27 июн. 2012 г.

Афарин!

Һинән беҙгә шул кәрәк!

 Яҡташыбыҙ Рәзилә Ырыҫҡужина ҡулына икенсе китабын алды
 

Иҫләйһегеҙме, күптән түгел “Һәнәк” журналы хеҙмәткәре, Йәнйегет ауылы ҡыҙы Рәзилә Ырыҫҡужинаның тәүге китабы баҫылды, тигән һөйөнөс менән уртаҡлашҡайныҡ?  Райондаштарыбыҙҙың шәплеген дәлилләүсе тағы бер миҫал – йыл да үтмәне, уның “Минән һеҙгә ней кәрәк?” тигән икенсе йыйынтығы донъя күрҙе. Бына шундай һәләтле, уңған ул Рәзиләбеҙ. Туптай ике малай тәрбиәләүенә ҡарамаҫтан, илһамланып ижад итеүҙән туҡтамай. Афарин!  


“Минән һеҙгә ней кәрәк?” йыйынтығында “Эй, әттәгенәһе!..” китабындағы кеүек үк юмористик һәм сатирик әҫәрҙәр урын алған. Ябай халыҡсан тел, “баймаҡса” һүҙҙәр Рәзиләнең һәр әҫәренә йәм бирә, уны уҡымлы һәм яҡын итә.
 
 “Заманса туй”, “Бисура”, “Бахыр батыр”, “Һин, трактор, тороп тор!”, “Билмәнле табын” һәм тағы бик күп ҡыҙыҡ һәм   кемгәлер ҡыҙғаныс тойолған хикәйәләр бер кемде лә битараф ҡалдырмаясаҡ. Персонаждары  араһында ғәйбәт һөйләргә ярат-ҡан Хәбир бабай, ялҡау Мансур ҡарт, ҡырын һалдырған Мөрит һәм башҡа үҙенсәлекле “шә-хестәр” бар. Автор һәр геройын яратып тасуирлай, хатта кәмселектәрен һүрәтләгәндә лә, уны ниндәйҙер йәлләү ҡатыш сағылдыра. 
 
Китапта ауыл тормошонан алынған күренештәр, ысынлап   та, көнитмешебеҙҙә осрап ҡына тора. Мәҫәлән, “Вәзирсә бизнес” юморескаһын күҙ йәше аша көлөп уҡырһығыҙ. “Бәй, минең турала яҙылған бит”, – тиеүселәр байтаҡ буласаҡ. Рәзиләнең нескә психолог һыҙатын билдәләп үт-мәү мөмкин түгел. Шул һәләте арҡаһында уның геройҙары тере, яһалмалыҡтың әҫәре лә юҡ.  Әйтерһең дә, күрше урамда йәшәгән Ғилметдин йә Йәмилә апай китапҡа инеп киткәнме ни?
 
Китаптың һуңғы бүлегендә ғибрәт һәм үрнәк алырлыҡ тормош күренештәре урын алған. Автор һағышланып ҡәҙерле кешеләрен телгә ала. Шулай уҡ бөгөнгө замандың ауыртҡан урындарына һаҡ ҡына ҡағылып,   үҙ фекерен белдереп ҡуя.
 
“Минән һеҙгә ней кәрәк?” йыйынтығы тәүгеһе кеүек үк бик тәмле килеп сыҡҡан! Уны бер тында уҡып сығыуығыҙға шик юҡ. Яҡташыбыҙҙың ижад емешенән ауыҙ итергә ашығығыҙ. Һүҙҙе  йомғаҡлап, Рәзилә Ырыҫҡужинаның: “Минән һеҙгә ней кәрәк?” – тигән һорауына яуап итеп: «Беҙгә яңы-яңы әҫәрҙәр кәрәк!» – тибеҙ! 

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Өфө ҡалаһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.