20 июн. 2012 г.

Сәфәрҙәр

Илеш һабантуйы – халҡының рухи балҡышы

Ә уларҙа... ямғыр яуа!

Юлдар...Юлдар... Улар ни тиклем алыҫ, әҙәм балаһының ғүмере кеүек берсә көҙгөләй шыма, берсә һикәлтәле булған һайын, күңелеңә яҡын, хатта йөрәк тибешеңә тиң була. Биш тиҫтә йылға яҡын бер туғандарҙай аралашып йәшәгән Илеш районының һабантуйына юл тотҡанда һәр кемебеҙҙе мең-мең уй солғап алғандыр. Беҙҙең делегация – Баймаҡ ҡаҙналыҡ бүлеге начальнигы Илгиз Мөрит улы Салихов, ҡала Советы секретары Нурия Шамил ҡыҙы Сирбаева ғаиләләре менән 9 июндә алыҫ туғандаш районға йүнәлде. Республикабыҙҙың бер сигенән икенсе сигенә тиклем сәфәр ҡылыу һәр кемдең күңелендә мәңге онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Етмәһә, барыбыҙҙың да ул яҡтарға тәүге тапҡыр юлланыуы йөрәк хистәрен тағы ла арттырҙы.


Ниндәйҙер аяуһыҙ һынауға дусар булып, һыуһыҙ сарсаған туған районыбыҙҙан алыҫлашҡан һайын тәбиғәт йәшеллеге, үлән бейеклеге менән һоҡландырҙы.
Илеш районына ингәндә йылы, йәйге ямғыр ҡойоп яуа башланы. Һәр кемебеҙ: “Эх, был шифалы ямғыр беҙҙең районға юл алһа ине”, – тип теләне. Район сигендә беҙҙе “Маяҡ” район гәзитенең директор-мөхәррире Рөстәм Хисаметдинов һәм уның хеҙмәткәрҙәре икмәк-тоҙ, ҡымыҙ һәм сәк-сәк менән ҡаршы алды. Артабан беҙ  “Орленок” балалар лагерына юл алдыҡ. Ямғырҙан һуң тағы ла сафланған, хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан лагерҙа Илеш районының ғына түгел, ә күрше ҡалаларҙың мәктәп уҡыусылары ла ял итә. Балалар өсөн көн дә төрлө саралар ойошторола, һау-сәләмәт тормош алып барыуға ҙур иғтибар бирелә. Көн дә бассейнға барыу, экскурсиялар ҡаралған. Лагерь тормошон үҙ иткән ҡыҙҙар һәм малайҙар “Орленок”ка йыл һайын килергә атлығып тора икән.

Үрге Йәркәйҙә

Билдәле йырсы Алһыу Сафина тыуған ауылды күрергә кем генә хыялланмай! Уның атаһы Рәсәй Федерацияһы Советы ағзаһы сенатор Рәлиф Сафин да тыуған ауылының һабантуйында һәр саҡ ҡатнаша икән.


