1 июн. 2012 г.

Һүҙ – делегатҡа

Партияның төп маҡсаты – тотороҡлолоҡ


Ошо көндәрҙә мөһим сәйәси ваҡиға – “Берҙәм Рәсәй”Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының 13-сө съезы үтте. УлМәскәү ҡалаһының “Манеж” үҙәк күргәҙмә залында 26 майҙа асылды. Съезд эшендә 600-ҙән ашыу делегат, шулайуҡ киң мәғлүмәт саралары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, сит илдән килгән ҡунаҡтар ҡатнашты.

Республикабыҙҙан Башҡортостан Президенты етәкселегендә 17 делегат һәм саҡырылған ҡунаҡтар барҙы. Беҙ ошо делегация ағзаһы, муниципаль район Советы секретары Р.З. Ишбулатов менән партия съезы, унда күтәрелгән проблемалар, тәьҫораттары тураһында һөйләштек.

– Беҙҙең делегация составының күп өлөшөн йәштәр тәшкил итте, уларҙың төрлөһө төрлө ерҙә эшләй: кемеһелер район хакимиәте йөгөн тарта, кемдер төҙөүсе, парк директоры һ.б. Беҙ 24 майҙа төндә самолет менән Мәскәүгә остоҡ. “Космос” ҡунаҡханаһына урынлаштырҙылар. Иртәгеһенә секцияларға бүлделәр (бөтәһе өс секция эшләне), мин беренсеһенә эләктем. Беҙҙең алда бер сәғәтлек доклад менән РФ Хөкүмәте Премьер-министры Д.А. Медведев сығыш яһаны. Күп һорауҙар партия төҙөлөшөнә һәм идеологик эшкә арналды.
26 майҙа съезд асылды. Көн тәртибендә төп мәсьәләләр – кадрҙар мәсьәләһе һәм партия Уставына үҙгәрештәр индереү. Үҙгәрештәр партияның эске тормошо ҡағиҙәләренә (кадрҙарҙы яңыртыу, сәйәси дебаттар, альтернатив һайлауҙар үткәреү, йәшерен тауыш биреү һ.б.) ҡағыла. Съездың мөһим мәсьәләһе партияның яңы рәйесен һайлау булды.
Съезды РФ Президенты В.В. Путин асып, тәүҙә илдең ижтимағи-сәйәси хәле торошона баһа бирҙе. Уның әйтеүенсә, Президенттың төп бурысы – барлыҡ сәйәси көстәрҙе берләштерә белеүе. “Әлеге ваҡытта беҙ һуңғы һайлау кампаниялары барышында һайлаусылар тарафынан күтәрелгән мәсьәләләрҙе конкрет эштәр аша хәл итергә тейешбеҙ. Халыҡтың ышанысын яуларға, йәшәү кимәлен яҡшыртырға,  ҡайҙа ғына эшләмәһендәр, партиялылар яуаплылығын арттырырға кәрәк, – тине ул. – “Берҙәм Рәсәй” асыҡлыҡ стандарттарын барлыҡҡа килтерә. Бөтә донъя демократия практикаһы күрһәтеүенсә, Хөкүмәт етәксеһе илдә өҫтөнлөк итеүсе партиянан һайлана һәм төп ҡарарҙарҙы, закондар сығарыу инициативаларын тормошҡа ашырғанда парламент күпселегенә таяна”. Владимир Владимирович партия рәйесе итеп Д.А. Медведевты тәҡдим итте. 
“Төбәк башлыҡтары, административ үҙәк мэрҙары, муниципаль берәмек башлыҡтары вазифаларына кандидаттар тура һәм йәшерен тауыш биреүҙең альтернатив нигеҙендә партияның төбәк конференцияларында һәм урындағы йыйылыштарында ҡаралырға һәм күрһәтелергә тейеш. “Берҙәм Рәсәй”ҙәр үҙҙәренең ҡараштарын һәм ҡиммәттәрен тағы ла әүҙемерәк пропагандаларға бурыслы. Ирешелгән уңыштарҙа туҡтап ҡалырға ярамай, алға табан хәрәкәт итергә кәрәк. Беҙҙең партия ағзалары һәр структурала эшләргә, ә партия эсендә демократия үҫергә тейеш. Бынан тыш, йәштәр менән айырым эшләргә кәрәк, был эш беренсе урында булырға тейеш. Интернетта ла популярлыҡ яулау мөһим. Мәҫәлән, әһәмиәтле темалар буйынса электрон форумдар булдырырға. Асыҡ сәйәсәт ойоштороу ҙа (бәхәстәр, дискуссиялар, дебаттар) мотлаҡ. Партияла “ваҡытлыса” үткенселәр булырға тейеш түгел. Был балластан ҡотолорға кәрәк. Шулай уҡ тәнҡитте лә ҡабул итергә өйрәнергә, яңы интеллектуаль мөхит тыуҙырырға. Биш йылдан “Берҙәм Рәсәй”ҙәр Дәүләт Думаһында күпселекте тәшкил итергә тейеш”, – тине үҙ сығышында Д.Медведев. Асыҡ һайлауҙар ваҡытында Дмитрий Анатольевич бер тауыштан партия рәйесе итеп һайланды.
“Берҙәм Рәсәй”ҙә кадрҙар составы ғына түгел, партия Уставы ла үҙгәрә. Мәҫәлән, бөтә кимәлдәге партия етәкселәрен һайлау тураһында һүҙ барған үҙгәрештәр бер тауыштан ҡабул ителде. Съезда ҡатнашыусылар партияның Юғары советы рәйесе  итеп Борис Грызловты, Генераль совет секретары итеп Сергей Неверовты һайланы. Был структура ҙур яңырыу кисерҙе: йәғни 170 кешенең 100-ө тәүге тапҡыр һайлана.
Съезд барышында сығыш яһаусылар байтаҡ булды. Улар араһынан миңә Төбәктәр партияһы рәйесе, Украинаның Премьер-министры Николай Азаровтың сығышы оҡшаны. Уның фекеренсә, илдә реформаларҙы сәйәси тотороҡлолоҡ булғанда ғына үткәрергә була.
Дөйөм алғанда, съезд бик эшлекле шарттарҙа үтте. Тәьҫораттарға килгәндә, мин Мәскәүҙә беренсе тапҡыр булдым. Урамдарҙа транспорт ағымы бик көслө, сит ил автомобилдәре күпселекте тәшкил итә. Ҡыҙыл Майҙанда, ҡунаҡхана тирәһендә сит ил туристары, айырыуса ҡытайҙар һәм немецтар  күп ине. Нимәһе ҡыҙыҡлы: улар урта һәм оло йәштәгеләр.
Һайлау кампанияларында ҙур яуаплылыҡ тойоп һәм ҡатнашып, сәйәси әүҙемлек күрһәтеп, миңә “Берҙәм Рәсәй” партияһы съезында ҡатнашыу мөмкинлеге биргән район һәм ҡала халҡына, делегатлыҡҡа тәҡдим иткән район етәкселегенә, партия буйынса коллегаларыма ҙур рәхмәтлемен.

Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.