15 июн. 2012 г.

“Баймаҡ районы – көслө, киләсәге ҙур төбәк”

БР Президенты үҙенең ҡотлау сығышында шундай баһа бирҙе


Баймаҡ һабантуйы ябай байрам түгел. Башҡорттоң быуаттарҙан-быуаттарға тапшырыла килгән милли йолаларын, аҫыл ауыҙ-тел ижадын, бар ғаләмде таң ҡалдырған илаһи йыр-моңдарын бөтә тулылығында юғалтмайса ошо көндәргәсә һаҡлап килеүсе төбәк халҡының түҙемһеҙләнеп көтөп алған үҙенсәлекле тамашаһы ул. Сөнки Баймаҡтағы кеүек милли колоритлы, халҡыбыҙҙың сал тарихын һәм тормошон сағылдыра алырҙай һабан байрамы, моғайын да, бер ҡайҙа ла юҡтыр. Тап шуныһы менән ҡәҙерле лә һәм ҡиммәтле лә ул был туй.
Быйылғы тамаша Рәсәй тарихы йылына, 1812 йылда Ватан һуғышында еңеүҙең 200 йыллығына, Башҡортостанда иғлан ителгән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналды һәм Сибайҙа үткән “Урал аръяғы-2012” төбәк-ара инвестиция форумының дауамы булып торҙо. Баймаҡтарҙы ҡотларға Башҡортостан Президенты Р.З. Хәмитовтың, БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе, яҡташыбыҙ И.А. Тажетдиновтың, туғандаш Илеш районынан, Сорғот районының Түбәнге Сартым ҡасабаһынан, Сибайҙа үткән инвестиция форумынан килгән абруйлы ҡунаҡтарҙың, Урал аръяғы райондарының хакимиәт башлыҡтарының, яҡташтарыбыҙҙың килеүе һабан байрамының баһаһын һәм бәҫен бермә-бер күтәреп ебәрҙе. 


– Ҡәҙерле баймаҡтар! – тине үҙенең ҡотлау сығышында республика Президенты Р.З. Хәмитов. – Мин һеҙҙе халҡыбыҙҙың төп байрамы – Һабан туйы менән ихлас ҡотлайым. Беҙ халҡыбыҙ мәнфәғәтендә барыһын да эшләргә тырышабыҙ, аҡса менән дә, кәңәштәр менән дә, ресурстар менән дә ярҙам итәбеҙ. Әммә был иң мөһиме түгел. Беҙ үҙ халҡыбыҙҙы яратабыҙ һәм йәмғиәт өсөн эшләйбеҙ – тап шуныһы мөһим.
Баймаҡ районы – республиканың иң эре, етди һәм бик көслө төбәге, уның киләсәге бик ҙур. Быны яҡшы иҡтисади күрһәткестәр ҙә асыҡ дәлилләй. Бөгөн райондың сәнәғәт һәм ауыл хужалығы производстволары үҫеш кисерә, был иһә ҙур өмөт уята. Баймаҡтар, һәр саҡ шулай эшләгеҙ!
Райондың социаль-иҡтисади үҫешенә, баймаҡтарҙың эшенә ошондай баһа биргәндән һуң, Рөстәм Зәки улы бер төркөм аграрийҙарға юғары наградалар тапшырҙы. Атап әйткәндә, Ирәндек ветеринар дауалауханаһы мөдире М.Ә. Ғайсин – РФ Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһына, “Баймаҡ” ҒПБ-һы директоры М.Б. Салихов һәм “Уңыш” АХК-һы һауынсыһы Ш.И. Яратова “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
– Башҡортостан Президенты һәм Хөкүмәтенең даими ярҙамы һәм хәстәрлеге арҡаһында бөгөн районыбыҙ яңы һулыш кисерә, – тип билдәләне үҙенең тәбрикләү сығышында район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов. – Республикала иң беренсе булып Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы программаһы ҡабул ителде, уны маҡсатлы тормошҡа ашырыу буйынса бөгөн ғәйәт ҙур эштәр алып барыла. Шул уҡ ваҡытта Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығын лайыҡлы ҡаршы алыу һәм үткәреү буйынса БР Президентының Указы донъя күрҙе. Әле был ҙур сараға әҙерлек эштәре киң йәйелдерелгән.
Республика етәкселегенең ярҙамын беҙ агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙә лә күрәбеҙ. Быйыл яҙғы баҫыу эштәрен ойоштороуға республика бюджетынан 51 млн һум аҡса бүленде. Быларҙың барыһы өсөн дә мин баймаҡтар исеменән рәхмәт белдерәм һәм уны үҙебеҙҙең тырыш хеҙмәтебеҙ менән аҡларбыҙ, тип ышанам.
Район аграрийҙарын сәләмләү өсөн сәхнәгә артабан БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары И.А. Тажетдинов, БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары А.С. Йыһаншин күтәрелде. Бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һәм Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. 


