ярҙам итә алабыҙ.

     – Эште нимәнән башларға һуң?
     – Һәр аҙым мәғлүмәт туплауҙан башланырға тейеш. Беҙ мәғлүмәтле йәмғиәттә йәшәйбеҙ. Икенсенән, үҙеңде презентациялау, йәғни дөрөҫ күрһәтә белергә кәрәк. Буласаҡ һөнәр эйәләрен мәктәптә үк хеҙмәт баҙарында эш табыу, төрлө кастингыларҙа, конкурстарҙа уңышлы сығыш яһап, үҙҙәре тураһында мәғлүмәт бирергә өйрәтеү, йәғни маркетинг серҙәренә төшөндөрөү мотлаҡ. Кешеләрҙә ыңғай сифат тыуҙырыр өсөн бер нисә “алтын” ҡағиҙә бар. Шуларҙың береһе – үҙеңде хәстәрләү, йәки үҙеңә тауарға ҡараған кеүек ҡарау. Һатып алыусының иғтибарын йәлеп итеү өсөн үҙеңде матурлап “төрөү”, йәғни тышҡы ҡиәфәтте тәртипкә килтереү. Бында “Кейемгә ҡарап ҡаршы алалар, аҡылға ҡарап оҙаталар”, – тигән мәҡәлде оноторға ярамай. Икенсе мөһим ҡағиҙә – пунктуаллек, йәғни билдәләнгән ваҡытҡа һуңламай килеү.
     Балаларҙа үҙ-үҙенә ышаныусанлыҡ, ҡыйыулыҡ, кешеләр менән аралашҡанда ҡаушамау кеүек сифаттарҙы тәрбиәләү мөһим. Ҡаршылыҡтар алдында уларҙы юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтергә кәрәк. Һәр кешенең донъяға булған ҡарашы ыңғай һыҙаттарҙан ғына торорға тейеш. Фәҡәт позитив ынтылыш, яҡты уйҙар кешелә ышаныс тәрбиәләй. Этикет, аралаша белеү, әҙәплелек профессиональ һөйләшеүҙең нигеҙен тәшкил итә. Сит телдәрҙә аралаша белеү, мәғлүмәти технологияларҙы үҙеңдең эшеңдә ҡулланыу, стресҡа бирешмәү, юғары квалификациялы белгес булыу – заман һөнәр эйәләренә хас сифаттар булырға тейеш.

     – Бөгөн маркетинг, презентация кеүек һүҙҙәр йышыраҡ яңғырай...
     – Эйе, сөнки бөгөн тап ошо һүҙҙәр йәмғиәттә бик актуаль тема. Презентация – латин һүҙе, “күрһәтеү” тигән мәғәнәне аңлата. Йәғни, яңы төҙөлгән предприятиены, фирманы, проектты, продукцияны, тауарҙы саҡырылған кешеләргә күрһәтеү. Маркетинг һүҙе инглиз теленән тәржемә иткәндә “баҙар, һатып ебәреү” мәғәнәһенә эйә. Ул ҡулланыусыларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү, баҙарҙы өйрәнеү һәм күҙаллау нигеҙендә килем алыуға йүнәлтелгән продукция етештереүҙе һәм һатыуҙы ойоштороуҙың комплекслы системаһы. Маркетингтың бурысы – етештереүҙе баҙар талаптарына яраҡлаштырыу, һатыласаҡ тауарҙың төрөн һәм сифатын билдәләү, яҡшыраҡ күренгән баҙарҙы айырып алыу. Төрлө фирмалар, ойошмалар, эшҡыуарҙар араһында юғары килем алыу, табыш, башҡа төр файҙа алыу маҡсатында тауар баҙарҙары өсөн көрәш көсәйә бара. Уларҙың маҡсаты – хәҙерге йәмғиәттең үҫеш мөмкинлектәрен, өҫтөнлөклө яҡтарын асыҡлау һәм уңайлы мәлде ҡулдан ысҡындырмау. Бының өсөн, әлбиттә, заман һулышын тойорға, уның менән йәнәшә атларға, донъяуи яңылыҡтар менән хәбәрҙар булырға кәрәк. Тимәк, һәр саҡ үҫергә, шул уҡ ваҡытта үҙең, эшмәкәрлегең тураһында хәбәр таратыу мөһим. Был йәһәттән презентацияның, маркетингтың әһәмиәте ҙур.
     Уҡыусы презентация менән мәктәптә уҡыу дәүерендә үк таныша тиһәк, һис хата түгел. Уҡытыусы үҙенең дәрестәрендә балаларға уҡытҡан фәненең тарихы, үҫеше, ҡаҙаныштары тураһында төрлө мәғлүмәт бирә, йәғни, был фән буйынса презентация үткәрә. Уның барышында ул һөнәри таҫыллығына рухи булмышын, телмәр оҫталығын да ҡуша, тимәк, бер үк ваҡытта үҙенә лә презентация яһай.
     Тәҡдим ителәсәк проект, продукция, эшмәкәрлек һәм башҡалар тураһында етерлек кимәлдә тупланған мәғлүмәт менән кеше бер ниндәй стресҡа тарымай, теләһә ниндәй аудиторияла ҡаушамай, уңышлы сығыш яһай, имтиханды ла уңышлы бирә ала. Тимәк,  үҙендә ныҡлы ышаныс булдырыу, мәғлүмәт менән етерлек ҡоралланыу кешене уңышҡа әйҙәй.
     Тәү ҡарашҡа үрҙә әйтелгән ҡағиҙәләр бик ябай, уларҙы үҙләштереү өсөн әллә ни кәрәкмәй кеүек. Шулай ҙа “Йөрөгән таш шымара, ятҡан таш мүкләнә” тиҙәр бит, тимәк, был сифаттарҙы үҙеңдә нығытыу өҫтөндә лә эшләргә кәрәк.
   Бөгөнгө йәмғиәттә кеше һәр яҡтан өлгөр, етеҙ, мәғлүмәтле, киң эрудициялы, еңел аралашыусан, үҙ имиджына бик талапсан  булырға тейеш. Бындай сифаттарға бер көндә йәки билдәле бер арауыҡта эйә булыу мөмкин түгел. Буласаҡ һөнәр эйәләрен мәктәптә үк хеҙмәт мөнәсәбәттәренә өйрәткәндә, киләсәктә был уларға этәргес аҙым булыр ине. Бөгөн был хаҡта китаптар бик күп, гәзит-журналдарҙа ла мәҡәләләр йыш баҫыла, Интернет селтәрҙәрендә лә мәғлүмәттәр табырға мөмкин. Шуның өсөн дә һәр кем заманына ҡарап яраҡлашып йәшәргә тейеш. Кеше үҙенә кәрәкле мәғлүмәтте ентекле өйрәнеп, кәрәклеһен файҙалана ала.

     Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.