29 июн. 2012 г.

Шәжәрә байрамы

Әмин батыр ырыуҙаштарын йыйҙы

Әмин батырға – стела


23 июндә Әмин ауылында Шәжәрә байрамы уҙҙы. Тамырҙары менән ошо ергә береккән, тәү тапҡыр донъяға ауаз һалған, тәпәй баҫҡан изге төйәк үҙенең балаларын, ҡан-ҡәрҙәштәрен бергә тупланы. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, республиканың, Рәсәйҙең төрлө киңлектәренән әминдәр ҡайтып төштө.

Мөбәрәк был байрам халҡыбыҙҙың билдәле шәхесе Әмин батырға стела асыу тантанаһынан башланды. Әйтергә кәрәк, әминдәр үҙҙәренең тыуған төйәгенә исем биргән батырҙың исемен мәңге-ләштереү өсөн стела төҙөү уйы менән күптән яна ине. Ниһайәт, уларҙың теләге бойомға ашты. Фәйзулла Үтәбаев, Урал Ис-ҡужин, Азат Таштимеров, ауыл Советы депутаты Герман Солтангилдиндар үҙ өҫтәренә ошондай ҙур эште алып, уны атҡарып сыға.
– Халыҡ үҙенең батырын оноторға тейеш түгел, – тине Темәс ауыл биләмәһе башлығы Р.Х. Йәнсурин. – Тарихҡа төҙәтмәләр индереп, факттарҙы дөрөҫләп, беҙ киләһе быуынға тапшырырға тейешбеҙ. Үҙебеҙ уға асыҡлыҡ индермәһәк, беҙҙең өсөн бер кем дә эшләмәйәсәк. Бына шундай оло һәм сауаплы эш башҡарған егеттәргә рәхмәтлебеҙ.

Стеланы эшләү өсөн ҡасандыр Брагиндың баҫымы аҫтында таш сығарған карьерҙан 10 тоннанан ашыу ташты ауылға алып ҡайталар. Урал Исҡужин уны тракторында көскә-көскә һөйрәп алып килә. Ташты таҙартмайҙар, эшкәртмәйҙәр. Ата-бабаларҙың тире һеңгән, ҡаны тамған, ҡулдарының эҙен һаҡлаған таш тарихтың ысынбарлығын сағылдырырға тейеш, тигән һығымтаға киләләр. Артабан инде стеланы ниндәйерәк итеп эшләү мәсьәләһе килеп баҫа. Төрлө тәҡдимдәрҙе ҡарайҙар, өйрәнәләр, тарихта эҙләнәләр. Һөҙөмтәлә, Фәйзулла Үтәбаевтың идеяһы буйынса эшләргә булалар. Стелала уҡ-һаҙаҡтар, һөңгө урын ала. Бөгөн стела ауылға ингән юл буйында ҡалҡыу урында урынлашҡан. Таҡтаташта Әмин батырҙың йәшәгән йылдары күрһәтелмәгән. Сөнки төрлө сығанаҡтарҙа батырҙың тыуған һәм вафат булған йылдары төрлөсә сағылдырыла. Тарихсыларҙың әйтеүенсә, уның зыяраты билдәһеҙ...
Стеланы асыу тантанаһы тамам. Шул ваҡыт ундағы өс һөңгөнөң береһенә ҡунған ҡошсоҡ иғтибарымды йәлеп итте. Өҙөлөп-өҙөлөп һайраны ул. Бәлки, ошо минутта Әмин батырҙың йәне лә беҙгә ҡушылып ҡыуанғандыр.

Өй таш яланында оло йыйын

Быға ҡәҙәр һауала эленеп торған ямғыр болоттары ла юҡҡа сыҡты. Ҡояш үҙенең нурҙарын йәлләмәне. Шулай булмай ни, быуындар, туғандар сылбырын төйнәргә, нығытырға халыҡ бит шәжәрә байрамына йыйылған. Тирмәләр байрамса биҙәлгән, ҡаҙандар аҫылған, өҫтәлдәрҙә самауыр ҡайнай... Сауҙа рәттәре лә һуҙылып киткән. Йосоповтар, Санъяровтарҙың шәжәрәләре эргәһендә күпләп халыҡ эркелешә. Үҙҙәрен табып, ата-бабаларының исем-шәрифтәрен күреп, быуындар бәйләнешен барлай улар. Бер-береһен табып, ҡосаҡлашҡан ауылдаштарҙы күреп, күҙҙәргә шатлыҡ йәштәре килә...

Ә  был ваҡытта сәхнәлә байрам тантана итә! Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһының күренекле алып барыусыһы Наил Юнысовтың тыуған ауылына ҡайтып, байрам дилбәгеһен үҙ ҡулына алып, тантананы үҙенә генә хас һыҙаттар менән алып барыуы байрамға сағыу бер биҙәк өҫтәне. Темәс психоневрология интернатының кадрҙар менән эшләү белгесе Айгөл Байрамғолова ла унан ҡалышманы: йор һүҙҙәрен еткереп кенә торҙо.
Байрам сәхнәһенә арҙаҡлы ҡунаҡтар менән бер рәттән алыҫ тарафтарҙан ҡайтып төшкән күренекле шәхестәр күтәрелә. Район Советы секретары Р.З. Ишбулатов, 115-се янғын һүндереү отряды начальнигы А.Ғ. Әминев, Темәс психоневрология интернаты директоры Х.Х. Әминев әминдәрҙе тәбрикләп бүләктәрен тапшырҙы. Р.З. Ишбулатов Темәс торлаҡ-коммуналь хужалыҡ етәксеһе Т.С. Йосоповты муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләне.