Район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһап, хеҙмәт ярышында еңеүсе хужалыҡтарҙы һәм игенселәрҙе тәбрикләне. Яҙғы баҫыу эштәре йомғаҡтары буйынса райондың агросәнәғәт комплексы лидеры – Ленин исемендәге АХК был юлы ла иң юғары баһаға лайыҡ булды – коллективҡа I дәрәжә диплом тапшырылды. Ошо уҡ хужалыҡ мал ҡышлатыу буйынса хеҙмәт ярышында ла еңеп сыҡты. “Баймаҡ” ҒПБ-һы һәм “Уңыш” АХК-һы коллективтарына артабанғы урындар бирелде. Мал ҡышлатыу йомғаҡтары буйынса “Рассвет”, “Байҡара” хужалыҡтары һынатманы.
Белеүебеҙсә, һабантуйҙа райондың иң яҡшы механизаторы иғлан ителергә тейеш ине. Был юғары баһаға “Уңыш” АХК-һының алдынғы игенсеһе Фәнүр Ҡоланбаев лайыҡ булды. Уға ВАЗ-2107 еңел автомобиленең асҡысын бүләктең спонсоры – “Башҡорт баҡыры” ЯСЙ-һының генераль директоры С.Н. Дьяченко үҙе тапшырҙы. “Баймаҡ” ҒПБ-һынан Харис Күлибаев һәм “Урал аръяғы” МТС-ының Баймаҡ филиалы механизаторы Виктор Половой йомшаҡ мебель менән бүләкләнде. Бер төркөм игенселәр, етәкселәр һәм белгестәр, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ла тәбрикләнде.
Игенсегә, ауыл хеҙмәтсәненә дан йырлаған был халыҡ байрамын артабан ауыл хужалығы техникаһы парады һәм концерт номерҙары дауам итте.
башҡорт тирмәләре – һабантуйҙың бер биҙәге
Ниндәй һабантуй инде ул тирмәһеҙ! Быйыл да, баймаҡтар үҙ ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғро ҡалып, Ирәндек буйына күҙҙең яуын алырҙай, береһенән-береһе матур тирмәләр ҡорған: әллә ҡайҙан улар үҙҙәренә саҡырып ултыра! Мәртәбәле был сараға байрам төҫө биреп, үҙенә генә хас биҙәктәре менән күңелдәрҙе күтәрә улар. Һәр береһендә Рәсәй тарихы, Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына ҡарата стендтар, бай мәғлүмәттәр тупланған альбомдар эшләнгән.

Баймаҡтар был көндө ҙур ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды: Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитов етәкселегендәге делегация Баймаҡ ҡала биләмәһе һәм Иҫке Сибай ауыл биләмәһе тирмәләрендә булып, үҙҙәренең һоҡланыуҙарын белдерҙе.

 

Баймаҡ ҡала биләмәһе тирмәһенә ҡуйылған ҡалалағы ойошма, предприятиеларҙа етештерелгән тауарҙар күргәҙмәһе республика башлығында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ҡунаҡтар «Баймаҡ ҡойоу-механика заводы» ААЙ-һы, «БИП «Комфорт-Плюс» ЯСЙ-һында әҙерләнгән тимер изделиелары һәм мебель менән ҡыҙыҡһынды. Ә инде Баймаҡ икмәк заводы һәм «Башҡорт деликатестары» ит комбинаты ҡуйған күргәҙмәнән бер кем дә битараф ҡалманы. Башҡорт тирмәләре, халыҡ музыка ҡоралдары, сувенирҙар әҙерләү һәм төрлө милли кейемдәр тегеү менән шөғөлләнгән «Баймаҡ» халыҡ кәсептәре үҙәге етәксеһе Вилүр Рәхимғоловтың эшмәкәрлеге ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Рөстәм Зәки улы уның менән әңгәмәләшеп, үҙенең һоҡланыуын йәшермәне. Баймаҡ ҡалаһының «Умырзая» фотосалоны фотографы Рауил Иҫәнов районыбыҙҙың һәр бер мөғжизәле урынын мәңгеләштергән фотокүргәҙмә ойошторған.
Иҫке Сибай ауыл биләмәһе тирмәһендә хужалар абруйлы ҡунаҡтарға башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен сәхнәләштерҙе. Гөлсирә Байбулова дарыу үләндәренән торған күргәҙмә әҙерләгән. Ә башҡорт ашының бер төрө – ҡороттоң нисек эшләнеүен Рөстәм Зәки улы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте.
«Баймаҡ» ғилми-производство берекмәһе тирмәһе барыһын да таң ҡалдырҙы. Булат Ғәббәсов менән Азамат Мусин ат сбруйҙары, башҡа кәрәк-яраҡтарынан күргәҙмә ойошторған. Тирмә башҡорттарға ғына хас биҙәү, кәрәк-яраҡтар менән ҡоролған. Тимерсе Хәбир Буранбаев йорт-ҡураны хәүеф-хәтәрҙән, бәлә-ҡазанан һаҡлаһын тип һамаҡлап даға сүкеү серҙәре менән уртаҡлашты.
Темәстәр иһә һәр ваҡыттағыса үҙҙәренең тырышлығы, оҫталыҡтары менән алдыра. Фәүзиә Әбсәләмова, Суфия Әсәноваларҙың ҡул эштәре һоҡландырҙы.  Таһир ауылынан һунарсы булараҡ дан алған Алмас Байраҡаев күргәҙмәгә үҙе аулап тотҡан бүре-төлкөләрҙең тиреләрен алып килгән. 


