22 июн. 2012 г.

СӘФӘРҘӘР

АТА-БАБАЛАРЫ ЭҘЕНӘН

Йәкшәмбелә районыбыҙға ғәҙәти
булмаған ҡунаҡтарҙың юлы төштө.

   Заманында Төркиә илен төйәк иткән башҡорт Әхмәт Ураллының балалары ата-бабаларының эҙен юллау маҡсатында ойошторған экспедиция ине ул.      

    Һағынырмын Уралҡайым буйҙарын...

     Яҙмышы Әхмәтзәки Вәлидиҙекенә оҡшаш Әхмәт Мәхмәт улы (бәлки, Мәхмүт, Мөхәммәттер) 1896 йылда, балалары әйтеүенсә, Өфөлә тыуған. Әсәһе – Мәмдүһә (Мәмдүхә йәки Мәмдүҙә лә булыуы бар). Октябрь революцияһы башланған мәлдә ул Мәскәүҙә университетта уҡыған. Утлы ваҡиғалар мәлендә ата-әсәһе Әхмәткә ҡайтырға ҡуша. Ҡайтҡанда ата-әсәһе, туғандары өйҙә булмай, бары тик ике туған ағаһының улы менән генә осраша.

     Егет артабан Әхмәтзәки Вәлидиҙең ҡораллы сафтарына ҡушыла. Был ғәскәрҙе ҡыҙылдар Камчаткаға тиклем ҡыуып алып барғас, Әхмәт яралана. Унан һуң ул күп кенә башҡорттар йәшәгән Япония иленә сыға. Байтаҡ илдәр аша үтеп, 1925 йылда Төркиәгә килеп юлыға.
     Шәхси тормошона килгәндә, Ыгдырҙа йәшәгән мәлендә өйләнә, ләкин ҡатыны бала тапҡанда вафат була, сабый ҙа үлә. Әхмәт икенсегә Зөһрә исемле әзербайжан ҡыҙын ала. Ғаиләләрендә алты бала тыуа. Тап ошо балаларҙың дүртәүһе  ата-бабаларының йәшәгән ерен юллап сәфәргә сыҡҡан да инде. Улар – Эрол, Өзәр бейҙәр, Арзу, Ниһаль ханымдар. Эртуғрул туғандары килә алмаған. Иң өлкәндәре Тургут яңыраҡ мәрхүм булған. Ә Әхмәт Ураллы үҙе 1960 йылда баҡыйлыҡҡа күсә.
   Эрол бей белдереүенсә, аталары Төркиәлә йәшәй башлағас, үҙен башҡортмон тигән, әммә уға: “Башҡорт кем һуң ул, ҡайҙа ул башҡорттар?” – тип ҡаршы сығыусылар була, уны татар Әхмәт тип йөрөтөргә уйлайҙар. Шуға ла ул үҙенең Уралын һағынып Ураллы булып китә.         
     Атайыбыҙҙың Совет илендәге дәүләт ҡоролошо арҡаһында ҡайта алмай тыуған ерҙәрен зарығыуы беҙгә күсте, тиҙәр балалары. Шуға ла ҡунаҡтарҙың һәр нәмәгә, күренешкә иғтибар итеүҙәре, ҡыҙыҡһыныуҙары тәбиғи ҙә һымаҡ. Улар күп кенә музейҙарҙа, республиканың байтаҡ мөйөштәрендә була. Ошо көндәрҙә Ураллылар Йылайыр районында Әхмәтзәки Вәлиди менән бәйле Урындарҙа булғас, юлдары беҙҙең яҡтарға төштө. 
    

      Тыуған илгә ҡайтыу

     Беҙ ҡунаҡтарҙы ҡалаға Йылайыр яғынан ингән юлда ҡаршы алдыҡ. Төрөк һәм башҡорт телдәренең туғандаш булыуының файҙаһы тейҙе – аралашыуы бер ҙә ҡыйын булманы. Тәржемәсе, радио журналисы Сәмиға Ғафарова ярҙамында әңгәмә йәнле алып барылды. Ураллыларҙың ата-бабалары ерҙәренә шундай талпыныу, һағыныу менән килеүҙәре беҙҙең яҡтың тәбиғәтенә йотлоғоп ҡарауҙарынан, өҙлөкһөҙ фото һәм видеоға төшөрөүҙәренән күренә ине.
     Ҡунаҡтарҙы ҡала менән таныштырғас,  Ҡаратал ауылына юлландыҡ. Унда йәш ғаилә – Алһыу һәм Ғәфүр Күсәрбаевтарҙа ҡымыҙ эшләү процесы күрһәтелде. Бейә һауыу, һөткә ҡур өҫтәп һаумал ҡымыҙ әҙерләп тәмләтеү “тамашасылар”ҙың күҙ алдында башҡарылды.
     Артабан делегация Темәскә юл тотто. Тыуған яҡты өйрәнеү музейында Әхмәтзәки Вәлидиҙең бюсы янында фотоға төшкәс, ҡунаҡтар эскә үтте. Тарих йортоноң директоры Рәмилә Әбсәләмова Темәс ауылының үткәндәре, музей, бындағы тарихи сыуалыштар тураһында ентекле  һөйләне (һүрәттә). Ураллылар экспозицияларҙы – башҡорт ғаиләһенең көнкүрешен, ихтилалдар мәлен һүрәтләгән диораманы һәм картиналарҙы ҡараны.
     Икенсе ҡаттағы Әхмәтзәки Вәлиди һәм уның иптәштәрен һынландырған балауыҙ һындар алдында ҡунаҡтар тулҡынланып оҙаҡ баҫып торҙо. Унан һуң улар стендтарҙағы фотоларҙы айырыуса диҡҡәт менән ҡарап, тикшереп сыҡты.
  Эйе, был көндө алыҫ илдән килеүсе төрөк ҡунаҡтарының үҙҙәрен башҡорт итеп тойоуын күҙәтеүе күңелгә дәрт, халҡыбыҙ, илебеҙ, уның тарихына ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Нисек кенә булмаһын, Ураллылар туғандарын табырға өмөтләнә. Хәҙерге мәғлүмәт заманында, күптәрҙең архивтарға инеү мөмкинлеге булғанда, кемдеңдер шәжәрә ағасында 1896 йылғы, 1917 йылда Мәскәүҙә уҡыған Әхмәт – Мәхмәт (был исем башҡорттарҙа һирәгерәк, бәлки, башҡа вариантталыр) йәки Мәмдүһә улы Әхмәт барҙыр әле, моғайын. Кешене тыуған ере йәшәтә, унан айырылырға ярамай. Ата-бабаларҙың ерен, тарихын ҡәҙерләүҙе Ураллыларҙың ғаиләһендә асыҡ күрергә, унан өлгө алырға мөмкин.

     Айбулат ИШНАЗАРОВ.
     Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.