Районда халыҡтың һаулығын нығытыу, балаларҙы сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү өсөн ҙур иғтибар бирелә. Беҙ экскурсия яһаған йөҙөү-физкультура комплексы заманса ҡоролошо менән генә түгел, ә унда тәрбиәләнеүселәрҙең еңеүҙәре менән иғтибарҙы йәлеп итте. Балалар айырыуса йөҙөү буйынса күп тапҡыр призлы урындарға лайыҡ булған. Ата-әсәләр улдарын һәм ҡыҙҙарын был секцияға ҙур теләк менән йөрөтә. Халыҡтың тренажер залына ихлас йөрөүе лә илештәрҙең һау-сәләмәт тормошто үҙ итеүен дәлилләне. Шулай уҡ мәҙәниәт һәм ял паркы ла ауылдың йәмле ял итеү урынына әүерелгән. Бында балаларҙың ғына түгел, ә ололарҙың да шатлығына төрлө күңел асыу урындары, каруселдәр һ.б. эшләй.  
Ауылдың төҙөклөгө, сүп-сар түгел, әрем кеүек ҡый үләне үҫмәүе лә шунда уҡ күҙгә ташланды. Йәркәйҙәр әйтеүенсә, уларға сенаторҙары бик ҙур ярҙам күрһәтә. Һәр йорттоң алдына асфальт түшәткән, даими рәүештә ауылды төҙөкләндереүгә аҡса бүлә. Беҙ урынлашҡан ҡунаҡхананы ла ул төҙөттөргән икән. Ял итеүселәр өсөн бында ресторан да, мунса ла, бассейн, боулинг, бильярд һ.б. бар. Ауылдың гөрләп-шаулап үткән күңелле туйҙары ла “Алһыу Роза”ла уҙа. Яңы никахлашҡан парҙар өсөн бүләк бонустары ла ҡаралған. Шуға күрә Үрге Йәркәй халҡы тыуған ауылы тураһында онотмаған, хәстәрлек күргән Сафиндар менән хаҡлы рәүештә ғорурланып йәшәй. 
Ауылдың мәсете бер ҡасан да буш тормай, кешеләр унда ҙур теләк менән йөрөй икән. Беҙ ҙә алыҫ юлға имен килеп етеүгә шөкөр ҡылып, хәйер биреп сыҡтыҡ. Халҡыбыҙ “Иманың юлдаш булһын!” тип юҡҡа ғына әйтмәгән бит.   

Уңғандар иле

Илеш районы иген культуралары үҫтереү, ит һәм һөт етештереү буйынса махсуслашҡан. Шулай уҡ урындағы сәнәғәт, халыҡты көнкүреш һәм сауҙа хеҙмәтләндереүе киң үҫеш ала. Район хужалыҡтарында тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреүгә ҙур иғтибар бирелә. Шуға күрә һабантуй байрамы һәр кем өсөн оло тантана булып тора. Бер-береһе менән ярышып, сәмләнеп йәшәү—илештәрҙең төп һыҙаты. Был хужалыҡтарҙың үҙ-ара ярышыуында ныҡ ҡына һиҙелә. Йомғаҡ яһалғанда кешеләрҙең тын да алмай тыңлауы, еңеүселәрҙе йылы һүҙҙәр менән тәбрикләүе лә уларҙың эшһөйәрлеген һәм хеҙмәт батырҙарын данлай белеүен күрһәтте.


Илеш районының һабантуйы быйыл ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, осоусы Муса Гәрәевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланды. Һабантуйҙа илештәрҙе Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев тәбрикләне. Ул халыҡты яҙғы сәсеү тамамланыуы менән ҡотлап, Башҡортостан Президенты Р.З. Хәмитовтың иң изге теләктәрен еткерҙе. “Район йылдан-йыл үҫеүе, алға барыуы менән айырылып тора. Киләсәктә беҙ хәҙер юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттарҙың Илеш районына кәрәкле белгестәр булып ҡайтыуын көтәбеҙ”, – тине ул.


Артабан К.Б. Толкачев район алдынғыларын Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамоталары менән, ә Илеш районы Советы секретары Фәһим Әйүповты Почет билдәһе менән бүләкләне.
Илештәр Рәлиф Сафиндың байрам менән ҡотлап, артабан үҙе һәм ҡыҙы Алһыу исеменән район мәҙәниәт бүлегенә автобус бүләк итеүен оҙайлы алҡыштарға күмде. “Райондаштарымдың ни тиклем дәртле, моңло халыҡ икәнлеген яҡшы беләм. Шуға күрә был автобус менән һеҙгә яңынан-яңы гастролдәргә сығып, сәнғәт һөйөүселәрҙе ҡыуандырырға яҙһын”, – тине ул.
“Һүҙ беҙҙең Баймаҡ туғандарға бирелә!” – тигән белдереү ҙә һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте. Эйе, илештәр беҙҙе “Баймаҡ туғандар” тип кенә йөрөтә. Бында Баймаҡтан икәнлегеңде белһәләр, һәр кем һинең менән күптән күрмәгән дуҫы кеүек һөйләшеп, изге теләктәрен теләп китә. Шуға күрә И.М. Салиховтың Баймаҡ районы халҡы исеменән уларҙы ҡотлауын, беҙҙең хозур тәбиғәт төшөрөлгән картина тапшырыуын илештәр бик йылы ҡабул итте.