Ниғәмәт ауыл биләмәһе тирмәһендә 2011 йылда шәжәрәләр төҙөү буйынса республика конкурсында Гран-при яулаған Бикмәтовтарҙың шәжәрәһе барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Йылайыр ауыл биләмәһендә күренекле дин әһеле, халыҡ табибы, әүлиә Сиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улы тураһында бай тарих туплаған мөйөш эшләнгән.
Семеновск ауыл биләмәһе үҙ биләмәләрендә табылған ҡиммәтле таштарҙан бай күргәҙмә әҙерләгән. Мәктәп музейында һаҡланған документтар ҙа ауылдың данлы һәм шанлы үткәнен иҫбатлай.
Бикеш ауыл биләмәһендә байрамса кейенгән ҡыҙҙар дәртле йырҙары менән беҙҙе бала саҡ хәтирәләренә алып ҡайтты. Быйыл ауылдың 100 йыллығын билдәләргә әҙерләнгән бикештәр ауылының бай тарихын туплаған. Стендтарҙағы мәғлүмәттәрҙә Бикештең арҙаҡлы шәхестәре, хеҙмәте менән дан ҡаҙанған эшсәндәре, ауылдың үткәне һәм бөгөнгөһө асыҡ сағылған.
Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе үҙенең арҙаҡлы шәхестәре менән дан ҡаҙанған. Дәүләт эшмәкәре З.Ш. Аҡназаровҡа арналған айырым мөйөш булдырылыуы быға асыҡ бер миҫал.
Этҡолдар ҡот ҡойоу йолаһын сәхнәләштерҙе. Зәкиә Сөләймәнова инәй уның серҙәре менән уртаҡлашты.
Ишмырҙа ауыл биләмәһе тирмәһе башҡорт һәм урыҫ халҡы мөйөштәренә бүленгән. Ауылда 1935-1952 йылдарҙа ауыл Советы рәйесе булып эшләгән, «Әбей батша» исеме алған Йомабикә Әүәлбаева менән ауылдаштары бик тә ғорурлана. Был хаҡта стендта тупланған мәғлүмәттәр ҙә һөйләй. Богачевка ауылы урыҫ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын сағылдырған мөйөш булдырған.
Таулыҡай ауыл биләмәһендә үләндән, туҙҙан, кейеҙҙән һәм ағас ҡабығынан эшләнгән ҡыуыш һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Ҡолсора ауыл биләмәһе аҡ кейеҙҙән тирмә ҡорған. Яҡшымбәт һәм Вәлит Ласынов сәсәндәргә бағышланған стендтар ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡаһарманлығы менән дан алған геройҙарға ҙур мөйөш булдырылған. Батыр яҡташыбыҙ Ыласынов майор Лачин тигән исем менән әҙәби әҫәрҙәргә ингән.
Моҡас ауыл биләмәһе тирмәһендә Әхәт Талиповтың талдан үреп эшләнгән көнкүреш әйберҙәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Районыбыҙҙың атаҡлы ҡурайсыһы Ғата Сөләймәновтың яҡты иҫтәлеген сағылдырған мөйөштә ҡурайсының үҙе уйнаған ҡурайҙары ла бар ине.
Күсей ауыл биләмәһе – арҙаҡлы шәхестәргә бай төбәк. Тәфтизан Миңлеғолов тураһында бай мәғлүмәт туплаған стенд уның бар тормош юлын сағылдыра. Игебаевтар, Ғәлләмовтар, Әхмәтовтар, Мусиндар, Исламғоловтарҙың шәжәрәһе айырым урын биләй. Яңылбикә Исрафилова инәйҙең балаҫтары сағыу биҙәктәрҙән генә һуғылған. Ауыл халҡы 19-сы быуат урталарына әйләнеп ҡайтып, алтын табыу эшен бик оҫта сәхнәләштерҙе. Г.С. Навалихиндың алтын йыуыу шахтаһында табылған самородок хаҡында бөгөн бик күп легендалар йөрөй.
Йомаш ауыл биләмәһе умартасылары, ҡымыҙсылары менән таң ҡалдырҙы. Юлыҡтан Мәүлитдин Маннапов, Йомаштан Сабирйән Юнысбаевтарҙың күргәҙмәгә ҡуйған бал һәм ҡымыҙҙарын һәр кем яратып һатып алды.
Аҡморон ауыл биләмәһе тирмәһе боронғо башҡорт халҡының көнкүрешен бай күргәҙмәләрҙә сағылдырған. Сәйғәфәрҙән Ғаяз Килдеғошовтың ете башҡорт ырыуын һынлаған ҡалаҡтар йыйылмаһы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.


