29 июн. 2012 г.

“Йәшел ураҡ” көндәлеге

Районда кисәге көнгә 2784 гектар үлән сабылған (планға ҡарата 12%), 228,3 тонна бесән әҙерләнгән. Сенаж иһә 2732 тонна һалынған.

Бар хужалыҡтар ҙа сабыуға төшкән. Ленин исемендәге, “Аҡморон”, “Баймаҡ-Новатор”, “Уңыш”, “Йылайыр” хужалыҡтары, “Баймаҡ” ҒПБ-һы бесән әҙерләй. Әлегә Ленин исемендәге АХК, башҡаларға өлгө булып, 136 тонна туплаған. Әйткәндәй, был кооператив сенаж һалыуҙы ла уңышлы алып бара, унда йәшел масса 2264 тонна тәшкил итә. Ә “Рассвет” хужалығында был күрһәткес 468 тоннаға еткән.
“Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе бер йыллыҡ мал аҙығы культураларын йәйге сәсеүгә төштө. Бында әлегә 40 гектарҙа судан үләне сәселгән.
Районда пар ерҙәре 4198 гектарҙа эшкәртелгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.