27 июн. 2012 г.

Хаттарҙан юлдар

Миңә майҙа Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының хирургия бүлегендә дауаланырға тура килде. Был бүлекте үҙ эшенең оҫтаһы Илдар Ғимаҙи улы Хәсәнов етәкләй. Шулай уҡ хирург Айбулат Тимербулат улы Иманов һәм Илфат Мансур улы Мөхәмәтйәров бурысына бик яуаплы ҡарай. Пост, процедура, дежур медсестралар Айгөл     Теүәлбаева, Флорида Лебедь, Елена Пустыльникова, Дилара  Теләүбирҙина, Зәлиә Теләүсина, Гөлсинә Әминева, ашнаҡсылар, санитаркалар дарыу менән генә түгел, ә үҙҙәренең мөләйем йөҙҙәре, татлы һүҙҙәре, тәмле аштары менән дә дауалайҙар. Барыһына ла бәхет теләп, оло рәхмәтемде белдерәм. Һәр саҡ шулай көләс йөҙлө, оло йөрәкле, кешелекле һәм кеселекле булып ҡалығыҙ.

Ихтирам менән, 1-се палатала дауаланыусылар исеменән –  Сәфәрғәле Йәрмуллин.
Ишмөхәмәт ауылы.


* * *
Хәҙер Баймаҡта бик ҙур  маҡтауға торошло медицина архивы бар. Бик яҡшы, тәртиптә тотолған шкафтарҙа ауырыуҙар тураһында бар мәғлүмәтте табып була. Архив менән Миңзәлә Ғибәҙәт ҡыҙы Ғүмәрова етәкселек итә. Ул Үрге    Яйыҡбай ауылы ҡыҙы. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында 1977 йылдан эшләй. 21 йыл машзаводтың медпунктында медсестра булғандан һуң, архивта халыҡ өсөн бик тә кәрәкле эште уңышлы алып бара. Тик маҡтауға лайыҡ Миңзәлә Ғибәҙәт ҡыҙына киләсәктә уңыштар ғына юлдаш булыуын теләйем.

Абдулла ҠАШҠАРОВ,
һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны.
Баймаҡ ҡалаһы.


* * *
Беҙҙең Сосновка ауылы почтальоны Айһылыу Юнысбаева өс йыл эшләү дәүерендә үҙен өлгөр, тырыш, намыҫлы хеҙмәткәр итеп күрһәтте. Сөнки ул яңы килгән баҫмаларҙы – йәйме, ҡышҡы ҡыҫҡа көнмө – почта килгән көндө үк ҙур, әллә нисә урамлы Сосновка ауылына йүгереп йөрөп таратып сыға. Ә бит беҙҙә 130-ҙан ашыу ғаилә йәшәй. Айһылыу Дамир ҡыҙы заказлы хаттар, посылка, төрлө   квитанция, извещениеларҙы ла  ваҡытында тарата. Уларҙы бит гәзит араһына ҡыҫтырып ебәреп булмай, һәр береһен кешенең ҡулына тапшырырға кәрәк. Ай-һылыу Юнысбаева беҙҙән ун бер саҡрым алыҫлыҡта ятҡан күрше Октябрь ауылының да почталь-оны. Ошо өс йыл эшләүенең тәүге йылында ул унда йәйгеһен велосипед менән, ә ҡышҡыһын үткенсе машиналарға ултырып гәзит-журнал таратты. Айһылыу Дамир ҡыҙы эштә генә түгел, ғаиләһендә лә уңған. Тормош иптәше Рауил менән татыу йәшәйҙәр, ике ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. Хат ташыусыбыҙҙың эшенән бар ауыл халҡы ҡәнәғәт. Уға уңғанлығы өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Ғәлимйән СӘҒИТОВ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.