Ә бына һабантуйға беренсе тапҡыр тирмә сығарған Түбә халҡының тырышлығы маҡтауға лайыҡ. Урал Ҡустыбаев үҙе баҫҡан быймаларҙан бай күргәҙмә әҙерләгән. Байрам табынына башҡорт халыҡ аш-һыуының 75 төрө ҡуйылған.
Ярат ауыл биләмәһендә «Атайсал» клубы ағзалары һуҡҡан кейеҙ тирмәнең бер биҙәге булды. Дилара Йәнбирҙина, Хәҙисә Мырҙаҡаева, Ғәлиә Хисмәтуллина һәм мәктәп уҡыусыларының ҡул эштәре күргәҙмәһе бик бай ине. Башҡорт, урыҫ, татар халыҡтарының аш-һыуҙарынан әҙерләнгән өҫтәл һығылып торҙо.
Ишбирҙе ауыл биләмәһе тирмәһендә ауылдың «Хәтирә» ансамбле дәртле йыр-моң менән ҡаршы алды. Бәхетле бала саҡ тематикаһын сәхнәләштергән кескәй ҡыҙсыҡтың күбәләктәй осоп, тыпырлатып бейеүе һоҡландырҙы. Гөлсирә Вәлиеваның һуҡҡан балаҫтары сағыу биҙәктәргә сорналған. Мәктәп уҡыусыларының ҡул эштәре, мәрйендәрҙән теҙеп эшләнгән муйынсаҡтар, беләҙектәр күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы.
Мерәҫ ауыл биләмәһендә халыҡ медицинаһы буйынса үләнгә һалып дауалау алымы күрһәтелде. Дегәнәк, ҡайын япраҡтарынан әҙерләнгән быу күп ауырыуҙарға шифа. Мерәҫтәр сәк-сәк бешереү буйынса барыһын да уҙҙырған: улар уның 12 төрөн әҙерләгән.
«Урал аръяғы» МТС-ы коллективын, ысынлап та, ялан батырҙары тип атарға мөмкин. Баҫыу эштәрен атҡарып сығыуға ҙур өлөш индергән игенселәр төрлө мәҙәни сараларҙан да ситтә ҡалмай. Бына был юлы ла улар һабантуйҙа ҡатнашып, үҙҙәренең бар оҫталыҡтарын күрһәтте. Агроном Ғиззәт Ямантаев эшмәкәрлектәрен һүрәтләгән стенд менән таныштырҙы.


Ф.Ғ. Харрасова етәкселегендәге комиссия ағзаларына иң-иңдәрен һайлап алыу ауырға тура килде. Күмәк көс менән әҙерләнгән тирмәләрҙең һәр береһе оло баһаға лайыҡ ине. Шуға күрә лә тирмәләрҙе алдан ҡарап сығып, айырым категориялар буйынса лайыҡлыларҙы билдәләп, уларға бүләктәр тапшырылды. Комиссия тәү сиратта милли колоритҡа, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең, бирелгән тематикаларҙың үтәлешенә, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы республика Законы талаптарының күҙәтелеүенә иғтибар итте. Конкурсҡа йомғаҡ яһағанда, Ф.Ғ. Харрасова: «Һабантуйҙың төп биҙәге булған тирмәләр ҡороп, уларҙы биҙәп, тарихи мәғлүмәттәр тупланған стендтар әҙерләп һәр кемдә патриотик рух тәрбиәләгән, шуның менән халыҡҡа матур ял бүләк иткәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт», – тип белдерҙе.

Тирмәләр буйынса Гран-прины лайыҡлы рәүештә «Баймаҡ» ғилми производство берекмәһе яуланы. Ишмырҙа ауыл биләмәһе – беренсе, Аҡморон һәм Ҡолсора ауыл биләмәләре – икенсе, Йомаш ауыл биләмәһе өсөнсө урындарға сыҡты.
Аш-һыу әҙерләү буйынса: Мерәҫ ауыл биләмәһенә – беренсе, Йылайыр һәм Таулыҡай ауыл биләмәләренә – икенсе, Темәс ауыл биләмәһенә өсөнсө урындар бирелде.
Ғөрөф-ғәҙәттәр һәм йолалар үтәү буйынса: Беренсе Этҡол  ауыл биләмәһе – беренсе, Моҡас һәм Мерәҫ ауыл биләмәһе – икенсе, Бикеш  ауыл биләмәһе өсөнсө урындарға сыҡты.
Халыҡ кәсептәре буйынса: Түбә  ауыл биләмәһенә – беренсе, Күсей һәм Ишбирҙе ауыл биләмәләренә – икенсе, Семеновск ауыл биләмәһенә өсөнсө урындар бирелде.
Ҡымыҙ әҙерләү буйынса: Ниғәмәт ауыл биләмәһе – беренсе, Моҡас ауыл биләмәһе – икенсе, Иҫке Сибай ауыл биләмәһе өсөнсө урындарға сыҡты.

