11 июн. 2012 г.

УҢҒАНДАР БЕҘҘЕҢ АРАЛА

    Барлыҡ йәмен йыйып донъяның...

    “Ауылда йәшәүе күңелһеҙ... Аҡса ла юҡ, эш тә.

    Көндө нисек үткәрергә белеп булмай...”


    Йәш ҡатындарҙың ошондай зар һүҙҙәрен ишеткән һайын, матур тәбиғәт ҡосағына һыйынып ултырған Байым ауылында йәшәгән уңған апай-инәйҙәр күҙ алдыма килә. Уларҙың хужабикәләр түңәрәген ойоштороуын, унда баҡсасылыҡ, ҡул эштәре, өй эштәрен алып барыу, бала тәрбиәләү һ.б. серҙәре менән уртаҡлашыуын Таңһылыу Әхмәтхан ҡыҙы Вәлиеванан бер нисә йыл элек үк ишеткәйнем. Көндәр йылынып, тупраҡ “бешеү” менән Байым хужабикәләренең бар иғтибарын емеш-еләк, йәшелсә, гөл-сәскә үҫтереүгә йүнәлтеүен ишетеп, уларға юл алдыҡ.
    Ғүмеренең һәр минутын ҡәҙерләй белгән апай-инәйҙәр Таңһылыу апай Вәлиеваның өйөнә йыйылған булып сыҡты. Өҫтәлдә үҙҙәре бешергән һый-ниғмәттәр, һуттар теҙелгән. Улар һыйланып ҡына түгел, ә бер-береһе менән тәмлекәстәр бешереү рецебы менән дә уртаҡлашып өлгөрә. Унан Таңһылыу апай баянын һуҙыу менән ҡушылып йырлап, таҡмаҡ әйтеп алалар.
    Байымдың уңғанбикәләре әйтеүенсә, улар баҡса миҙгеленә ҡыштан әҙерләнә башлаған. Һәр кем төрлө йәшелсә, сәскә ултыртҡан. Хәҙер улар үҫентеләре менән уртаҡлаша. Кемдер күберәк сәскә ултыртырға тырыша, икенселәре иһә емеш-еләк ҡыуаҡтарына өҫтөнлөк бирә.
    Төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың һүҙҙәре берегеүенә, бер-береһенә ихтирамлы, иғтибарлы булыуына ла һоҡланырлыҡ. Йәш килендәр ауылдың абруйлы ағинәйҙәре Рәйсә Зарипова, Әлмира Ғәлина, Ишбикә Исмәғилева, Менәүәрә Үлмәҫбаева, Рәшиҙә Ғәлина, Рәйфә Рамазанова, Рәсимә Зарипова, Әлифә Баййегетованың һәр һүҙен йотлоғоп тыңлай.
    “Килен кешенең ярты бәхетенең күбеһе ҡәйнәнән бит ул. Бына беҙҙең ауылға сит яҡтан бер ҡыҙ килен булып төшкәйне. Улар һалманы туҡмаслап, нәҙек итеп ҡырҡа икән. Ҡәйнәһе: “Бындай һалма булмай, шаҡмаҡлап ҡырҡ!” тип бойорғас, йәш килен һәр шаҡмаҡты айырым ҡырҡып сыҡҡан, ти...”
    Инәйҙәрҙең хәтирәһенә барыһы ла рәхәтләнеп көлөп алһа ла, сит-ят тарафтан, икенсе йорттан килгән ҡыҙ баланы һаҡлау, уға ерегергә ярҙам итеү йәш ғаиләнең киләсәген билдәләүен һәр кем һыҙыҡ өҫтөнә алды.
    Байымдар йәшәйеше менән өлгө булған гүзәл ханымдары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Почтальон булып эшләгән Таңсулпан Ғайсина тураһында: “Егәрле булыуына һоҡланып бөтә алмайбыҙ. Барыһына ла өлгөрә, һәр саҡ матур, яғымлы итеп һөйләшә. Уға йомош менән барып, өйөнә күпме бысраҡ ташып бөтәбеҙ, барыбер үҙе кеүек йорто ла нур сәсеп тора”, – тинеләр.
    Түбә ҡасабаһынан килен булып төшөүенә өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткән Зөлфиә Рахманғолова, дүрт бала әсәһе Гөлшат Хисаметдинова, иптәше вафат булғас яңғыҙы балаларын аяҡҡа баҫтырған Рәсимә Әлмөхәмәтова, ололарҙың терәк-таянысына әүерелгән социаль хеҙмәткәр Рәйлә Ғәлина, килене Рәзилә менән “Сабыр ҡәйнәләр, уңған килендәр” конкурсында уңышлы сығыш яһаған Мансура Йылҡыбаева менән аралашыу, һөйләшеү күп күренешкә яңы ҡараш бүләк итте, донъяның матур яҡтарын асты.
    Үҫентеләр, орлоҡтар алмаштырырға килгән ҡатын-ҡыҙҙар кейәүгә сығырға йыйынған йәш ҡыҙға бирнә әҙерләү, икмәк бешереү, ҡаҙ майын иретеп алыу, бала бағыу серҙәре менән дә уртаҡлашты. Абруйлы ағинәйҙәр йәш ҡатындарға: “Өйөгөҙ, үҙегеҙ йыйнаҡ, матур булһағыҙ, йортоғоҙҙан тәмле аш еҫе аңҡыһа, ирҙәрегеҙ ҙә ситкә ҡарамаҫ, үҙегеҙҙе ҡәҙер-хөрмәт итерҙәр”, –тип ҡуйҙы.
    Эйе, йыл һайын баҙҙарын йәшелсә менән тултырған, көҙҙәрен ҡаҙ өмәләрен гөрләтеп үткәргән, ҡул эштәре күҙҙең яуын алған Байым хужабикәләре күптәргә үрнәк ул. Уларҙың күбеһе Баймаҡта һөт-ҡаймаҡ, май һ.б. һатып, ғаилә бюджетын тулыландыра. Хәҙер Байым хужабикәләре дарыу үләндәре әҙерләү менән мәшғүл. Артабан тәмле ҡайнатмалар, унан турамалар мәле етә. Шул уҡ ваҡытта баҡсалар көндән-көн яңы күҙен асҡан гөл-сәскәһе менән һушты ала. Шунан һуң нисек ауылда йәшәүе күңелһеҙ булһын инде? Күрәһең, унда ялҡауҙарға ғына урын тарҙыр. Ә Байымдың уңғанбикәләренә киләсәктә лә баҡсаларының мул уңышлы булыуын һәм күңел хазиналарын һаҡлап ҡалыуҙарын теләйбеҙ.

    Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.    
    Автор фотоһында: Байым уңғанбикәләре.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.