24 июн. 2012 г.

ФЕСТИВАЛДӘР

    Йыр-моңдоң юҡтыр сиктәре...


    Район инвалидтар ойошмаһы төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы, хатта республика кимәлендәге ярыштарҙа еңеү яулауҙары менән шатландыра. Ошо көндәрҙә Рәсәй буйынса иғлан ителгән “Сикһеҙлек” фестивалендә лә улар ҙур теләк менән ҡатнашты. Был сара илебеҙҙә йыл һайын үткәрелгән матур бер йолаға әүерелгән.

    Физик яҡтан мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең ҡул эштәре күргәҙмәһе лә хайран ҡалырлыҡ ине. Баймаҡ ҡалаһынан Мәфрүзә Николаеваның бәйләнгән кейем-һалымын күреп күптәр һатып алыу теләген белдерҙе. Тынғыһыҙлығы, уңғанлығы менән һоҡландырған Мәфрүзә Мөхтәр ҡыҙы концерт башланғанын көтөп ултырғанда ла, ҡулдарына күҙ эйәртмәй, шәл бәйләй ине.
    Ринат Ишкилдин, Сәжидә Сәғитова, Фирая Изибаева, Ришат Рәхмәтуллин, Маһинур Ушанова һ.б. күргәҙмә эштәре үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ булыуы менән айырылды.
    2-се мәктәп уҡытыусыһы З.З. Әлмөхәмәтованы фестивалгә уҡыусыһының киләсәге өсөн борсолоу алып килгән ине. Азамат Әбүбәкеров — оҫта һүрәт төшөргән 16 йәшлек егет. Ул туғыҙынсы класты тамамлаған. Зилә Зәбир ҡыҙы малайҙы ҡайҙалыр эшкә урынлаштырыуҙың мөһимлеген белдерҙе. “Талантлы бала, ул өйҙә бикләнеп ҡалырға тейеш түгел”, – тине уҡытыусы.
    Баймаҡ инвалидтар ойошмаһы рәйесе А.И. Ламзина сараны үткәрергә ярҙам күрһәткән бағыусыларға оло рәхмәтен белдерҙе. Шулай уҡ борсоған проблемалары менән уртаҡлашып: “Ҡайһы саҡта һау-сәләмәт кешеләрҙең беҙҙе аңламауы йәки аңларға теләмәүе, битарафлығы күңелде әрнетә. Бөгөн ҡайһы бер ауылдарҙан килеп етеү өсөн инвалидтар транспортты үҙҙәре эҙләй. Йәмғиәтебеҙҙең шәфҡәтлерәк һәм миһырбанлыраҡ булыуын теләр инем. Беҙҙең ойошмаға ингән кешеләргә һоҡланып бөтә алмайым. Уларҙың ҡулынан барыһы килә: йырлайҙар ҙа, һүрәт тә төшөрәләр, күңелгә үтеп ингән шиғырҙар яҙалар. Ә уларҙың ҡул эштәрен күп кенә һау кешеләр ҙә башҡара алмай”, – тине Александра Ивановна.
    Ниһайәт, “Сикһеҙлек” фестивале асыҡ тип иғлан ителде. Ул инвалидтар ойошмаһының тормошо менән таныштырыуҙан башланды. Паша Пуликов, Дарья Козлова, Алина Рахманғолованың сығышын һәр кем яратып ҡабул итте. Венер Аралбаевтың ҡумыҙҙа, ҡурайҙа уйнауы, Рамаҙан Мөхәмәтйәновтың бейеүе кисәнең биҙәгенә әүерелде. Сара йыр-моңға һуғарылып, күңелдәргә берсә шатлыҡ, берсә һағыш өҫтәп, һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Шулай итеп, еңеүселәр Д.Козлова, О.Лаврусенко, Р.Мөхәмәтйәнов, И.Әхмәтов, П.Пуликов Сибай ҡалаһында уҙасаҡ зона ярышында көстәрен һынап ҡараясаҡ. 
    Һәр көнөнөң генә түгел, хатта секундының да ҡәҙерен белеп, уны файҙалы үткәргән инвалидтар ойошмаһына тик уңыштар юлдаш булһын. Ә инде һау-сәләмәт кешеләргә уларҙың рухи ныҡлығы, ныҡышмалылығы, уңғанлығынан үрнәк алыуҙарын теләйбеҙ. Иң мөһиме – күңел зәғифлегенән һаҡланайыҡ, туғандар!

    Гүзәл САЛАУАТОВА.
    Автор фотоһында: күргәҙмәлә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.