Тарих  ҡуласаһы әйләнә


Рәсәй тарихы һәм Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылдарына ҡарата әҙерләнгән театрлаштырылған тамаша беҙҙе ике быуатлыҡ тарих биттәрен күҙалларға мәжбүр итте. Ысынлап та, батыр, ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу башҡорт халҡы Рәсәйҙә барған күп һуғыштарҙа ҡатнашып дан алған.
Сәхнәгә импровизатор, йыраусы, халҡы мәнфәғәтенең ҡыйыу һаҡсыһы Буранбай сәсән күтәрелеп, халҡына яҙған хатын уҡый:
Өйөп кенә ҡарҙар яуа,
Себер урмандарын тултырып.
Эскенәйем бошоп йөрөгәндә,
Хаттар яҙҙым һеҙгә ултырып.
Барып еткән инде барығыҙға,
Тик быныһын бер үк һеңдерегеҙ
Рухығыҙға, аңға, ҡанығыҙға...
Буранбай сәсәнде артабан Зәки Вәлиди алмаштыра:
Беҙ аҡтар ҙа түгел, ҡыҙылдар ҙа,
Беҙ – азатлыҡ һөйгән башҡорттар!
Тупланайыҡ берҙәм көс булып,
Һәм йәшәйек геүләп күс булып!..
Колхозлашыу осоро... Был дәүерҙәге ҡаршылыҡтар, аңлашылмаусанлыҡ ябай халыҡ өсөн эҙһеҙ үтмәй. Күмәк көс ме-нән төҙөлгән хужалыҡ аяҡҡа баҫты тигәндә, Бөйөк Ватан һуғышы башлана, иген иккән дәртле егеттәр ярһыу һуғышсыға әйләнә:
Бер аҙым да артҡа сигеү юҡ,
Артта – Мәскәү, беҙҙең баш ҡала.
«Тыуған ил өсөн!» – тип, «Сталин!» – тип
Күпме егет баш һала!..
Башҡорттарҙы 1812 йылғы Ватан һуғышында француздар «Төньяҡ амурҙары» тип йөрөтә. Рәсәй батшаһынан фарман алыу менән «Рәсәйҙең дошмандары – беҙҙең дә дошман», – тип ете ырыу ир-егеттәре ҡалҡып сыға.
Бөрйән: Тарауыл!
Ҡыпсаҡ: Тәңре!
Тамъян: Тутыя!
Үҫәргән: Туҡсаба!
Түңгәүер: Ҡуңғырат!
Юрматы: Барлас!
Табын: Салауат!
Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Кутузов башҡорттарҙы «Любезные мои башкирцы» тип, ә француздар «Северные амуры» тип атап йөрөтә башлай. Батырҙарҙың күкрәктәренә миҙалдар тағыла. Уға яуап итеп башҡорттар «Любизар» йырын башҡара.
Илебеҙ матур ҙа, дәртле лә халҡы менән баһалана. Һабантуйҙа алтын юби-лейҙарын билдәләгән ун ғаилә, яңы тормош ҡорған 54 йәш пар тәбрикләнде. 


Артабан байрам сараһын бай йөкмәткеле концерт дауам итте. Баймаҡ районының сағыу сәхнә «йондоҙҙары» Руслан Хисамиев, Руслан Тимербулатов, Руслан Бәширов, Хәбир Раев, Фәттәх һәм Фәнүр Аралбаевтар, Рауил Харрасов, Розалия Иҙелбаеваның йырҙары байрамға дәрт өҫтәне. Илшат Хәйбуллин етәкселегендә ҡурайсылар башҡорт көйҙәрен һыҙҙырҙы. «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Илшат Ғүмәров менән Вилүр Баймурзин, Күгиҙелдән «Күгиҙел» бейеү ансамбле, Буранбайҙан «Еҙ үксә» өлгөлө бейеү ансамбле, «Йондоҙ» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Экзотик» бейеү студияһының сығыштары көслө алҡыштарға күмелде. «Ирандыкские зори», «Сударушки» ансамблдәренең дәртле йырҙары байрамға айырым биҙәк, ҡабатланмаҫ йәм өҫтәне. Оҙон башҡорт көйҙәрен заманса йырҙар, уларҙы дәртле бейеүҙәр алмаштырып ҡына торҙо.