Йыр-моңға тулы тантана


Илеш һабантуйы сағыулығы, йәйғорҙоң бар төҫтәрен үҙенә алыуы менән һоҡландырҙы. Һабантуй урыны ауыл ситендә һәм төп ҡоролмалары – сәхнә, трибуна, ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү урыны, бәйге, ярыш майҙандары һ.б. – капиталь ҡоролмалар даими итеп төҙөлгән һәм йыл әйләнәһенә файҙаланыла. Әлбиттә, быйыл тантанала иң ҙур иғтибар Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевҡа бирелде. Илеш мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре геройҙың сабый сағынан алып уның һуңғы көндәренә тиклем тормош юлын сәхнәләштерҙе. Рухи күтәренкелек, ысын йөрәк һүҙҙәре менән алып барылған сығышты ҡарағанда күптәр күҙ йәштәрен тыя алманы. Һабантуйҙа Муса Гәрәевтың тормош юлдашы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Галина Алексеевнаның ҡатнашыуы ла тантанаға мәртәбә өҫтәне. Илештәр һуғыш ветеранын оло ғорурлыҡ менән тәбрикләп, уға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Билдәле осоусы Муса Гәрәев менән район халҡы бик тә ғорурлана. Ысынлап та, тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәтеп, фашистарҙы аяуһыҙ тар-мар иткән яугирҙың һуғышты бер яра ла алмай сығыуы үҙе мөғжизәгә тиң бит.
Советтар Союзы Геройына арналған тантанала авиашоу ойошторолоуы айырыуса матур күренеш булды. Уларҙан һуң майҙанға парашютсыларҙың төшөүе һабантуйҙы йәнләндереп ебәрҙе. Кескәй балалар күктән төшкән ағай-апайҙар менән фотоға төшөп ҡалыу өсөн уларҙың янына атлыҡты.


Илештәр һырғауылға менеү йолаһын да үҙенә күрә бер сәмле ярышҡа әйләндергән. Бында юғарыға менеп, бүләк кенә алып төшөү күптән бер кемде лә ғәжәпләндермәй. Уның ҡарауы ағалы-ҡустылы ике кескәй малайҙың бағанаға уҙышып менеп китеүе, унан һуң бер ниндәй страховкаһыҙ төрлө күнекмәләр эшләп күрһәтеүен ҡарап, ҡотобоҙ осто. Малайҙарҙың бейектә ҡулдарын ебәреп, аяғы менән генә йәбешеп тороуын ҡарау һалҡын ҡанлылыҡты талап итте.
Илештәр гармунда өҙҙөрөп уйнауы менән айырылып тора. Шуға күрә гармунсыларҙың парад менән үтеүе көслө алҡыштарға күмелде. Уларҙың иң олоһона – 82, иң кесеһенә 8 йәш булыуы ла иғтибарҙы йәлеп итте. Ә инде музыка мәктәбенең ҡурайсылар ансамбленең төрлө башҡорт көйҙәрен һыҙҙырыуы айырыуса күңелебеҙгә хуш килде. Бында балалар ҡурай түңәрәгенә ҙур теләк менән йөрөй икән.


Был көндө илештәр үҙҙәренең хеҙмәт алдынғыларын ғына түгел, ә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, йәш парҙарҙы, художестволы гимнастика, футбол, волейбол һ.б. спорт төрҙәре буйынса алдынғыларҙы тәбрикләне.
Ауыл хужалығы техникаһының парады үҙе бер айырым шоуға әйләнде. Ҡеүәтле техникаға һоҡланып бөтә алманыҡ. Ә уларҙың йөк машинаһына иген тейәп күрһәтеүенә һәр кем таң ҡалды. Шундай ҙур, ҡеүәтле машиналарҙы уйынсыҡ урынына уйнатҡан, тыңлатҡан кешеләргә нисек һоҡланмайһың!
Илеш һабантуйы шаулап-гөрләп һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Хужалыҡтар ҡуйған тирмәләр ҙә урындағы халыҡтың йәшәйешен, йолаларын, фольклорын тулыһынса сағылдыра алған ине. Кешеләр ваҡыты-ваҡыты менән яуып алған ямғырға иғтибар итмәй рәхәтләнеп ял итте, ат сабышын ҡараны, милли уйындарҙа ҡатнашып, приздар алды.

