22 июн. 2012 г.

ХОҠУҠ ҺАҠЛАУ

Аттестациялау мотлаҡ

  Баймаҡ районы прокуратураһы тарафынан мәғариф учреждениеларында эш урындарын аттестациялау буйынса хеҙмәт закондарының үтәлеше тикшерелде. Был сара ваҡытында бик күп етешһеҙлектәр табылды. Улар буйынса район прокуроры Баймаҡ судына 50 дәғүә ғаризаһы менән мөрәжәғәт итте.

  РФ Хеҙмәт Кодексының 212-се статьяһына ярашлы, һәр эш биреүсе мотлаҡ аттестациялау үткәрергә тейеш. Был сара ни өсөн кәрәк һуң? Аттестациялау барышында ойошмала хеҙмәт шарттары ҡарала, хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын һаҡлау, хәүефле һәм зыянлы шарттарҙа эшләүселәргә льготалар һәм компенсациялар булдырыла. Шулай уҡ иҫкергән ҡоролмаларҙы алмаштырыу, кешеләрҙе һаҡлау саралары һ.б. күҙәтелә.
     Етәкселәргә мөрәжәғәт итеп шуны әйтке килә: әгәр һеҙ ваҡытында аттестациялау үткәрмәһәгеҙ, был хоҡуҡ боҙоу булып һанала һәм һеҙгә закон алдында яуап бирергә тура киләсәк.

     И. МОРТАЕВ, район прокуроры ярҙамсыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.