27 июн. 2012 г.

Коррупцияға ҡаршы

Закон үтәлергә тейеш


Баймаҡ районы прокуратураһы коррупцияға ҡаршы ниндәй эштәр алып барылыуын тикшерҙе. Уның барышында туғыҙ ауыл биләмәһендә закондың үтәлмәүе – был енәйәткә ҡаршы эш планы төҙөлмәүе асыҡланды.
 

22 ауыл биләмәһендә “Коррупцияға ҡаршы” Федераль Закондың 13.1-се статьяһы үтәл-мәүе асыҡланды (коллектив ышанысын юғалтҡан кешене эштән бушатыу тураһындағы норматив-хоҡуҡи акттар ҡабул ителмәгән).
 
Район прокуроры закон кү-ҙәтелмәгән ауыл биләмәһе башлыҡтарына был етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала хәл итергә тәҡдим итте.   
 
Шулай уҡ муниципаль хеҙмәт вазифаларына эшкә алғанда ла етешһеҙлектәр булырға тейеш түгел. Билдәле булыуынса, ул конкурс тәртибендә үткәрелә. Был йүнәлештәге норматив-хоҡуҡи акттар законға ярашлы төҙөлөргә һәм үтәлергә тейеш.
.
Баймаҡ прокуратураһы коррупцияға ҡаршы сараларҙы ар- табан да даими рәүештә үткәреп барасаҡ.
 
А. ТИМЕРХАНОВ,
прокурор ярҙамсыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.