18 июн. 2012 г.

Һөйөнөслө яңылыҡ

Әмингә иман нуры ҡайтты


Кесе йомала районда иң боронғо изге йорттарҙың береһе –
Әмин ауылы мәсете тергеҙелеп, үҙ ишектәрен асты

Был көндө кешеләргә яҡты иман ҡайтҡанына ҡыуанып, ҡояш нурҙарын сәсә ине. Ҙур тарихлы Әмин ауылының мәсете шанлы ваҡиғаларҙың шаһиты булып тора. Октябрь революцияһына тиклем ҡарағастан һалынған изге йорт совет власы осоронда клуб рәүешендә файҙаланыла, бураһы өлөшләтә һүтеп алына. 

Райондың имам-мөхтәсибе Хөрмәтулла хажи Буранбаев белдереүенсә, иман йортон ҡайтанан төҙөү 2010 йылда башлана.
– Беҙ Әмин халҡына клуб урынына файҙаланылған элекке мәсетте тергеҙергә тәҡдим иттек. Ул ҙур тарихлы, өҫтәүенә ауыл уртаһында, һыу буйында ултыра, Ҡәғбәтуллаға ла дөрөҫ йүнәлешле, – тине ул.
Халыҡ был башланғысты дәррәү күтәреп ала. Изге ғәмәл – сауаплы төҙөлөш эшенә күптәр төрлөсә ярҙам итә. Урында пилорама тотҡан эшҡыуарҙар ағас материалдары бүлә, “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һының Темәс кирбес заводы, Темәс психоневрология интернаты, күрше ауылдарҙың мәсеттәре, мосолмандары ла һиҙелерлек ярҙам ҡулы һуҙа. Манара ҡороу, бинаның ҡыйығын ябыу, эсен йөҙлөкләү ауыл уңғандары Ринат, Ришат Йосоповтар, Рәсих Юлмөхәмәтов, Фәнил Ишҡыуатов, Самат Юнысов тарафынан башҡарыла. Әйткәндәй, Илшат Исҡужин, Хәсән Йосопов етәкселегендә ир-егеттәр таш сығарып, уны һатып, мәсеттең ҡыйығын ҡапларға профилле ҡалай һәм эстән йөҙлөкләү өсөн бар кәрәк-яраҡты ала.
Ғөмүмән, изге йортто тергеҙеүгә ауыл халҡы ғәйәт ҙур көс һала. Әйткәндәй, үрҙә телгә алынған уңғандарға тантана барышында иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
... Байрам барышында  муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов мәсет төҙөлөп, ауылға рух ҡайтыуын белдерҙе.
– Районда иман йорттары төҙөлөүе бик ҡыуаныслы хәл. Бына яңыраҡ Басай ауылында изге йорт ҡалҡып сыҡты. Әминдәр ҙә үҙҙәренең был эшен теләк менән башҡарҙы, – тине Илшат Хәмит улы һәм барыһын да оло байрам менән ҡотланы.
Артабан саҡырылған ҡунаҡтар: райондың имам-мөхтәсибе Хөрмәтулла хажи Буранбаев, Баймаҡ ҡалаһы мәсете имам-хатибы Баймөхәмәт хәҙрәт Ғиззәтуллин, Сибай ҡалаһының “Тәҡүә” мәсете имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәт Ғәзизов, Башҡортостан Диниә назаратының Урал аръяғындағы вәкиле Ислам хәҙрәт Исламбаев, яҡташыбыҙ, Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәсетенең имам-хатибы Ришат хәҙрәт Рафиҡов, эшҡыуар Мансур Байгилдин һәм башҡалар сығыш яһаны. Улар үҙҙәренең телмәрендә ауылға иман ҡайтыуын билдәләне, мәсеттән кеше өҙөлмәһен тип теләне. Ололарҙың йәштәргә, балаларға өлгө булып дин тотоуҙарының бик маҡтаулы эш булыуы, шул арҡала тормош яҡшырыуы, тәртип тә һаҡланыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Әмин халҡына тергеҙелгән мәсеттең мәнфәғәтен оҙаҡ күрергә яҙһын тигән теләктәр яңғыраны байрамда. Әйткәндәй, мәсеткә имам-хатип итеп Миншат Йосопов тәғәйенләнгән, ул был вазифаны икенсе йыл биләй. 
Тантана аҙағында ҡунаҡтар һәм мосолмандар мәсеткә үҙҙәренең бүләктәрен тапшырҙы һәм ямғыр яуыуын һорап  намаҙ уҡыны. Аҙаҡтан барыһы ла Фуат Йосопов, Хәмит Исҡужин, Зәйтүнә Рәхмәтуллина, Тимерғәле Йосопов салдырған ҡорбан ашынан ауыҙ итте. Шулай уҡ был көндө теләгәндәр дини әҙәбиәт, тауарҙар һатып ала алды.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.