24 июн. 2012 г.

ХӘТЕР

    Күңелдәрҙе әрнеткән көн


    Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 71 йыл тулды...

    Кисә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған геройҙар хөрмәтенә үҙәк майҙан янында төҙөлгән монументҡа веноктар һалынды. Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнөнә бағышланған митингты асып, хәрби комиссар Х.Х. Хәмитов был датаның ни тиклем ил тарихы өсөн мөһим булыуын билдәләп үтте. Баймаҡ районы ветерандар советы рәйесе Т.Ш. Бикҡолов, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры А.М. Ирназаров 1941-1945 йылдарҙа халҡыбыҙ үҙенең рухи ныҡлығын, ҡаһарманлығын күрһәтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин ҡурҡыныс, миллионлаған ғүмерҙе өҙгән һуғыш башланыуға 71 йыл тулғанда, ҡайғылы көндәрҙе онотмаҫҡа, тыныс күк йөҙөнөң ҡәҙерен белергә, яугирҙарыбыҙҙың героизмы менән ғорурланып йәшәргә саҡырҙы.
 
    Яу яланында һәм тылда һәләк булған ҡәрҙәштәребеҙ бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды.
    
Гүзәл  ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.