6 июн. 2012 г.

«Һаҡмар»ға килә хаттар

Хаттар һулар һауаға тиң


Биш ай эсендә “Һаҡмар” гәзите почтаһына гәзит уҡыусыларыбыҙҙан 300-гә яҡын хат килгән. Уларҙың 1-һе тикшереүгә ебәрелеп, тейешле яуап алынған, өс хат, һуңлау сәбәпле, архивҡа оҙатылған.
Ябай гәзит уҡыусыларҙың хаттары беҙҙең өсөн һулар һауа кеүек: улар аша халыҡтың йәшәйешен, һулышын тойорға була. Бер ниндәй ҙә хәбәр юҡ икән, халыҡ йә битарафлыҡҡа батҡан, йә гәзит ҡайғыһы юҡ – башҡа хәсрәттәре етерлектер, тигән уйҙар уянып ҡуя. Шулай ҙа, мәшәҡәтле осорға аяҡ баҫыуыбыҙға ҡарамаҫтан, шөкөр, һирәкләп булһа ла почта йәшнигенә ҡулдан йә компьютерҙа баҫылған хаттар төшкөләй. Тик гәзит уҡыусыларыбыҙға бер аҙ үтенес менән дә мөрәжәғәт иткебеҙ килә: беҙгә килгән ҡулъяҙмаларҙың кире ҡайтарылмауын онотмаһағыҙ ине. Хатты ебәргән саҡта үҙегеҙҙә күсермәһен һаҡлап ҡалһағыҙ, үҙегеҙҙең дә, гәзит хеҙмәткәрҙәренең дә ваҡыты сарыф ителмәҫ.
Тормош менән берлектә атлаған замандаштарыбыҙ электрон почта аша ебәреп күпкә ота: мәҡәлә тиҙ арала килеп тә етә. Шулай ҙа күләм хаҡында ла онотмаһағыҙ ине. Яҙманың ҡыҫҡараҡ һәм тосораҡ булыуы редакция кәштәһендә уның күпме ваҡытҡа тиклем тотҡарланыу яҙмышын хәл итә.
Барлыҡ авторҙарыбыҙға ла ижади уңыштар теләп, замандың ҡаҙағына һуҡҡан мәҡәләләр көтөп ҡалабыҙ.

Айгөл Иҙелбаева,
хаттар һәм социаль тормош бүлеге хәбәрсеһе.


Һәр кемдең бәхете үҙ ҡулында

Был донъяға тыуып ғүмер итеү –
Үҙе мөғжизәгә торошло.
Р.Түләк.
Ысынлап та, тормош кеше алдына күпме мөмкинлектәр аса. Алдыңа килгән уйҙарыңды бойомға ашырып, маҡсат артынан маҡсат ҡуйып, уларға ирешергә ынтыла ала кеше. “Әйтеүе генә еңел”, – тиер ҡайһы берәүҙәр. Ә бит көс түгеп эшләнгән эштең генә емеше татлы.
Кешенең бәхете – үҙ ҡулында, тиеүҙәре менән килешәм. Тырышып, тормош ауырлығына бер ҙә зарланмай, йәйҙәрен емеш-еләк йыйып, бесән эшләп, баҡса үҫтереп, мал аҫрап, ҡош-ҡорт тотоп донъя көтөүселәр бар бит. Әкренләп эшҡыуарҙар ҙа арта башланы. Көн дә үҙгәреп тороусы тормошҡа ҡулайлашып, мобилләшеп, бер ҙә “ҙур проблемалар өҫтөндә эшләп, халҡы тураһында онотоп киткән хөкүмәткә” зарланмай, үҙ йүнен үҙҙәре күреүселәрҙең ишәйеүе һоҡландыра.
Ә шулай ҙа... Ғаиләһен ҡарайым, мохтажлыҡта йәшәтмәйем, тип күпме ир-егеттәребеҙ алыҫ Себер яҡтарына эшкә китергә мәжбүр. Бер ғәйепһеҙ балалар ата наҙынан, кәңәшенән мәхрүм булып үҫә. Ҡайһы бер осраҡта хатта яңы тыуған сабыйын оҙаҡ ваҡыт күрә алмай, уның нисек үҫеүен, тәүге аҙымдарын, тәүге һүҙен күреү-ишетеүҙән мәхрүм була. Ошо күренеш атайҙың ғаиләләге ролен, ата тәрбиәһен, атайлыҡ институтын юҡҡа сығара ла инде.
Ә инде “ҙур аҡса” артынан Испания, Италия тарафтарына сығып китеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбәйеүе – икеләтә хәүефле. Балалары тарафынан ташлап кителгән ҡарттарҙы ҡарап, уларҙың яралы күңелдәрен күреп, йөрәк йылыһы менән бүлешкәндә, үҙ балалары әсә наҙына, кәңәшенә мохтажлыҡ кисереп, үҙаллы тормош «көтөргә» өйрәнә.
Хәҙерге заман шарттарында һәр кем үҙенсә донъяһын барлай, уны яҡшыртырға тырыша. Халыҡтың түҙемле булып, ауырлыҡтарға баш эймәй, тормош гармонияһына ирешеүенә ышанам.

