29 июн. 2012 г.

Яңылыҡтар

40 ҡурайсы ҡатнашасаҡ

30 июндә Көйөргәҙе районында үтәсәк республика ҡурайсылар йыйынында беҙҙең райондан Ирек Мырҙаев етәкселегендә Ғ.Сөләймәнов исемендәге ҡурайсылар ансамбле ҡатнашасаҡ.
Йәш таланттар концерт ҡуя
Йәштәрсә йыр-бейеүҙәрҙе тамаша ҡылырға теләүселәр 6 июлдә халыҡ ижады үҙәгенә –“Экзотик” бейеү студияһының һәм  йәш таланттарҙың сығыштарын ҡарарға рәхим итһен!
 

Эпосҡа арнала

26 июндә Сибай янында урынлашҡан “Юлдаш” лагеры үҙенә “Урал батыр” эпосын һөйләүселәрҙе йыйҙы. 14-се йыл үткәрелгән ижади бәйгегә республика ҡала-райондарынан 60 команда килде. Улар өс көн дауамында 4 меңдән ашыу юлдан торған эпосты яттан һөйләү менән бер рәттән Башҡортостан тарихын белеүҙә ярышасаҡ. Ҡатнашыусылар тәүҙә үҙҙәрендә район һәм зона турҙарында еңеү яулаған, жюри составына республикала билдәле фольклорсылар йыйылған.
 

Агитбригадалар сығышы

Ауыл хужалығы эшсәндәрен йырлы-моңло сәләм менән ял иттереү маҡсатында халыҡ ижады үҙәге тарафынан агитбригадалар үҙ эшен башлай. Артистар мал аҙығы әҙерләүселәр, һауынсылар янына барып сығыш яһаясаҡ. Ошо көндәрҙә улар “Аҡморон” һәм “Таналыҡ” АХК-ларына сығасаҡ.
 

Һыу буласаҡ

Үткән быуаттың 70-се йылдарында һалынған һыу торбалары сафтан сығыу сәбәпле, һыу мәсьәләһе Түбә ауылы халҡын иң борсоған проблема булып тора. Шулай ҙа был тәңгәлдә байтаҡ эштәр башҡарыла. Йәмғеһе 4601 м тәшкил иткән үткәргес йыл да өлөшләтә ремонтлана. Әлеге ваҡытта Илшат Йәнбәков етәкләгән “СтройМонтажСервис” ойошмаһы тарафынан Түбәлә 520 метрҙа иҫкергән торбалар замансаға – полипропилен торбаларға алмаштырыла.
 

Футболға рәхим ит!

Киләһе аҙнала “Труд” стадионы үҙенә спортсыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе йыясаҡ. Бында хакимиәт башлығы кубогына футбол буйынса район беренселеге уҙғарыласаҡ.

Хроника

Башҡортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы  бойороғона ярашлы Баймаҡ районы һәм ҡалаһының ветеринария станцияһы ДБУ-һы начальнигы итеп Наил Раил улы Ғәлимйәнов тәғәйенләнде.
Баймаҡ районы һәм ҡалаһының ветеринария станцияһы ДБУ-һы начальнигы булып эшләгән Арыҫлан Айҙар улы Иҫәнов шул уҡ учреждениела икенсе эшкә күсерелде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.