29 июн. 2012 г.

Уҙамандарға ҡәҙер һәм хөрмәт

Ир-егеттең йәшен һанамайҙар...

Йырҙағы ошо юлдарҙы ишеткән һайын тәрән юҡһыныу, һағыш-һағыныуҙар һәм оло хөрмәт менән атайымды күҙ алдыма килтерәм. Күңеле моңға тулған, йыр яратҡан атайымдың күкрәк тауышы менән һалмаҡ ҡына итеп:
Төйәләҫкәй буйы бигерәк йәмле,
Аҡ тирмәләр ҡороп та йәйләргә, –
тип йырлағаны бөгөнгөләй хәтеремдә.
 
Эйе, йәмле Төйәләҫ буйҙарына кемдәр генә һоҡланмаған да, кемдәр генә төйәк итмәгән уны. Бынан тап 200 йыл элек Муллаҡай ауылынан ете ғаилә шул йылға буйында утар ҡора. Ауылға старшина ярҙамсыһы Басай Исмәғилевтең исеме бирелә. Ауылыбыҙға нигеҙ һалыусы Басай Исмәғилевтең бүләсәре Фатима Басаеваның ейәне, тыуған ерен өҙөлөп яратҡан, кешелекле, кеселеклеге менән тирә-яҡта абруй ҡаҙанған ысын ир-егет, атайым Ришат Нурғәле улы Фәтхуллин тураһында булыр әйтер һүҙем.

Атайым 1957 йылдың 8 декабрендә Наҡия һәм Нурғәле Фәтхуллиндарҙың татыу ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Ағай-апайҙары араһында иркәләнеп, һөйөлөп кенә үҫә ул. Биш йәшендә уҡырға өйрәнә. Мәктәпкә барғанда Ғ.Туҡайҙың, А.Пушкиндың, Р.Ниғмәтиҙең бик күп  шиғырҙарын яттан белә. Башланғыс мәктәпте тик яҡшы билдәләренә генә тамамлап, Төркмән урта мәктәбендә уҡыуын дауам  итә. Әүҙем уҡыусыны  шунда уҡ отряд командиры, дружина советы ағзаһы итеп һайлап ҡуялар. Уҡыуҙа ла һынатмай, бигерәк тә теүәл фәндәрҙе, рус әҙәбиәтен үҙ итә.  Математика уҡытыусыһы Н.С.Байғужина, З.В.Сабаеваларҙы ҙур   хөрмәт менән иҫкә алыр ине.

Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика һәм математика факультетына уҡырға инә. Атайым студент йылдарында йәштәр өсөн телетапшырыуҙар алып барырға ла, бейеү студияһында шөғөлләнергә лә, фольклор төркөмө менән гастролдәргә йөрөргә лә ваҡыт таба. Студент тормошонда ҡайнап йәшәй ул! Һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәй: “Халыҡ ижады гәүһәрҙәре” фестивалендә лауреат исемен ала,  Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге йәш башҡарыусылар конкурсында үҙебеҙҙең яҡта ижад ителгән “Кәтинкә” йыры менән II дәрәжәле диплом яулай.
 
Йәш саҡ – ялҡын саҡ. Һәр тарафҡа юл асыҡ, теләһәң сәнғәт, фән үрҙәрен яула! Ләкин ул үҙенең уллыҡ бурысын бөтәһенән дә өҫтөн ҡуйып, тыуған ере алдында яуаплылыҡ тойоп, атайсалына ҡайта. Туған мәктәбендә ябай уҡытыусынан етәксе вазифаһына тиклем күтәрелә.
 
80-се йылдарҙа, туған телдең баһаһы юғалып барған саҡта, Төркмән урта мәктәбендә урыҫ кластарын бөтөрөүгә ирешә (ә ауылда бер генә ғаилә лә урыҫ телле түгел!). Әлбиттә, уның был аҙымын өнәмәүселәр ҙә табыла. Өлкә комитетынан тикшереүҙәр башлана. Был ҡаршылыҡтарҙы ла еңеп сыға йәш белгес. Ирәндек буйындағы ауылдарҙың район үҙәгенән алыҫ булыуын, район етәкселегенең иғтибары етмәүҙе иҫәпкә алып, ул ваҡыттағы “Сибай”, “Ирәндек”, “Йылайыр” совхоздарынан айырым Сибай районы төҙөү идеяһын да күтәреп сыға (ул заман өсөн был бик ҡыйыу аҙым).
 
1989 йылда Басайҙа мәктәп төҙөлә башлай. Ике мәктәпкә лә етәкселек итергә өлгөрә ул. 20 йыл буйы үҙенең яҡты хыялдарын тормошҡа ашырҙы: балаларға сифатлы белем биреү, төрлө яҡлап үҫешкән камил шәхес тәрбиәләү. Һәм ул быға иреште лә! Бөгөн беҙҙең мәктәпте тамамлаусылар ҡайҙа ғына уҡымай: Мәскәү, Магнитогорск, Өфө, Троицк, Сибай, Силәбе…
Ә ниндәй маһир режиссер, оҫта артист ине ул! К.Мәргәндең “Шомбай”ында – Шомбай, Х.Ирғәлиндың “Ҡулдарымда турғай” драмаһында – Мансур, Ә.Атнабаевтың “Әсә хөкөмө»ндә Ғәбделғата һ.б. ролдәрен кем генә хәтерләмәй икән?!.
 
Көслө педагог, талапсан етәксе ине. Үҙе лә эшләне, башҡаларҙы ла эшләтә белде. Эшлекле, берҙәм коллектив булдырҙы. Намыҫы нисек ҡушһа, шулай йәшәне. Алдашыу, маһайыу, ярамһаҡланыу – уның өсөн ят күренеш ине.
 
Ә беҙҙе, балаларын, нисек яратты ул! Иркәләп-наҙлап уятыр, әкиәттәр һөйләп йоҡлатыр, әммә кәрәк сағында талапсан да  ине. Нәҡ ошондай тәрбиә бөгөн беҙгә ҡатмарлы тормош юлдарында юғалып ҡалмаҫҡа көс бирә. Һәр беребеҙҙең һайлаған юлы, тормошҡа ҡарашы, үҙ фекере бар. Әсәйем менән дә килешеп, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, тормоштоң  ауыр һынауҙарына бирешмәй беҙгә, туғандарына, алтын ҡанат була белделәр.
 
Ул бөгөн дә беҙҙең менән. Ниҙәндер ҡурсалай, шелтәләй йәки хуплай кеүек. Ысын мәғәнәһендә оло шәхес ине, тип иҫләйҙәр атайымды ауылдаштары, коллегалары, дуҫтары, уҡыусылары. Һәр кемгә лә үҙе үрнәк, үҙе терәк ине шул ул.
 
Йәшәү оҙон һәм ул ваҡыт менән түгел, эшләнгән эштәребеҙ менән баһалана.
 
30 июнь көнө үтәсәк “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында Ришат Нурғәле улы Фәтхуллинға мәктәптә таҡтаташ ҡуйыласаҡ. Кемдәр атайымды иҫләй, хөрмәтләй – тантанаға рәхим итегеҙ!

Ҡыҙы – Нурия Фәтхуллина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.