Башҡортостан Республикаһының гуманитар эҙләнеүҙәр институты директоры И.З. Солтанморатов, Ишембай үҙәк ҡала дауаханаһы врач-рентгенологы М.Р. Йосопов һәм уның улдары Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте советнигы  Ғ.М. Йосопов, Башҡортостан Республикаһының гуманитар эҙләнеүҙәр институтының этнология бүлеге мөдире, тарих фәндәре кандидаты Ю.М. Йосопов, Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш министрлығының бүлек мөдире урынбаҫары М.А. Йосопов, Башҡортостан Республикаһының гуманитар эҙләнеүҙәр институтының директор урынбаҫары И.Ф. Йосопов, Красноярск филиалының төбәк идарасыһы А.Ф. Йосопов һәм башҡалар сәхнә түренән һағыныу сәләмдәрен еткерҙе.
Ауыл имам-хатибы Миншат Йосопов Әмин ауылында нигеҙләнеп, инде баҡыйлыҡҡа күскән туғандарының яҡты рухтарына аят бағышланы.
Марс Әшрәф улы Санъяров Әмин ауылының тарихына тулы байҡау яһаны. Кем булған ул Әмин батыр, тигән һорауға үҙенең эҙләнеүҙәренән миҫалдар килтерҙе. Тимерсе һөнәрен үҙләштергән Әмин батыр халҡының мәнфәғәте һағына баҫа. Ағаһы Сураш батыр менән күп яуҙар үтә. Ололарҙың рөхсәтен алып, Ҡөрьән үбеп ант итеп, халҡын аяуһыҙ ҡырған, мыҫҡыллаған, иҙгән Брагинды үлтерәләр. Ихтилалдан һуң азатлыҡ өсөн яу сапҡан батырҙарҙы аулау башлана. Ҡулға алынған ҡарттарҙы – 10, ҡатын-ҡыҙҙарҙы – 15, балаларҙы 2 бейәгә һатып ебәрәләр. Шундай бола-низағтарҙан һуң да үҙ тамырҙарын һаҡлап ҡалған Әмин ауылы халҡы бөгөн дә ныҡлы нигеҙ ҡороп, гөрләтеп тормош көтә. Ошоларҙы дәлилләп сәхнәгә өлгөлө ғаиләләр күтәрелде, “Өлгөлө йорт” хужалары, ауылдың иң оло кешеһе 91 йәшлек Фәйзрахман Йосопов билдәләнде. Бөгөн Әмин ауылында 80 ғаиләлә 272 кеше иҫәпләнә. Ауылда Сорҡолдаҡтар, Һәпештәр, Суҡлы таяҡтар, Яҡыштар, Ҡортло төбәк аралары төпләнгән.
– Төрлө араға ҡараһаҡ та, беҙ – Бөрйән ырыуы Монаш түбәһе башҡорттары, тимәк, тамырҙарыбыҙ бер – ҡанбабабыҙ Бөрйән бей ҡаны аға беҙҙең тамырҙан, Әмин батыр рухы йәшәй беҙҙең йөрәктә, – тине улар ғорурлыҡ менән.

Әйтеүҙәренсә, әле булһа хәҙерге быуын үҙҙәренең шәжәрәһен Әмин батыр менән бәйләй алмай. Ошо тәңгәлдә Ю.М. Йосопов үҙенең ярҙамын тәҡдим итте.  
Тантана барышында әминдәр быйыл “Иманлы ауыл” акцияһына ҡушыласаҡтары хаҡында иғлан итте. Ихласлыҡ, туғанлыҡ хистәре хас булған, уңған һәм егәрле халыҡ йәшәгән Әмин ауылы иман нурына сорналырына шик юҡ.
Әлфиә  Нурмөхәмәтова менән Фәрит Йосоповтың Асия Бикбова һүҙҙәренә Вилүр Мәүлитов ижад иткән өр-яңы йыр “Әминем – тыуған төйәгем” йырын әминдәр үҙҙәренең гимны итеп ҡабул итте. Әйткәндәй, йыр-моңға, бейеүгә лә бик маһир халыҡ йәшәй икән был ауылда. Сара күңелле йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән бергә үрелеп барҙы.
Сәнғәт күгендә үҙен “Һәтәү Әминский” тип танытҡан Рәфҡәт Юнысовтың сығышына бер кем дә битараф ҡалманы. Үҙе гармунда уйнап, дәртле йырҙары менән барыһын да әсир итеп, йөрәктәргә үтеп инеп, күңелдең иң нескә ҡылдарына ҡағылды:
Ҡайтам әле, ҡайтам әле,
Ҡайтам тыуған ауылыма.
Бергә үҫкән ауылдаштарым
Ҡайт, тигән саҡтарында
Атай-әсәй, туғандарым
Саҡырып торған саҡта...

Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотолары

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.