20 июн. 2012 г.

Халыҡ иғтибарына

Социаль турҙарға путевка

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 31 майындағы “2012-2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында туризмды үҫтереү” оҙайлы ваҡытлы маҡсатлы программаһының “2012 йылда Башҡортостан Республикаһында социаль туризмды үҫтереү” программаһы тураһында”ғы 177-се ҡарарын бойомға ашырыу маҡсатында Баймаҡ районындағы хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы бүлеге атап үткән программала ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул итә башлай.


2011 йылда программала ҡатнашырға теләк белдереп сиратта тороусылар туристик путевка алмаған булһалар, быйыл сират буйынса путевка алырға мөмкин.
Программала Башҡортостан Республикаһында йәшәгән урыны буйынса теркәлгән түбәндәге граждандар ҡатнаша ала:
  • “Рәсәй Федерацияһында хеҙмәт пенсиялары тураһында”ғы федераль Законға ярашлы хеҙмәт пенсияһы алыусылар йәки йәше етеү буйынса (ир-егеттәр – 60, ҡатын-ҡыҙҙар 55 йәште үтһә) пенсия алыусылар;
  • “Рәсәй Федерацияһында инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында”ғы федераль Законға ярашлы инвалид тип һаналыусылар;
  • коляскала йөрөүсе инвалидтар һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәр;
  • инвалид балалар һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәр.

Л. Ибәтуллина, әйҙәүсе белгес-эксперт.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.