Уҡтай осто толпарҙар...


Һабантуй милли-спорт байрамын арғымаҡтар сабышынан һәм юртаҡтар елеүенән тыш күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Был тәбиғи ҙә. Быйылғы тамаша айырыуса сағыу һәм мауыҡтырғыс, шул уҡ ваҡытта көсөргәнешле булыуы менән айырылып торҙо. Ярыш майҙанына беҙҙекеләрҙән тыш Урал аръяғы райондарынан, күрше Силәбе өлкәһенән менге аттар һәм юртаҡтар баҫыуы шуға ишара. Етмәһә, был юлы бәйгеселәр ҙә күп булды. Бәйге 7 заезда ойошторолдо.
Иң тәүҙә 3 йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомло аттар старт һыҙығына баҫты. “Аҡморон” АХК-һының Рөстәм Моратов сапҡан Добрый ҡушаматлы арғымағы тәүге әйләнештә берәүҙе лә алға сығарманы. Шулай ҙа һуңғы әйләнештә уны Салауат исемендәге АХК-ның Толпар ҡушаматлы аты (Ф.Ниғмәтуллин) үтеп китте һәм финиш һыҙығын беренсе булып киҫте. “Аҡморон” АХК-һының Голубь ҡушаматлы толпары (Ф.Баҡтыбаев) өсөнсө урынды яуланы.
2-се заезда орлов тоҡомло юртаҡтар көс һынашты. “Диңгеҙбаев” КФХ-һының Уклоны (Д.Диңгеҙбаев) был бәйгелә иң етеҙе булып сыҡты. “Баймаҡ” ҒПБ-һының Ходкий ҡушаматлы юртағы (Д.Кочетуллин) – икенсе, Ленин исемендәге АХК-ның Тарзаны (Р. Хөсәйенов) өсөнсө урындарҙы алды.
Менге һәм ҡатнаш тоҡомло аттарҙан “Баймаҡ” ҒПБ-һының Эрисераһы (С.Таймасова) берәүҙе лә алдына сығарманы. Икенсе урынды учалылар, өсөнсөнө К.Исҡужиндың Сорбаз ҡушаматлы толпары яуланы.
Рус тоҡомло юртаҡтар араһында ла бәйге бик көсөргәнешле барҙы. “Баймаҡ” ҒПБ-һының Норильск (Р.Таймасов) ҡушаматлы юртағы менән Силәбе өлкәһенән Р.Дусановтың Торнадоһы һуңғы метрғаса бер-береһенә ал бирмәй килде. Шулай ҙа Норильск етеҙерәк булып сыҡты. Хәйбулла районынан Валаш ҡушаматлы юртаҡ өсөнсө  булып килде.
Өлкән йәштәге башҡорт тоҡомло аттар араһында Бали (Учалы районы), Сайгак (“Аҡморон” АХК-һы, Ф.Баҡтыбаев) һәм  Күбәләк (Ленин исемендәге АХК, А.Заманов) ҡушаматлы толпарҙар ышаныслы еңеү яуланы.
Аламан бәйге ат спорты ярыштарының иң күркәм һәм көсөргәнешле өлөшө булғандыр, моғайын. 6000 метр араға көс һынашыуға 25 һыбайлы баҫты. Унда “Богачевка” ЯСЙ-һының Фал ҡушаматлы аты еңеү яуланы. Артабанғы урындарҙы Учалы һыбайлылары бүлеште.


Кемгә нисектер, әммә миңә хужалыҡ белгестәренең атта һыбай уҙышыуы бик тә оҡшаны һәм ул күркәм тамашаға әүерелде.Был иһә ат спорты ярыштарының һуңғы этабы булды. “Аҡморон” АХК-һының йылҡысылыҡ бригадиры, башҡорт тоҡомло аттар һәм спорт арғымаҡтары тәрбиәләүгә күп көс һалған Александр Хачин был бәйгелә Мустанг ҡушаматлы толпары менән ышаныслы еңеү яуланы. “Уңыш” АХК-һының баш зоотехнигы Нәзир Мәхейәнов Ерәнендә икенсе урынды алды. Салауат исемендәге АХК-ның баш зоотехнигы Азамат Йомағужиндың Бөрйәне өсөнсө һөҙөмтәгә иреште.
Һис шикһеҙ, быйылғы һабантуй районда йылҡысылыҡ спортының йылдан-йыл яңы үҫеш ала барыуын тағы бер ҡат дәлилләне. Был, әлбиттә, бик ҡыуаныслы. Республика бренды – башҡорт балы булһа, Баймаҡ бренды иһә – башҡорт аты. Был һис тә арттырыу түгел.

Иң шәп байрам – бәхетле бала саҡ!


