3 июн. 2012 г.

ИСЕМ ТУЙҘАРЫ

     Урман ҡыҙы


     Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, көндән-көн виртуаль донъяға инеп, ябай китаптарҙан айырыла барһаҡ та, йөрәктәребеҙҙә әҙәби ижадҡа булған ынтылыш, һөйөү кәмемәгән әле. Күңелдәр рухи аҙыҡҡа мохтаж. Яңыраҡ ауылыбыҙҙа яҡташ шағирәбеҙ Зилә Ғәйетҡолова менән осрашыуға йыйылғандарҙы ла нәҡ шиғриәткә оло мөхәббәт берләштергәндер.
     Зилә Вәлләм ҡыҙы үҙен тынғыһыҙ уҡытыусы һөнәренә бағышлаһа ла, әҙәби ижадҡа тоғролоҡ һаҡлай. Хәйер, уҡытыусы шул уҡ ижади шәхес бит инде. Уның шиғырҙары башлыса тыуған яҡ тәбиғәтен данлай. «Үҙемдең тормошомдо тәбиғәтһеҙ, йәшел урмандарһыҙ, зәңгәр күлдәрһеҙ, йылан кеүек борғоланып аҡҡан йылғаларһыҙ күҙ алдыма килтерә алмайым», – ти ул. Йәш шағирәнең ошо көндәрҙә генә донъя күргән беренсе шиғри йыйынтығының «Урман ҡыҙымын» тип исемләнеүе лә тап шуға бәйлелер ҙә, бәлки. «Бәс, тыуған яҡ тәбиғәте менән кем һоҡланмаҫ», – тиер бәғзе берәүҙәр. Дөрөҫ, ләкин ошо һоҡланыу-яратыуыңды үҙеңдә йомоп түгел, ә иң нескә хистәргә төрөп, уны зауыҡлы бер шиғыр юлдарына һалып, әҙәби тел менән башҡаларға еткерә белеү ҙә кәрәк бит әле. Бындай һәләт бөтәһенә лә бирелмәгән.
     «Урман ҡыҙымын» китабының исем туйына йәше-ҡарты берҙәй йыйылды. Урындағы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары Зилә апайҙың шиғырҙарын ятлап ишеттерҙе; ауылдаштары, тиңдәштәре китапҡа ҡағылышлы үҙ фекерҙәрен еткерҙе. Зилә Вәлләм ҡыҙының тәүге уҡытыусыһы Гәүһәр Әғзәм ҡыҙы Мусина уҡыусыһының мәктәп йылдары, нисек уҡыуы тураһында иҫләп үтһә, әсәһе Рыҫбикә инәй уның бала саҡ шуҡлыҡтарын хәтергә алды. Бер туған ағаһы Айҙар Ғәйетҡолов бала саҡта, атай-әсәй өйҙә юҡта һеңлеләре менән өйҙөң аҫтын-өҫкә килтереп үҫһәләр ҙә, хәҙер шул ваҡыттарҙы һағыныуын йәшермәне. «Барыбер үҙ-ара дуҫ, татыу булып үҫтек беҙ һәм әле лә шулайбыҙ, тик йыш күрешеп булмай», – тине ул. Кисәнең иң тулҡынландырғыс өлөшө, әлбиттә, Зилә Вәлләм ҡыҙының үҙе башҡарыуында шиғырҙарын тыңлау булғандыр.
     Осрашыу кисәһе йыр-моң менән бергә үрелеп барҙы. Ауыл китапханаһы мөдире Люциә Әхмәт ҡыҙы Мусина шағирәгә ижади уңыштар теләп, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. «Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы» тигәндәй, йәш авторҙың 200 дана тираж менән район типографияһында баҫылып сыҡҡан китабы барыһы өсөн дә иң оло бүләк булғандыр. Йыйылыусылар киләсәктә Зилә апайҙың яңынан-яңы китаптары сығып тороуын теләне.
     Баймаҡ ере – таланттарға бай яҡ. Серле шиғриәт күгендә күптән яҡты йондоҙ булып ҡабынған Зилә Ғәйетҡолованың башҡаларҙы ҡабатламаҫ үҙенсәлекле ижады әлеге әйтемде тағы бер тапҡыр иҫбатланы.     

     И. САФИУЛЛИН.
     Үрге Яйыҡай ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.