1 июн. 2012 г.

Хеҙмәтенә – күрә хөрмәте

Урмансы тигән даны бар



1960 йылдарҙа Баймаҡ районы урман хужалығы ойошторолғас ҡына Ирәндек буйҙарына йәш үҫентеләр ултыртыла башлай. Тәүге йылдарҙа участка булараҡ ҡына эшләй, 1970 йылда Баймаҡ урман хужалығы статусы алынғас, питомник асыла. Тимерйән Баян улы Сабитов та тәүгеләрҙән булып ошо участкала эш башлай.

Т.Сабитов 1942 йылдың 28 апрелендә районыбыҙҙың Икенсе Этҡол ауылына ҡараған Аҡтырнаҡ тигән ауылда донъяға килә. Ул ауыл хәҙер юҡ инде. Ғаиләлә өс ҡыҙ, бер малай үҫәләр. Атайҙары 1941 йылда һуғышҡа китә һәм 1942 йылда батырҙарса һәләк була. Балалар һуғыш ваҡытының бөтә ауырлыҡтарын күреп, ас-яланғаслыҡты үҙ елкәләрендә татып, әсәйҙәренең әрһеҙлеге арҡаһында аяҡҡа баҫалар. Өс апаһы ла: Ифада, Фәниә, Гөлйөҙөм торф сығарыу эшендә булалар. Бәләкәй Тимерйән башланғыс класта белем ала. Йәштән зирәк, техниканы яратҡан, гел “5”-кә генә уҡыған бала була. Уҡыуҙы тамамлағас, механизатор һөнәрен үҙләштерә һәм урман хужалығында эшләй башлай. Уңған, эшһөйәр егетте коллективта үҙ итәләр. Ул үҙ эшенең оҫтаһына әйләнә. Ҡулы белмәгән эш булмай: балта оҫтаһы ла, тимерсе лә, иретеп йәбештереүсе лә, шофер ҙа, тракторсы ла...

Тимерйән тракторы менән Ирәндек буйҙарына  күпме ағас үҫентеләре ултыртҡандыр, билдәһеҙ. Тик шуныһы ҡыуаныс: тәбиғәтебеҙҙең ул мөйөшө бөтә тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра. Бөгөн күпереп үҫкән йәшеллеккә ҡарап күңел тулыша. Ошо ағастарҙы ултыртып, Тимерйән үҙенә һәйкәл ҡуйған, тип уның эшен баһаларға мөмкин.

Изгелек ерҙә ятып ҡалмай. Тимерйәндең фиҙаҡәр хеҙмәтен Баймаҡ урман хужалығы, муниципаль район хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы юғары баһалай: бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары, бүләктәре бар. Башҡортостан урман хужалыҡтары араһында ойошторолған Социалистик ярышта еңеү яулап, “Хеҙмәт ударнигы” тигән исем бирелә һәм Почет грамотаһы, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ була.

Тимерйән Баян улы матур ғаилә башлығы ла. Ҡатыны Фәриғә Ибраһим ҡыҙы менән дүрт балаға ғүмер бирәләр. Барыһын да оло тормош юлына баҫтыралар. Инәнән күргән – тун бескән, атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, балалары ла ата-әсәләре кеүек үк эшсән, уңған, эшһөйәр. Һәр береһе ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә, йәмғиәтебеҙҙең уңған һәм файҙалы кешеһе булып йәшәй.

Тимерйән Баян улы ошо көндәрҙә үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Оло хеҙмәт юлы үткән, илебеҙгә хеҙмәт иткән, ябай ғына тормошо менән кешеләргә үрнәк булып, әле лә донъяның һәр бер күренешенә һөйөнөп, кире яғына көйөнөп йәшәй.
Хөрмәтле ветераныбыҙға оло хөрмәт күрһәтеп, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхет теләйбеҙ.

Гөльямал Байморатова.
Баймаҡ ҡалаһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.