Быйылғы һабантуйҙа  балалар һабантуйы айырыуса матур һәм сағыу булды. Башҡортостан Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитовты, Президент һәм Хөкүмәт Аппараты вәкилдәрен, Сибай ҡалаһында уҙған “Урал аръяғы-2012” инвестиция форумында ҡатнашыусыларҙы һәм башҡа хөрмәтле ҡунаҡтарҙы һабантуй ҡапҡаһында районыбыҙҙа ғына түгел, республикала үҙҙәренең йыр-моңға әүәҫлектәре һәм ғаилә ҡиммәттәрен, традицияларын һәм йолаларын һаҡлаусы булараҡ танылыу алған Хәсәновтарҙың халыҡ ғаилә ансамбле ҡаршыланы. Ғаилә башлығы Сәфәрғәле олатай ейәндәре менән бейергә төштө, ә кескәй Илнур Президенттың үҙенә барып баҫты: “Әйҙәгеҙ, бейергә”, йәнәһе. 


Артабан ҡунаҡтар туп-тура балалар һабантуйы ҡыҙған майҙанға йүнәлде. Йола буйынса һабантуйҙың йәш хужалары яулыҡтар эленгән ҡолға тотоп йүгерешеп килеп, оло ҡунаҡтарҙы тәбрикләне. Әйтергә кәрәк: балалар һабантуйы майҙанында бер үк ваҡытта әллә нисәмә төрлө уйын бара ине. Ҡунаҡтар тоҡ менән йүгерешеү,  көршәк ватыу, бүрәнә буйлап йөрөү, бура һуғыу, ҡош осороу, “Ат сабышы”, көрәш, тоҡ менән һуғышыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, арҡан тартыш, көйәнтәләп һыу ташыу, балыҡ тотоу, “Алырымҡош менән бирмәмҡош” кеүек уйындарҙы мауығып ҡараны. Президентыбыҙ бура һуғыу уйынында ҡатнашып, үҙенең оҫталығын күрһәтте. Башҡа ҡунаҡтар ҙа төрлө уйындарҙа үҙҙәрен һынап ҡараны. Әйткәндәй, барлыҡ уйындарҙы ойоштороуға ҡала мәктәптәренән тыш,  Мерәҫ, Аҡморон, Темәс, Сыңғыҙ, Таулыҡай, Ярат, Беренсе Этҡол, Ниғәмәт, Ҡолсора мәктәптәре ҙур көс һалды. 


Балалар БР Президенты Рөстәм Зәки улын, муниципаль район хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улын түңәрәккә алып “Аҡ тирәк, күк тирәк” уйнаны. “Аҡ тирәк, күк тирәк, беҙҙән һеҙгә ни кәрәк?” тигән һорауға яуап итеп “Беҙгә атай һәм әсәй кәрәк!”, “Имен Башҡортостаныбыҙ кәрәк!”, Президентыбыҙ кәрәк!”, Мул уңыш өсөн шифалы ямғыр кәрәк!” тигән шат тауыштар яңғыраны. Унан һуң балалар ҡунаҡтарға ямғыр теләү йолаһын күрһәтте. Дәртле бейеүҙәр, һамаҡтар менән оҙатылып барған һәм һыу һибешеү менән тамамланған был йоланы ҡунаҡтар бик оҡшатты. 


Балалар ижады үҙәге ойошторған “Алло, беҙ таланттар эҙләйбеҙ!” конкурсында һәр бәләкәс ҡатнашып ҡалырға ашыҡты. Кемдер сәхнәгә менеп өҙҙөрөп бейеп ебәрҙе, дәртле йырҙарын һуҙҙы.

Байрамдың күрке – баһадирҙар ярышы


Милли көрәш һәр ваҡыттағыса үҙ янына бихисап тамашасы йыйҙы. Барлығы утыҙҙан ашыу көрәшсе 65, 75 кг-ға тиклем һәм 75 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында көс һынашты.
Тәүге урындарҙы уҡыусылар араһында Венер Нәбиев (Татлыбай), Илһам Йәноҙаҡов (Шүлкә), Тимур Солтанов (Юлыҡ) алды. Өлкәндәр араһында 65 кг-ға тиклем Даян Ғүмәров (Икенсе Этҡол), Вилүр Моталлапов (Таулыҡай), Азамат Ҡорбанғолов (Икенсе Этҡол) алдынғылыҡты бирмәне. 75 кг-ға тиклемге төркөмдә Илшат Ғазин (Бөрйән районы), Рәмил Тулыбаев (Таулыҡай) һәм Ҡаҙағстандан килгән Абрар Мамадалиев I-III урындарҙы алды.
Ә иң ауыр – 75 кг-дан ашыу ауырлыҡ категорияһында – Урал Ғүмәров, Азамат Ғөбәев (Икенсе Этҡол), Илгиз Хәмиҙуллин (Ейәнсура районы) беренселекте яуланы.


