27 июн. 2012 г.

Мәҙәниәт

Һөнәренә ғашиҡтарға кәртә юҡ


Шундай һөнәр эйәләре бар: икмәк тә бешермәй, һыйыр ҙа һаумай, ҡымыҙ ҙа бешмәй, ә туҡландыра – рухи яҡтан туҡландыра. Ул – мәҙәниәт хеҙмәткәре, йәғни мәҙәниәткә тоғро хеҙмәт итеүселәр һөнәре. Ҡасандыр берәүҙең “мәҙәниәт көтөп торор” тигән ҡарашы хәҙер ҙә ҡайһы саҡта сағылыш табып ҡуя, әммә был һөнәр эйәләренең эшмәкәрлегенән тыш йәмғиәтебеҙҙең йәшәйешен, рухиәтен күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел.
Илсиә Рәшит ҡыҙы Хәсәнова халыҡҡа нур, яҡтылыҡ һәм йылылыҡ өләшеүсе, көндө-төндө айырмай һәр ваҡыт алғы һыҙыҡҡа әйҙәүсе был матур һөнәргә 13 йыл ғүмерен бағышлаған. Ғүмәр ауылында йәшәһә лә, Ярат мәҙәниәт   йортонда емертеп эшләй. Ғүмер юлдашы     Артур Хәсәнов менән 3 бала үҫтерәләр.
Илсиәне лайыҡлы еңеүе менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Мәҙәниәт усаҡтарында яңы технологик алымдарҙы ҡулланыу, йәш хеҙмәткәрҙәр араһында төрлө яҡлы та-ланттарҙы асыҡлау маҡсатында халыҡ ижады үҙәгендә “Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре – 2012” район конкурсы үтте. Был бәйгегә һәр төбәк үҙенең көслө хеҙмәткәрен тәҡдим ит-кәйне. Сараны Таңһылыу Аллаярова менән Руслан Хисамиев бик йәнле итеп алып барҙы. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдус Зәйнуллин барыһын да һөнәри байрамдары ме-нән тәбрикләп, муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.
Шулай итеп, конкурс старт алды. 9 бәйгесе тәүге турҙа үҙҙәре, эш алымдары менән таныштырҙы. Был турҙа күптәр шиғыр формаһында бәйән итһә, Ишмөхәмәттән Гөлдәр Байгилдина – йыр, Ишмырҙанан Зөлфиә Солтанғолова – таҡмаҡ, ә Яраттан Илсиә Хәсә-нова – шиғыр, йыр һәм сәхнәләштереүҙе һайлаған. Икенсе тур – ижади конкурста – был өлкәлә хеҙмәт итеүселәрҙең барыһының да йыр-бейеүгә һәләтле икәнен күрҙек. Был тә-биғи, сөнки һәләтһеҙ, урамдан килеп ингән бер кеше был йөктө тарта алыр инеме икән?..
Эш барышындағы төрлө ҡы-ҙыҡлы хәлдәрҙе сәхнәләштереү һәм тамашасы менән уйын конкурстары залдан ҡараусы бер генә хеҙмәткәрҙе лә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын – шул тиклем йәнле үтте, үҙ-ара тәж-рибә уртаҡлашыу майҙансығына әүерелде. Ауыл мәҙәниәт йорттарының эшмәкәрлегенә бәйле блиц-әңгәмә конкурсында бәйгеселәр барыһы ла дөрөҫ һәм теүәл яуап биреп, үҙҙәренең эшен яратыуын, энәһенән-ебенә ҡәҙәр белеп башҡарыуын раҫланы.
Шулай итеп, бер нисә сәғәткә һуҙылыуға ҡарамаҫтан, һиҙелмәй ҙә үтеп киткән бәйгене йомғаҡлар мәл дә етте. Г.Дәүләтбир-ҙина (Ҡуянтау) – “Өмөт”, Г.Байгилдина (Ишмөхәмәт) – “Артислыҡ”, А.Баййегетова (Таулыҡай) –  “Клуб эшмәкәрлеге лидеры”, Ю.Ҡоланбаев (Төркмән) – “Иң яҡшы ижади сығыш”, З.Солтан-ғолова – “Мәҙәниәт йортоноң эшмәкәрлеген иң яҡшы асыусы”, М.Дәүләткирәева (Ғәҙелбай) – “Йыл ойоштороусыһы” номина-цияларында еңеүсе тип табылды. Урындар түбәндәгесә билдәләнде: беренсе урынды – Илсиә Хә-сәнова (Ярат), икенсе урынды – Рәйлә Әбдрәхимова (Күсей) һәм өсөнсө урынды Флүрә Кәримова (Комсомол) яу-ланы.
Шулай уҡ республика һабантуйында әүҙем ҡатнашҡан хеҙ-мәткәрҙәргә мәҙә-ниәт бүлегенең Рәх-мәт хаттары тапшырылды. Гөлдәр Бай-гилдина (Ишмөхәмәт) – “Иң яҡшы клуб мөдире”, Айнур Абдуллин (Темәс) – “Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт йорто директоры” номинацияларында еңеүсе булһа, Икенсе Этҡол мәҙәниәт йорто (директоры Ринат Ба-йымов) – “Иң яҡшы мәҙәниәт йорто”, Йәнйегет ауыл клубы – “Иң яҡшы ауыл клубы” исемдәренә лайыҡ булды.
Бәйге барышында Сөмбөл Юлбахтинаның, Илдар Абдуллин, Иршат Юлмөхәмәтовтарҙың моңло йырҙары, “Байыҡ” республика телефестивале лауреаттары Вилүр Баймырҙин менән Илшат Ғүмәровтарҙың дәртле бейеүҙәре, “Экзотик” бейеү студияһының сығыштары, бигерәк тә өс Руслан  – Бәширов, Хисамиев һәм Тимербулатовтарҙың тыуған яҡ тураһындағы йыры сараға үҙе бер биҙәк булды.
Мәҙәниәт өлкәһендә үҙ һөнә-ренә мөкиббән ғашиҡ энтузиастар ғына эшләй алалыр ул, тигән фекер уянды. Шулай булмаһа, Яраттан Илсиә Хәсәнова таҡмаҡлауынса, ғаиләһен ҡалдырып, “әҙ генә аҡсаға һыуыҡ клубта” кемдең төн уртаһына тиклем халыҡтың күңелен асып йөрөгөһө килһен?.. Әммә улар бер ҙә бирешмәй:
Аҡса әҙ, тип, клуб һыуыҡ, тип
Өмөттө беҙ өҙмәйбеҙ –
Сәхнәләрҙе дер һелкетеп
Йырлайбыҙ ҙа бейейбеҙ!

Айгөл Иҙелбаева.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.