Алһыу Күсәбаева,
БДУ-ның Сибай институты студенты.

Егәрленең ҡулы ете

Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, билен биштән быуып, ҙур сәм, тырышлыҡ менән үҙ эштәрен асып, ауылдаштарын һөйөндөрөп йәшәүсе  уңған кешеләр байтаҡ. Мәҫәлән, беҙҙең Ишмырҙа ауылында магазин асып, ауылды тәьмин итеүсе Хәҙисә Ҡотлоғужина, Рәйфә Яҡшығолова, Нурзиә Маликова, Әҡлимә Әфләтунова – тап шундайҙар иҫәбендә. Шулар араһынан Рәйфә Бикастан ҡыҙын иң уңышлы һәм тәжрибәле эшҡыуар тиергә мөмкин.Үҙенең уңышының серен ул: “Күберәк кешеләрҙең заказы буйынса эшләйем, һораған әйберҙәрен алып килергә тырышам. Әлбиттә, тормош иптәшем Зәбихулла миңә ҙур терәк”, – тип аңлата. Улар һатыу эшенән тыш иртә яҙҙан көҙгәсә халыҡтан һөт йыйыу менән дә шөғөлләнә. Тормош йөгөн тиң тартҡас, эштәре лә ырай, донъялары ла түңәрәк. Йәй көндәре баҡса тултырып емеш-еләк үҫтерә. Үткән йыл район күләмендә үткәрелгән сәскә үҫтереүселәр ярышында призлы урынға лайыҡ булдылар.
Бынан тыш йорт хужабикәһе күп кенә мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашып, үҙен бай фантазиялы оҫта ойоштороусы итеп тә танытты. Мәҫәлән, быйыл ҡыш үҙҙәренең урамында Яңы йыл байрамы үткәреп, бөтә халыҡты ылыҡтырҙы, балаларға, оло йәштәгеләргә сағыу байрам бүләк итте. Әлеге ваҡытта Түбә балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр өсөн берәй үҙенсәлекле бүләк әҙерләү хыялы менән яна.
Өлгөрлөгө, уңғанлығы өсөн Рәйфә Бикастан ҡыҙын күп кенә йәш килендәргә өлгө итеп ҡуйырға була. Тормоштан, хеҙмәттән йәм табып йәшәүсе ошондай ғаиләләр күберәк булһын ине.

З. Бикҡолова, хаҡлы ялдағы уҡытыусы.

Ғүмерҙәр бит бер генә...

Шөкөр, тыуған яғыбыҙ шиғри күңелле, эскерһеҙ кешеләре менән бай. Шуларҙың береһе -- бар тормошон балаларға белем биреүгә арнаған, етенсе тиҫтәһен ваҡлаған, бөгөнгө көндә йәмле Ниғәмәт ауылында ғүмер иткән Тәнзилә Ғәлимйәнова-Алтынғужина.
Тәнзилә Хажи ҡыҙы Үрге Яйыҡбай ауылында тыуып, Ниғәмәт ете йыллыҡ мәктәбенән һуң Белорет педучилищеһында белем ала, аҙаҡ Стәрлетамаҡ педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетында белемен камиллаштыра. Унан һуң 4 йыл Сибай ҡалаһында эшләй. 1962 йылда Ниғәмәт урта мәктәбенә эшкә ҡайта. “Ниғәмәт мәктәбенә ҡайтыуымдың сәбәбе ябай: мәктәп директоры Мансур Лоҡманов шәп директор ғына түгел, оҫта методист та ине. Мәктәптә эш ҡайнап торҙо, бик тырышып эшләнек. Хеҙмәтебеҙҙе лә баһалай белделәр: 36 Маҡтау ҡағыҙы араһында Мәғариф министрлығынан, Профсоюз өлкә комитетынан да бар. “Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы”, “Өлкән уҡытыусы” исемдәре миңә бик ҡәҙерле”, -- ти ул.
Ә ижади булмышын ул былай тип тәҡрарлай: “Мин шағир түгел, тик йөрәк ярһыуы ғына”. Илһам ҡошо ҡанат ҡағына, йөрәк ярһыуы үҙ ҡыҫаларына һыймай шиғри юлдар булып аҡ ҡағыҙға төшә икән, шағир түгелмен, тип ҡул ҡаушырып ултырып булмайҙыр инде ул. Тимәк, Хоҙай Тәғәлә күңел түрендә күбәләктең ҡанат ҡағыуынан да ҡабына, әсе елдәрҙән дөрләп нығына торған илаһи утты тоҡандырған һәм ул йәшәргә хаҡлы. Тәнзилә Хажи ҡыҙы уны оҙаҡ йылдар йәшерергә тырышһа ла, бер ҡабынған утты еңел генә һүндереп ҡара! Шулай итеп, шиғри йылъяҙмалар, арнауҙар, иҫтәлектәр, фотоһүрәттәр менән биҙәлеп, “Ғүмерҙәр бит бер генә...” исемле китап булып донъя күрҙе. Йыйынтыҡта шағирә тарафынан тыуған яҡҡа, ауылдаштарына, балаларына мәдхиә йырлана, тормош күренештәре хаҡындағы фәлсәфәүи,  тос ҡына фекерҙәре шиғыр  юлдары булып төшкән.
Тәнзилә Ғәлимйәнова-Алтынғужинаны был матур йыйынтығының донъя күреүе менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Уға артабан да ижади уңыштар юлдаш булһын, иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, балалар шатлығы теләйбеҙ!