Чемпион көрәшселәргә тәкә, урындар яулаусыларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Унан тыш ярыштың абсолют чемпионы Урал Ғүмәровҡа Сибай ҡала хакимиәтенең махсус бүләге – телевизор бирелде.
Командалы волейбол, футбол да үҙ тамашасыһын һәм ҡатнашыусыһын тапты. Тәүгеһендә Ҡуянтау, Байыш, Таулыҡай еңеү яулаһа, икенсеһендә Баймаҡ, Әбделкәрим, Темәс спортсылары беренсе урынға лайыҡ булды.

Хеҙмәт кешеһенә

лайыҡлы ял кәрәк!


Быйыл да халыҡ уйындары  һабантуйҙың бер биҙәге булды. Үҙенең сослоғон, етеҙлеген, һәләтен күрһәтергә теләгән һәр кем уйындар ойошторолған майҙанға ашыҡты.
Тоҡ менән һуғышыуҙа көсөн һынап ҡарарға теләүселәр йылдағыса күп булды. Бер баһадирҙы икенсеһе алмаштырып ҡына торҙо. Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгерергә теләүселәр бүләктәр эйәләренә тапшырылып бөткәс тә, таралғылары килмәне – мәрәкә өсөн бер-береһе менән уҙышырға тотондо. Шулай уҡ көршәк ватыу, тоҡ кейеп йүгереү, скакалка менән һикерә-һикерә йүгереү, күҙ бәйләп бүләк ҡырҡыу, пневматик винтовканан мәргәнлекте һынау кеүек ярыштарҙа халыҡ күпләп ҡатнашты.
Һырғауылға менеүсе “ҡуш йөрәктәр”гә ҡарап ҡоттар алынды. Әллә нисә метр бейеклеккә менеп етеп, өҫтән һабантуй майҙанын байҡап торған егет бик мәрәкә күренде – кемделер эҙләне, буғай. Былай бүләген дә эләктереп төштө, шикелле. 


Осона тәкә бәйләнгән ауыш бағанаға кемдәр генә менеп ҡараманы. Унда ҡатнашырға 92-гә яҡын кеше яҙылды. Инде барып еттем тигәндә, тайып йығылыусылар ҙа, баяғы тәкәгә бәйләнгән арҡанға тотоноп ҡына буйлап төшөргә теләүселәр ҙә, ҡолап киткән ерҙән бағананы ҡосаҡлап хәл йыйып, кире менеп баҫырға маташыусылар ҙа – барыһы ла булды. Әммә бик оҙаҡ барған һәм тамашаға иң күп халыҡты йыйған көсөргәнешле уйында Бөрйән районынан килгән Рөстәм Ғәйетбаев лайыҡлы рәүештә еңеүсе тип табылды.

Төрлө уйындар уҙғарыуға тәғәйенләнгән майҙанда халыҡтың ҡайнап тороуы ял итергә, күңел асырға, үҙҙәрен күрһәтергә теләүселәрҙең күплеге менән бәйле ине. Оҫталар Баймаҡ урмансылығы ойошторған ағас бысыуҙа һәләтен күрһәтһә, икенселәр арҡан тартышты. Тыныс ял итергә яратыусылар күләгәлә рәхәтләнеп шашка-шахмат уйнаны. 


Майҙанда уҙған түләүле уйын-аттракциондарҙа ла кешеләр теләп ҡатнашҡандыр, моғайын. Мәҫәлән, руле ватыҡ велосипед менән бер-ике метр араны үтә алһаң, 100, 300 һум аҡса оторға була ине. Тик унда ҡатнашыу өсөн 50 һумыңды түләргә кәрәк. Башҡаларҙың һис кенә уйын шартын үтәй алмауын күргән бер ағай дәртләнеп китеп, велосипедҡа атланды... һәм “һә” тигәнсе байтаҡ аҡсаһын елгә осорҙо. Ә бына бер урында турникта 2 минут аҫылынып торған өсөн 2 мең һум аҡса вәғәҙәләйҙәр икән. Кеше байтаҡ йыйылып киткән, тик берәүҙең дә ике минут тотоноп торор әмәле юҡ бит, әй. Әллә турнигы хикмәтле, әллә егеттәр мөсһөҙ.
Балалар өсөн ырғый-һикерә торған  батуттар янында үҙе бер һабантуй. Ата-әсәләр арып-талып, балаларының һикереп туйғанын көтә, ә бәләкәстәр батарейка менән эшләүсе уйынсыҡ кеүек әйләнә лә әйләнә. Уларға эҫе лә түгел, арымайҙар ҙа... 
Үҙенә генә хас һыҙаттары булған быйылғы һабантуй ҙа үтте лә китте. Байрамға йыйылған халыҡ матур тәьҫораттар “тейәп”, көн кискә ауышҡас ҡына арып-талып ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы.

А.Мөхәмәтшин, Л.Такаева, С.Кейекбирҙина, А.Ишназаров әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.