29 июн. 2012 г.

Төбәкте үҫтереү программаһы

Башлыҡтар – уҡыу семинарында


Шишәмбелә Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла, Әбйәлил райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары менән ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын ойоштороу буйынса уҡыу семинары ойошторолдо. 

Сараға муниципаль район хакимиәттәре вәкилдәре, эшҡыуарҙар, үҙ эштәрен асырға теләүселәр һәм саҡырылған ҡунаҡтар – БР Хөкүмәте Аппаратының биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү программаларын координациялау бүлегенең баш консультанты Г.Х. Ибраһимова, БР ауыл хужалығы министрлығының хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереү секторы мөдире Р.Р. Мөфтәхетдинов та килгән ине.

Муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары З.Т. Ушановтың сығышынан һуң Раил Рим улы Урал аръяғын комплекслы үҫтереү программаһында ауыл биләмәләрен үҫтереү буйынса саралар  ҡаралғанын һәм тап биләмә башлыҡтарының был мөһим эшкә йәлеп ителеүҙәрен аңлатты.   
–    Әлеге ваҡытта халыҡ араһында шәхси хужалыҡтарҙың кәмеүе күҙәтелә. Шуға күрә фермерҙар, КФХ етәкселәре менән берлектә ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын булдырыу ҡаралған, – тине Раил Рим улы. – Бындай ойошмаларҙа үҙҙәренең милек пайы иғәнәләрен дөйөмләштереп, бергәләп хужалыҡ итеү өсөн ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр тупланасаҡ. Ҡулланыусылар кооперативтары коммерциялы булмаған ойошмалар иҫәбенә инә һәм, ниндәй эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүенә ҡарап, эшкәртеү, һатыу, хеҙмәтләндереү, тәьмин итеү, баҡса, йәшелсә үҫтереү, мал үрсетеү һәм башҡа төрҙәргә бүленә. Уларға дәүләт тарафынан ярҙам итеү ҙә ҡаралған.
Артабан семинарҙа ауыл хужалығы етештереү кооперативтарының төрҙәре, уларҙы ойоштороу, теркәү, халыҡ менән эшләү, кооперативтарҙы ойошторғанда һәм уның артабанғы эшмәкәрлегендә дәүләт тарафынан ниндәй ярҙам бүленеүе тураһындағы темаларға уҡыу үтте. Уны Башҡорт дәүләт аграр университетының аграр производство ойоштороу кафедраһы мөдире, иҡтисад фәндәре докторы А.Ә. Асҡаров, бухгалтер иҫәбе һәм анализ кафедраһы доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Э.Р. Мөхәмәтйәнова, аграр производство ойоштороу кафедраһы ассистенты Р.Р. Мамаев алып барҙы.
Айбулат ИШНАЗАРОВ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.