Айгөл Иҙелбаева.

Балалар әсәләрҙән алда китмәһен!

Һәр тереклек, һәр йән эйәһе ҡояшҡа тартылып йәшәү даулаған миҙгелдә бөтә донъяны ҡара һөрөмгә манып Бөйөк Ватан һуғышы башланған көндө иҫкә алабыҙ. Ғәзиз улдарын, ирҙәрен, һөйгән йәрҙәрен юғалтҡандар өсөн күҙҙәрен йәшкә сылатып, күңелдәрҙе һағышландыра торған көн ул. Яҡындарын юғалтҡан әсәйҙәрҙең, еңгәйҙәрҙең, апайҙарҙың ҡайғы-хәсрәтенән тауҙар ишелер, күҙ йәштәренән диңгеҙ хасил булыр ине, моғайын. Әлдә әле Хоҙайыбыҙ сабырлыҡтар бирә, иншаллаһ!
Мин үҙем дә ике улымды бер-бер артлы әрме сафына оҙаттым, икеһен дә көтөп алдым. Ул ваҡытта минән дә бәхетле әсә булмағандыр. Тик минең кесе улым яуҙа түгел, ә юл фажиғәһендә һәләк булды. Кисерештәремде яҙып тормайым, уны балаһын юғалтҡан әсәләр генә аңлар... Урыҫтар һәр ваҡыт: “Береги себя!” – тиҙәр бит. Ана шул үҙен һаҡлаған кеше бүтәндәрҙе лә һаҡлай, һәр хәлдә, ҡайғы-хәсрәт уттарына һалмай...
Бына тағы яҙҙар, йәйҙәр килә, ҡайғылар яңыра. Ҡайғыһыҙҙарға ожмах кеүек көндәр башлана, ә минең йөрәгем: “Ил-һам, Ил-һам, у-лым!”, – тип тибә...
Әй, Аллам, донъялар тыныс торһон, әжәлдәр ҙә булыр, тик балалар әсәләренән алда китмәһендәр ине!

Зөбәйлә Маннапова.
Һаҡмар ауылы.


Улдарымды әрменән көткәндә
Яҙғы иртәләрҙә тышҡа сыҡһам,
Ҡыр ҡаҙҙары ҡанат ҡағына.
Ошо мәлдә минең күңелкәйем,
Балам, һине өҙөлөп һағына.
Янған йөрәгемә түҙә алмай,
Һыу буйҙарын барып ураным,
Ҡыр ҡаҙҙарын күреп сәләм бирҙем:
“Улым ҡайтмаймы?” – тиеп һораным.
Ҡыр ҡаҙҙары сәләмемде  алғас:
“Беҙ улыңды күрҙек, – тинеләр, –
Улың һау-сәләмәт. Алла бирһә
Ҡайтып төшөр әле”, – тинеләр. –
Беҙ ҙә, бала тиеп, михнәт  күреп,
Алыҫтарҙан ҡайтып киләбеҙ.
Әсәйҙәр бит беҙ ҙә, һинең кеүек,
Ҡайғыңды ла һинең беләбеҙ.
Әсәй кеше бик сабырлы  була,
Һин дә сабыр бул, илама!
Яҙғы иртәләрҙә күҙ-йәш ҡойоп,
Үҙеңә бәлә-ҡаза юрама!”
...Бына шулай тиеп ҡыр  ҡаҙҙары
Минең күңелемде йыуатты,
Кеше әйтмәҫ йылы һүҙҙәр  әйтеп,
Күңелемдә өмөт уятты!

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.