8 июн. 2012 г.

Саралар

Терроризмға һәм экстремизмға ҡаршы


“Балалар һәм йәштәр – терроризмға һәм экстремизмға ҡаршы” Бөтә донъя хәйриә фондының Рәсәй Федерацияһында 38 филиалы бар. Республикала фондтың коммерция нигеҙендә булмаған ойошмаһы 2009 йылдан алып эшләп килә. Уға Темәс ауылы егете Булат Мырҙабулатов  етәкселек итә. 


Фонд ағзалары төрлө хәрби хәрәкәттәрҙә, әрме һәм тәртип һаҡлау бурысын үтәгән саҡта һәләк булыусыларҙың балаларына даими рәүештә ярҙам күрһәтә, йылына 4 тапҡыр байрам саралары һәм төрлө акциялар ойоштора. Шулай уҡ балаларға һәм үҫмерҙәргә төрлө кимәлдә матди, хоҡуҡи һәм рухи ярҙам күрһәтелә. Башҡортостандан бындай хәлгә тарыған 126 ғаилә араһында Баймаҡ ҡалаһынан да ғаиләләр бар. Бындай саралар нигеҙҙә баш ҡалала ғына ойошторолһа, күптән түгел фонд ағзалары тәүге тапҡыр Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы Темәс ауылында уҡыу йылын тамамлаусы уҡыусыларға матур байрам үткәрҙе.
 
...Күк ғали йәнәптәре, әйтерһең дә, фонд ағзаларының изге ниәт менән йөрөүен алдан белгән – баш осондағы ҡояш йылы нурҙары менән иркәләһә, майҙан түрен биҙәгән ҡояш һүрәте лә унан һис тә ҡайтыш түгел ине. 

“Ҡояшлы бала саҡ” сараһы Башҡортостан гимны менән башланып китте. Балалар тарафынан әҙерләнгән концерттан һуң мәктәп директоры Зөлхизә Кәлимулла ҡыҙы уҡыу йылы тамамланыуы менән тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе.
 
Булат Мырҙабулатов байрамда ҡатнашыусы ҡунаҡтарҙы һәм уҡыусыларҙы Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән тәбрикләне, фондтың маҡсаты, эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәт бирҙе.  Булат Салауат улы шулай уҡ заман афәтенә әүерелеп өлгөргән терроризм һәм экстремизм күренештәре, уның ҡурҡыныс эҙемтәләре тураһында иҫкәртеп, киләсәк быуынға был яуызлыҡтан һаҡланырға, тирә-йүндәгеләргә иғтибарлы һәм ихтирамлы, иң мөһиме һиҙгер, түҙемле булырға саҡырҙы, спорт байрамын үткәреүгә матди ярҙам күрһәтеүсе Баймаҡ урман хужалығы һәм Темәс кирбес заводы етәкселәренә рәхмәт белдерҙе.
 
Мәктәп яны һәм Һаҡмар стадионы балаларҙың шат тауыштарына күмелде: һәр кем волейбол, ҡулсаға туп ташлау, «күңелле старттар» уйындарында мәргәнлектә, етеҙлектә һәм сослоҡта көстәрен һынаны, рәхәтләнеп күңел асты. Уларҙың шатлығы байрамға саҡырылған мәктәптә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан  ветерандарға ла күсте.
 
Хәйриә фонды ағзалары таратҡан бүләктәр һәм тәмлекәстәр балаларҙың байрам кәйефен тағы ла арттырҙы.
 
Айгөл Иҙелбаева.
Балалар сарала ихлас ҡатнашты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.