Дуҫлығыбыҙ мәңге һүрелмәһен!

Артабан беҙ “Маяҡ” район гәзите редакцияһына юл алдыҡ. Коллегаларымдың эш шарттары менән танышыу минең өсөн айырыуса ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле булды. Гәзит башҡорт, татар һәм рус телдәрендә баҫыла икән. Шуға күрә бында өс телгә тәржемә итеүселәр ҙә бар. “Маяҡ” журналистары үҙҙәренең эш көндәре, бергәләшеп ял итеү мәленән һүрәтләмәләр ҙә элеп ҡуйған. Гәзиттең музейы иһә уның барлыҡҡа килеү тарихы, билдәле ҡәләм оҫталары, райондың күренекле кешеләре, журналистар тураһында бик бай мәғлүмәт туплаған.


Ҡунаҡсыл, эшсән һәм уңған Илеш районы халҡы менән хушлашып, ҡайтыу яғына юл алдыҡ. Күңелдә – бөтмәҫ шатлыҡ, яңы таныштарҙан, мәртәбәле райондан алған һүнмәҫ сағыу тәьҫораттар ине. Эйе, Баймаҡ – Илеш дуҫлығы ике район халҡы өсөн дә оло әһәмиәткә эйә. Бының тураһында илештәр менән баймаҡтар ғына түгел, ә башҡа райондарҙың кешеләре лә телгә ала. Ваҡытында республиканың бөтә райондары ла үҙ-ара хеҙмәттәшлек һәм дуҫлыҡ килешеүҙәре төҙөп, аралаша башлап, бөгөн уның беҙҙә генә һаҡланыуын уйлаһаң, был дуҫлыҡтың ни тиклем ҡәҙерле һәм ҡиммәтле икәнлеген аңлайһың. Шуны ла билдәләп китергә кәрәк, Илеш районының һәр ауылында Баймаҡ килендәре бар.



Мәғлүм булыуынса, быйыл Баймаҡ – Илеш дуҫлығына 48 йыл тулды. Матур йолаға юл һалыусыларҙы хәҙер йәшерәк быуын алмаштырып та өлгөрҙө. Шуға күрә беҙҙең делегация вәкилдәрендә ошо дуҫлыҡтың башланып киткән тәүге сәғәтен, көнөн теүәлләү теләге уянды. Ысынлап та, кем иң беренсе булып, ҡайҙа һәм ниндәй шарттарҙа Баймаҡ – Илеш дуҫлығына нигеҙ һалды икән? Быларҙың барыһын да асыҡлау өсөн Баймаҡ-Илеш сайтын асыу тәҡдиме индерелде. Унда ике райондың тарихы ла, күренекле кешеләре лә урын аласаҡ, ә иң мөһиме – бар мәғлүмәттәр һаҡланып барасаҡ. Илештәр ҙә был тәҡдимгә ҡуш ҡуллап риза булды. Эйе, заманында «Баймаҡ – Илеш» гәзите лә баҫылғайны. Ул да ике район дуҫлығының ҡәҙерле тарих биттәре булып һаҡлана. Хәҙер инде, заман менән бергә атлап, Интернет аша ла матур йолабыҙҙы дауам итеү бик тә мөһим.
Эйе, бар республика халҡының иғтибар үҙәгендә булған Баймаҡ – Илеш дуҫлығы йәшәүен дауам итә. Киләсәк быуындар ҙа был матур йоланы күҙ ҡараһындай һаҡлар тип ышанғы килә. Тормош һәм йөрәк ҡушыуы буйынса килгән дуҫлыҡ хистәребеҙ мәңгелек булһын!

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Баймаҡ-Илеш-Баймаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.